+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Сентябрь 2023, 14:21

«Хыялһыҙ йәшәү мөмкин түгел»

Эстрада йырсыһы һәм актриса Зөлхизә Илбәкова бөгөн Истанбулда йәшәй. Күптәр Зөлхизәнең Башҡортостан телевидениеһында һәм радиоһында балалар өсөн тапшырыуҙар алып барыуын, ә биш йәшендә «Сулпылар» республика конкурсында гран-при яулауын хәтерләй. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған мәлдә Зөлхизә Илбәкованың ике соло йыр альбомы һәм ике соло концерты була.

Зөлхизә, һине төрөк сериалында күреп, аптыраным. Төркиәнең фильм төшөрөү майҙансығына нисек барып сыҡтың?

– Дуҫтарым мине күптән инде Истанбулға ҡунаҡҡа саҡыра. 4 ғинуарҙа Истанбулға килдем. Тәүҙә ял иттем, ҡарап йөрөнөм, күренештәрҙән ләззәт алдым. Һуңынан сәйәхәт оҙаҡҡа һуҙылды һәм тороп ҡалдым. Мөмкинлегемде һынап ҡарарға тигән ниәт менән бер нисә кастинг агентлығына үҙем тураһында мәғлүмәт бирҙем. «Бәлки, бәхет йылмайыр?» – тип уйланым. Мин бит театр һәм кино актрисаһы, бөтә дипломдарымды ла күрһәттем, һәм мине алдылар. Тәүҙә проекттарға айына 1-2 тапҡыр ғына саҡыралар ине, ә хәҙер көн һайын тиерлек эшләйем.

Ниндәй фильмдарҙа һәм сериалдарҙа төштөң?

– Диалоглы ролдәр булған «Sokagin Çocuklari – Урам балалары» сериалында мафиозиҙарҙың береһенең ҡатыны, рус ҡыҙы ролен башҡарҙым. «Al Sancak – Ҡыҙыл байраҡ» фильмында төрмәлә рус телендә һөйләшкән ҡарауылсы ролен уйнаным, «Yargi – Хөкөм» фильмында — ҡулға алынғандарҙың береһенең ярҙамсыһы, «Taçsiz Prenses – Тажһыҙ принцесса» фильмында хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарҙым. Унда төрөк телендә тәүге диалогым булды, был минең өсөн бик мөһим ине. Мин yabancı – сит ил кешеһе булғанлыҡтан, фильмда бик һирәк төрөк ролен алырға мөмкин. Әле акцентһыҙ һөйләшеү өҫтөндә эшләүемде дауам итәм. Был сериалдарҙың барыһы ла төркиә телевидениеһында күрһәтелә һәм, минеңсә, Рәсәйҙә лә күрһәтелде.

Төркиәлә кино төшөрөү процесы нисек бара, уның үҙенсәлектәре бармы?

– Мин «Тамыр»ҙа, телевидение майҙансығында үҫтем, әсәйем режиссер, шуға күрә миңә барыһы ла таныш ине. Әммә Төркиәлә, әлбиттә, профессионализм кимәле айырыуса юғары. Уларҙың шул тиклем ентекле һәм тиҙ эшләүе мине һоҡландыра. Әлбиттә, ҡайһы бер осраҡтарҙа, мәҫәлән, төп актер һуңлай, әммә барыһы ла мөмкин тиклем яҡшы мөнәсәбәттә, ихтирамлы була белә. Әгәр режиссер нимәлер ҡушһа, уға шунда уҡ ярҙамсылары килә, пиетет (ихтирам) менән һөйләшәләр. Барыһы ла үҙ эшен бик профессиональ башҡара, төшөрөү процесы актерҙар, ҡорамалдар һайлап алыу йәһәтенән бик сифатлы ойошторолған. Иҫ киткес!

Бөгөн ниндәй проекттарҙа ҡатнашаһың?

