+19 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
4 Сентября 2023, 05:45

Юлай Ғәйнетдинов

1978 йылда Йомабай Иҫәнбаев исемендәге тәүге республика ҡурайсылар бәйгеһе ойошторолдо. Унда ҡатнашырға тип төрлө төбәктән 46 ҡурайсы килгән. Улары ла ниндәй ҡурайсылар бит әле! Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Талип Латипов, Дәүләтбай Рәхмәтуллин һ.б. Жюри рәйесе – Заһир Исмәғилев үҙе. Ҡурҡыу тигән нәмә юҡ ине, уны-быны уйламай, ҡатнашырға ниәт ҡылдым. Шул уҡ ваҡытта сәнғәт училищеһын тамамлаған дүрт сығарылыш курсы вәкилдәренең береһе лә ҡатнашырға баҙнат итмәне. Залда ҡарап ултырҙылар. Барыбер Сәйфулла ағайҙы уҙып булмаҫ тип уйлағандарҙыр инде. Әммә шулай килеп сыҡты − 

  “Гран-при” миңә эләкте лә ҡуйҙы. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бында күп нәмә ҡурайҙан да тора. Сәйфулла ағай ғәйрәтләнеп уйнап ебәрергә теләгәйне, ҡурайы ярылған булыуы асыҡланды. Элек үлән ҡурайҙа уйнай инек. Шул ярылған урынын еүешләп кенә уйнаны ағай. Әммә бөтә ғәйрәте менән уйнарға әлеге шул ярылған ҡурайы мөмкинлек бирмәне. Шундай хәлдә лә һис тә төҫө боҙолманы, кәйефе төшмәне. Һөҙөмтәләрҙе иғлан иткәс, Сәйфулла ағай, эргәмә килеп, ҡустым, киләсәгең бар, тип минең ҡулды ҡыҫты. Бына ниндәй оло йөрәкле кеше!

Әңгәмәнән өҙөк

Юлай Ғәйнетдинов
Юлай Ғәйнетдинов
Автор:
Читайте нас