– Төркиәлә сериалдар йыл әйләнәһенә төшөрөлә, ә йәйгеһен улар ял итә. Йәйгеһен башлыса кино һәм реклама төшөрәләр. Хатта бәләкәй ролдәргә лә режиссер бик ентекле һайлай. Һиңә роль тәҡдим иткәндә һәм раҫлағанда, үҙ репликаларыңды камераға яҙып, агентҡа ебәрергә кәрәк, ул режиссерға ебәрә. Ҡайһы берҙә фотоларыңды – яңы селфиҙарыңды ебәреүҙе һорайҙар, тап ошо мәлдә нисек күренгәнеңде белер өсөн. Айырыуса реклама өсөн был бик мөһим. Проекттар күп, әммә төрөк ҡатын-ҡыҙҙары ролдәрен уйнар өсөн, миңә төрөк телен өйрәнергә кәрәк. Был еңел түгел, сөнки мин телде ярты йыл элек кенә, бында күсеп килгәс кенә өйрәнә башланым. Әле Сәғүд Ғәрәбстаны сериалында төшәм, улар ҙа Төркиәлә фильм төшөрә.

Үҙ Телеграмм-каналым бар, унда минең ижадымды күҙәтергә мөмкин.

Был илгә күсеүегеҙ нисек булды? Ни өсөн Төркиә?

– Төркиә миңә һәр ваҡыт оҡшай ине, беҙ бында бала саҡтан ял итергә килә инек. Төрөк теле башҡорт теленә оҡшаш, уны өйрәнеү бик еңел. Шуныһы ҡыҙыҡ, Рәсәйҙә яратҡан актрисаларымдың береһе Демет Оздемир уйнаған төрөк сериалын ҡараным, һәм өс айҙан һуң мин уның һәм башҡа төрөк киноһы йондоҙҙары менән бергә сериалда төшәсәгемде күҙалламай ҙа инем. Тормоштоң нисек үҙгәрәсәген бер ҡасан да белмәйһең шул.

Мин төрөк телендә һөйләшергә өйрәнергә бик теләй инем. Хәҙер маҡсатым – бөтөнләй акцентһыҙ һөйләшеү. Темпо-ритм, тел мелодикаһын белергә кәрәк. Музыкант булғас, мин быны тотоп алам һәм, әлбиттә, тиҙерәк өйрәнәм. Ә ролдәр өсөн минең уҡытыусы-актер бар, уның менән фразаларҙы ятлайбыҙ.

Һин Өфөлә билдәле ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ишморат Илбәков һәм телевидение режиссеры, шағирә-йырсы Франгиза Илбәкова ғаиләһендә тыуғанһың. Ата-әсәйеңдең һөнәре һинең үҫешеңә нисек йоғонто яһаны?

– Ата-әсәйем – ул минең бөтә донъям, мине барлыҡҡа килтергән, мине шәхес иткән кешеләр, минең характерым. Бының өсөн уларға ҙур рәхмәт! Улар тормошомда иң яҡын кешеләр, уларҙан мин һәр ваҡыт өлгө алдым һәм алам. Уларға оҡшарға, лайыҡлы булырға тырышам.

Республикала күптәр һине балалар программаларын алып барыусы бәләкәй ҡыҙ булараҡ хәтерләй. Һинең экрандағы стажың, моғайын, күп кенәлер?

– Стажым, ысынлап та, ҙур, сөнки тәүге клипты миңә өс йәш саҡта төшөрҙөләр.

Бала сағың тураһында һөйлә әле, ниндәй мәлдәр иң ныҡ хәтерҙә ҡалған?

– Бала саҡтан камераға эшләү оҡшай ине, «Ҡыш бабай килә» фильмында Ҡарһылыу булып уйнаным, «Сәңгелдәк» һәм радиотапшырыуҙар алып барыусыһы булдым. Башта уйын кеүек тойола ине, әммә бала быға тиҙ күнегә. Үҙемде камера алдында ла, сәхнәлә лә уңайлы тоям. Быларҙың барыһы ла бала саҡтан килә. Киноға төшөүҙе мин һәр ваҡыт һуңынан анализланым һәм шулай итеп актерлыҡ оҫталығымды үҫтерҙем.

Күптәр һинең рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә йырлаған сағыу йырҙарыңды хәтерләй. Йырсы булараҡ сығыш яһауыңды дауам итәһеңме?

– Әлбиттә, Төркиәлә лә үҙемде йырсы булараҡ һынап ҡарарға теләр инем. Тик хәҙер кино һәм сериалдарҙа төшөү өсөн мөмкинлектәрем күберәк. Әлегә барыһы ла акцентҡа барып төртөлә. Мин актриса булараҡ эшләй алам, ә йырлау өсөн төрөк телен бик яҡшы белергә кәрәк. Был мин күтәрелергә теләгән киләһе баҫҡыс. Йырсы булараҡ үҙемде һынап ҡараһам, мөмкинлектәрем күберәк булыр ине.

Әйткәндәй, мин Майкл Джексондың уҡытыусыһы Сет Риггз менән вокал буйынса шөғөлләндем. Ҡатнашырға теләгән бер нисә проект бар. Ҡарарбыҙ, йырып сығырбыҙ, тип өмөтләнәм.

Өфөлә һәм Башҡортостанда ниндәй урындар нығыраҡ оҡшай?

– Башҡортостанды бик яратам. Әсәйем – Салауат, атайым – Хәйбулла районынан. Мин бала саҡтан ата-әсәйем менән бөтә республиканы урап сыҡтым, һуңынан үҙем дә гастролдәргә йөрөнөм.

Тел ҡаршылыҡтарын еңеп сығыуы ауыр булдымы, әллә килгәндә үк төрөксә яҡшы белә инеңме?

– Төрөк телен әҙерәк белә инем, әммә һөйләшә башлаһам, барыһы ла сит ил кешеһе булыуымды аңлай. Төрөктәр төшөргән иран сериалында төштөм. Бер ваҡыт төрлө милләт актерҙары уйнаған кино төшөрөү майҙансығында минән: «Ә һин, төрөк ҡыҙы, бында нимә эшләйһең?» – тип һоранылар. Әммә һөйләшкәнемде ишеткәс, шунда уҡ ситтән килеүемде аңланылар. Төрөктәр бик күп төрлө – башҡорттарға, европалыларға, зәңгәр күҙле скандинавтарға оҡшағандары ла бар. Бында күп мәҙәниәттәр һәм төрлө халыҡтар йыйылған, шуға күрә ҡеүәтле ҡатнаш тоҡом йәшәй. Төрөктәр төрлөсә күренә, әгәр таҙа һөйләшһәң, һине үҙенеке тип ҡабул итәләр. Минең маҡсатым – таҙа, үҙенсәлекле көй менән һөйләшергә өйрәнеү.

Тыуған яҡҡа йыш ҡайтаһыңмы?

– Тыуған яҡтан киткәндән бирле ҡайтманым әле, даими йәшәү урыны алғанға тиклем илдән сыға алмайым. Бында йәшәгән осорҙа бик күп ваҡиғалар булды — башта ер тетрәү, һуңынан ил президентын һайлау. Әйткәндәй, мин Эрдоган партияһының һайлау алды реклама ролигында төштөм.

Февралдә Төркиәләге ҡот осҡос ер тетрәүҙән бөтә донъя тетрәнде. Һиңә лә кешеләргә ярҙам итергә тура килгәндер, моғайын?

– Йөрәк һыҡраны, беҙ ҡыҙҙар менән аҡса йыйып, йылы әйберҙәр, йылытҡыстар, аҙыҡ-түлек, балаларға памперстар һатып алып ебәрҙек. Ер тетрәүҙән һуң зыян күргән урындарға бушлай самолетта осоу мөмкинлеге бирҙеләр һәм кешеләрҙең шунда уҡ унда ярҙамға ашығыуына һоҡландым. Аэропортта урын юҡ, барыһы ла ярҙам ҡулы һуҙырға теләй. Мин дә рус ҡотҡарыусылар төркөмдәренә тәржемәсе булып барырға теләнем, әммә мине алманылар, сөнки экстремаль шарттар өсөн махсус әҙерлегем юҡ.

Төркиәнең ниндәй йолалары һиңә яҡын? Унда ниндәйҙер башҡорт йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен үтәйһеңме?

– Төркиәнең йолалары беҙҙең йолаларға оҡшаш. Дөйөм мосолман байрамдары күп. Ураҙа ваҡытында улар урамда бушлай ифтар тарата. Миңә төрөк ризыҡтары, тәм-томдар бик оҡшай. Бында килгәс, ауырлығым арта башланы, һуңынан үлсәү һатып алдым һәм хәҙер ашауҙы сикләйем, ролдәр өсөн ябығырға, модель булып йөрөү өсөн биш килограмм ташларға кәрәк. Минең буйым 170 сантиметр, ә төрөк ҡатын-ҡыҙҙары башлыса бәләкәй буйлы. Был йәһәттән беҙ өҫтөн.

Төрөктәр башҡорт ҡыҙы икәнлегеңде беләме? Һинең мөхиттәге актерҙар Башҡортостан, уның халҡы тураһында ишеткәне бармы?

– Танышҡанда төрөктәр шунда уҡ ҡайҙан килеүем менән ҡыҙыҡһына башлай. Мин – башҡорт тип әйтәм. Күп төрөктәр тарихты яҡшы белә, Урал тауҙарында төркиҙәр булған башҡорттарҙың йәшәүен белә. Мин уларға башҡорт эпосы «Урал батыр»ҙы, халҡыбыҙ хаҡында һөйләйем, быға һәр саҡ ваҡыт табам.

Исемең һиңә бәхет килтерәме? Төркиәлә уны нисек ҡабул итәләр?

– Эйе, минең исемем Төркиә өсөн ғәҙәти түгел, уларға әйтеүе бер аҙ ҡатмарлы. Уларҙа Зөләйха, Зәлиха һәм башҡа варианттар таралған, ә бына Зөлхизә юҡ. Мин уларға ошондай башҡорт халыҡ йыры һәм ошо исемдәге мосолман айы барлығын аңлатам – шул саҡта улар аңлай һәм дөрөҫ әйтергә тырыша.

Төркиәлә башҡорт диаспораһы менән аралашаһыңмы?

– Бында Башҡортостандан дуҫтарым йәшәй. Бынан тыш, «Төркиәләге башҡорттар» төркөмөндә барбыҙ, бер аҙ аралашабыҙ. Әммә Истанбул ҙур ҡала булғанлыҡтан, бында 30 миллионға яҡын кеше йәшәй, бер яҡтан икенсеһенә барып етеү мөмкин түгел, тиерлек. Мин хәҙер үҙәккә күстем. Элек эшкә бер сәғәт ярым бара торғайным. Иртәнге сәғәт 5-тә тороп, сәғәт 7-лә төшөрөү майҙансығында булырға тейеш инем. Йоҡларға ваҡыт ҡалмай ине тиерлек. Ҡайһы берҙә иртәнге сәғәт 3-тә эштән ҡайтарып ҡуялар, ә 5-тә торорға кәрәк була. Ул саҡта мин фильмда бер-бер артлы, ике тәүлек йоҡламай төшә торғайным.

Әгәр берәй нәмәне бик ныҡ теләйһең икән, ҡаршылыҡтарҙы күрмәй, тик маҡсатҡа табан ғына атлайһың.

Зөлхизә, һин нимә тураһында хыялланаһың?

– Хыялдарым бик күп, әммә уларҙы әлегә асмай торам. Уларҙың барыһы ла тормошҡа ашһын тип хыялланам. Хыялһыҙ йәшәү мөмкин түгел.

 

Ләйлә Аралбаева

«Хыялһыҙ йәшәү мөмкин түгел»
«Хыялһыҙ йәшәү мөмкин түгел»
«Хыялһыҙ йәшәү мөмкин түгел»
«Хыялһыҙ йәшәү мөмкин түгел»
«Хыялһыҙ йәшәү мөмкин түгел»
«Хыялһыҙ йәшәү мөмкин түгел»
«Хыялһыҙ йәшәү мөмкин түгел»
Автор:
Читайте нас: