«Беҙҙең театр – ул мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында»
Өфө күп профилле һөнәри колледжының «Яңы быуын» дизайн-театры тиҫтә йылдар самаһы элек ойошторолған. Дөрөҫөрәге, театр Краснодар өлкәһенең Анапа ҡалаһында барлыҡҡа килгән. Яҡташыбыҙ, дизайнер Эльвира Борис ҡыҙы Ефимовская байтаҡ йылдар шул тарафтарҙа йәшәп, тыуған ҡалаһына күсергә ниәтләгәс, үҙе нигеҙ һалған театрҙы ҡалдырып китә алмай, коллекцияларын поезға тейәп, Өфөгә алып ҡайта. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, бер ни тиклем ваҡыттан һуң, театр Өфөләге күп профилле һөнәри колледжда үҙ мөйөшөн булдыра. Һәм тиҫтә йылға яҡын ошо уҡыу йорто базаһында эшләп килә, төрлө үҙенсәлекле коллекциялар ижад итә, ҡала, республика, төбәк-ара, халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. «Яңы быуын» мода театры уҡыу йортоноң визит карточкаһына әүрелгән. Һеҙҙең иғтибарығыҙға театрҙың етәксеһе, дизайнер, модельер Эльвира Ефимовская менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Эльвира Борис ҡыҙы, театрҙың барлыҡҡа килеү тарихы хаҡында һөйләп үтегеҙ әле?
– Театр Анапала барлыҡҡа килде. Өфөлә тыуһам да, бер ни тиклем ваҡыт Краснодар өлкәһендә йәшәнем. Анапала колледжда студенттарға мәҙәниәт, сәнғәт тарихы буйынса дәрестәр бирҙем. Ә бына дуҫтарым һәр ваҡыт: «Мода театры асырға ине һиңә», – тип әйтә килде. Әммә мин уны нисегерәк ойошторорға икәнлеген белмәй ҙә, аңлап та бөтмәй инем. Әмәлгә ҡалғандай, бер мәлде етәкселек үҙе «Студент яҙы»на коллекция әҙерләп, сығыш яһарға тәҡдим итте. Ошо йүнәлеш буйынса шөғөлләнгән студенттарым менән тоттоҡ та тәүге коллекцияны ижад иттек. «Донъяны барлыҡҡа килтереү» («Сотворение мира») тип аталды ул. Артабан инде эш яйға һалынды. Йыл һайын яңы коллекциялар булдырып, тамашасы хөкөмөнә сығарҙыҡ. Беҙҙе төрлө конкурстарға, сараларға саҡыра, эшмәкәрлегебеҙ хаҡында яҙа башланылар. Ҡалала беҙҙең театрҙы ихтирам иттеләр, үҙҙәренең ниндәйҙер оло бер ҡаҙаныштары, ғорурлығы тип ҡабул ҡылдылар.
Башта театрҙы Өфөгә алып ҡайтырға иҫәбем юҡ ине. Әлеге лә баяғы дуҫтарым, театрыңды ташлап ҡуймаҫһың бит тигәс, уйға ҡалдым. Нимә эшләргә? Нисек итеп алып ҡайтып еткерергә был сама байлыҡты? Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ни ғиллә менәндер, коллекцяларҙың минеке икәнлеген иҫбатлаған документтар, хаҡтары күрһәтелгән ҡағыҙҙар булмаһа ла, уларҙы поезда алып ҡайтырға рөхсәт бирелде. Ә коллекциялар шул тиклем күп! Металдан яһалған ҡоролмалар, олоғара ҡанаттар... Күлдәктәрҙең, аяҡ кейемдәренең иҫәбе лә, һаны ла юҡ! Күп әйберҙәрҙе пассажирҙар үҙҙәренең баш осона, аяҡ аҫтына ҡуйҙы. Шулай ҡайтып төштөк. Өфөлә мине ике йөк машинаһы ҡаршы алды. Уларҙы ҡустымдың ике бүлмәле фатирына алып ҡайтып урынлаштырҙым. Үҙем Өфө иҡтисад һәм сервис институтында педагог булараҡ эш башланым.
Бында, йәғни Өфө күп профилле һөнәри колледжына килеп урынлашыуыбыҙ ҙа хикмәтле булды. Торғаны бер мистика инде. Бәлки ышанмаҫһығыҙ ҙа, шулай ҙа һөйләйем әле. Әлеге уҡыу йорто урынлашҡан урын тирәһенән үтеп-һүтеп йөрөгәндә ҡолағыма: «Ошо тирәлә колледж бар, шунда инеп сыҡ», – тигән һүҙҙәр салынды. Ике тапҡыр ҡабатланды был хәл. Эйе, бында ниндәйҙер уҡыу йорто бар икәнлеген белә инем белеүгә. Тик тота килеп нисек итеп барып инмәк кәрәк унда?! Һәм бер көндө эҙләп таптым бит... Килдем... «Һеҙ, моғайын, кадрҙар бүлегенәлер», – тип ҡаршы алдылар вахтала. «Эйе», тип кадрҙар бүлегенә үттем. Унда иһә: «Педагогтарҙы ҡыҫҡартыуҙар көтөлә, үкенескә күрә, мода театры етәксеһенән башҡа бер кем дә талап ителмәй», – тимәһендәрме... Ғәжәпләнеүемдең сиге юҡ ине. «Эйе, мине нәҡ шул эш ҡыҙыҡһындыра ла», – тинем. Баҡтиһәң, бында ҡасандыр мода театры булған, тик, эшләргә кеше юҡлыҡтандыр инде, туҡтап ҡалған. Эшкә урынлашыуым шулайыраҡ булды. Шунда уҡ дәррәү генә ижадҡа тотоноп киттек, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша башланыҡ. Тәүге йылда уҡ Мәскәүгә барып, призлы урын да яулап ҡайттыҡ. Башта костюм дизайны буйынса дәрестәр ҙә бирә инем. Әлегә дәрестәрем юҡ. Эшмәкәрлегем уҡыу йорто базаһындағы ошо театр менән генә бәйле. Кемдәр генә шөғөлләнмәй бында! Беҙҙә белем алған буласаҡ ашнаҡсылар ҙа, парикмахерҙар ҙа, уҡытыусылар ҙа. Ҡыҙҙар күп килә. Әммә барыһы ла ерегеп китә алмай. Берҙән, егәрлелек, яуаплылыҡ кәрәк. Икенсенән, рух ныҡлығы, башлаған эште ярты юлда ташлап ҡуймайынса, үҫешкә әҙер булыу талап ителә. Әйтәйек, «Тормошто һайла» («Выбери жизнь») тип исемләнгән коллекциябыҙҙа «Рәсәй» образы бар. Был күлдәк һәр ҡыҙға ла тап килмәй...
– Образға тап килеү өсөн ниндәйҙер эске көс кәрәк инде?
– Эйе. Эшебеҙ матур ҡыҙға матур күлдәк кейҙереү менән генә сикләнмәй бит. Эске обараз менән тышҡы образдың берләшеүе кәрәк... Бәлки, ул ҡыҙ ниндәйҙер тетрәнеүҙәр аша үткән булырға тейештер. Ҡыҫҡаһы, бының өсөн ул ниндәйҙер хаҡ түләгән... Ана шул булмаһа, сәхнәлә Рәсәй образы тыумай. Шулай ҙа барлыҡ образдарға ла тап килерҙәй моделдәребеҙ бар. Һәм шуныһын да әйтергә кәрәк, беҙҙең сығыштар барышында тамашасының да роле бар. Ул да йөрәге менән ошондағы рухты, мөхитте тоя һәм беҙҙең менән бергә ижад итә.
– Йәғни, тамашасының да ғилемле, әҙерлекле булыуы талап ителә?
– Эйе. Ул беҙҙең кейем генә күрһәтмәүебеҙҙе аңларға, әйтергә теләгән фекеребеҙҙе, донъяға булған ҡарашыбыҙҙы, фәлсәфәбеҙҙе аңларға тейеш. Әйтәйек, беҙҙең коолекцияларҙа «Яҙ» образы бар. Әммә унда бөтөнләй йәшел төҫ юҡ. Сөнки яҙ – ул иң тәүге сиратта яңырыу, яңы һулыш билдәһе. Ә бит ошондай нескәлектәрҙе аңларға, тойорға һәләтле тамашасы була – улар символдар телен белә, уйлана, рухлана. Бәғзеләр сығышыбыҙҙы күреп һоҡлана, әммә аңлап бөтә алмай. Тағы ла шундай төр кешеләр бар – улар матурлыҡты, юғарылыҡты күтәрә алмай, киреһенсә, юҡҡа сығарырға теләй. Кәмселектәр эҙләүҙән бушамай. Матурлыҡты күрһәләр, уларға ҡыйын булып китә. Ғәжәп, әммә шундай кешеләр ҙә бар икән ул...
Ә беҙҙең сығыштар дауалау көсөнә эйә. Ул кешелә йәшәргә теләк уята. Был минең фекерем генә түгел. Тамашасы шулай, ти. Бынан тыш бер мәлде, ВДНХ-лағы сығыштан һуң, мине «үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар» («суицидники») менән эшләүсе йән табибы килеп тапты. «Ошо тамашаны пациенттарыма күрһәтергә ине. Сөнки мин бында йәшәүгә көс барлығын тойҙом, бындай тамашаларҙы халыҡҡа йышыраҡ сығарырға кәрәк», – тип әйтеп китте.
Ысынлап та, йәшәй-йәшәй ошо эшмәкәрлегемдә, ижадымда һуңғы һүҙҙе мин әйтмәгәнде, һуңғы штрихты мин ҡуймағанды аңланым. Хаталанырға юл ҡуймаҫ көс барлығын тойҙом. Ижадсы булараҡ мин ҡыйыу фекерләй, бер нәмәнән дә ҡурҡмай фантазияға ирек бирә алам. Һәм ахыр сиктә Ул барыһын да гармонияға килтерәсәк... Миңә кәрәкле туҡымалар ҙа, коллекция өсөн талап ителгән төҫтәр ҙә... һәммәһе лә буласаҡ. Сөнки... Был Уға кәрәк...
– Йәғни Юғары көскә, Аллаһы Тәғәләгә?
– Эйе... Ижад – ул шундай процесс. Күп нәмәләрҙе алдан күҙаллап булмай. Һин ижад итәһең, әммә шул уҡ ваҡытта һин дә түгел ул... Ниндәйҙер әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ шауҡым йоғонтоһонда билдәле бер образдар тыуа, элементтар барлыҡҡа килә. Йылғаның ағышы һымаҡ ул ижад. Әйтәйек, «Йәнекәйем» тип аталған башҡорт коллекцияһы бар беҙҙә. Ҡатын-ҡыҙҙың сафлығы, нәзәкәтлелеге, ир-аттың көс-ғәйрәте, аҡылы, Башҡортостандың хозур тәбиғәте сағылыш тапҡан унда. Коллекция өҫтөндә эшләгәндә сәхнәгә тәүге булып сыҡҡан образда алтын төҫөндәге болан мөгөҙөн хәтерләткән баш кейеме пәйҙә булды. Образ шулай тыуҙы. Әммә ул баш кейеме генә лә, мөгөҙ генә лә түгел, бер үк ваҡытта ағас та, үҫенте лә, сәскә лә... Башҡортостандың бай, хозур тәбиғәтенең һынланышы. Еңеү символы. Һуңынан ғына аңланым, буш урында яралмаған был символ. Баҡһаң, ижад ағышына бирелеп, интуитив рәүештә «Әйнә менән Ғәйнә» тип исемләнгән башҡорт легендаһындағы символдарҙы һынландырғанмын икән. Ә легенда былайыраҡ: Башҡорттарҙың риүәйәттәрендә ата-бабаларының боланды илаһилаштырыу ауазы осрай. Бер ваҡыт Убырлы ҡарсыҡ Ҡояшты урлап, уны Толтау аръяғындағы урман мәмерйәһенә йәшергән. Ғәйнә һәм Әйнә исемле ағалы-ҡустылы аҡ боландарға атланып кеше яғы баҫмаған Тол йылғаһы буйына килә. Бер ваҡыт болан туҡтай һәм тояҡтары менән ерҙе ярып, мәмерйәгә юл аса. Әйнә менән Ғәйнә Ҡояшты шулай эҙләп таба. Һуңынан ағалы-ҡустылы уны Убырлы ҡарсыҡтан йәшермәк булып тоҡҡа һалып, болан мөгөҙөнә элеп, йылға аша үтәләр, ә бына Убырлы ҡарсыҡ һыу аша үтә алмай яр буйында тороп ҡала. Яр буйына сыҡҡас, Әйнә менән Ғәйнә тоҡто бушатҡан. Ҡояш күккә олғашып, йәнә ергә, бөтә донъяға нур һибә башлаған. Ағалы-ҡустылылар Тол буйында йәшәргә ҡалып, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Уларҙың вариҫтарын ғәйнәләр тип атай башлағандар. Ҡайһыларын толбуйҙар йәғни Тол буйында йәшәүселәр тип атағандар.
Был легенда хаҡында колекция ижад ителеп ярты йыл үткәс күптәнге танышым, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтан ишеттем. Ҡәҙим Әбделғәлим улы, ысын ижадсы, әҙерлекле, талапсан тамашасы булараҡ, быны шунда уҡ күреп, аңлап ҡалған. Һуңынан эшмәкәрлегемдәге ошондай күренештәргә нигеҙләнеп символдарҙың ижадтағы роле һәм мәғәнәһе хаҡында сығыш әҙерләп, Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнаштым. Ә бит үҙ мәлендә, ул символды туранан-тура ҡабул итеп, «башҡорт ҡатыны бер ваҡытта ла башында мөгөҙ йөрөтмәгән» тип шелтә лә яһағайнылар. Әйткәндәй, тап шул коллекция менән Пензала үткән Халыҡ-ара конкурста беренсе урын яуланыҡ. Был һүҙҙәр менән шуны әйтергә теләйем: Рәссам ижад мәлендә хәҡиҡәт юлында. Уға баҫым яһарға ярамай. Дөрөҫлөк көслөрәк. Һәм ул мотлаҡ еңә.
Әлеге шул Рәсәй образын ғына алайыҡ. Унда шундай тема ярылып ята: Рәсәй – суверенлы дәүләт, көслө держава, уны өлөштәргә бүлеп булмай. Был саҡта ул Рәсәй була алмай. Һәм сәхнәлә Рәсәйҙең ике яғынан ике фәрештә-яугир килеп баҫа. Аңлы тамашасы ошо мәлдә Рәсәй гимнынан юлдарҙы күрә: «Богом хранимая наша земля».
Ҡыҫҡаһы, бер коллекция ла буш урында барлыҡҡа килмәй. Беҙҙең театр – ул мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында. Ә бына киләсәктә көндәлек образдарға ла етди иғтибар бүлергә иҫәп тотабыҙ. «Горожанка» тип исемләнгән көндәлек образдарҙы туплаған коллекциябыҙ әле лә бар. Уның төп идеяһы шунда – гүзәл заттарыбыҙ ғәҙәти тормошта ла, ҡала урамдары буйлап йөрөгәндә лә, офиста ла нәзәкәтле итеп кейенһен, хәҙер инде ғәҙәткә ингән ни ир, ни ҡатын түгел тигән мәғәнәне аңлатҡан «унисекс» образдарға ғына уранмаһын ине.
– Үҙегеҙҙең театр, ижадығыҙ хаҡында бик матур итеп бәйән ҡылдығыҙ. Илтифат менән тыңлап ултырҙым. Аңлауымса, нәзәкәтлелек, нескәлек, ҡупшылыҡ яҡлыһығыҙ. Ә бына мода һеҙҙең өсөн нимә ул? Һәм бөгөнгө трендтарҙы нисек ҡабул итәһегеҙ?
– Мода тиҙ алмашына. Ҡыҫҡа ғына бер арауыҡ ул. Һәм уның тиҙ алышыныуы, бәлки, һәйбәттер ҙә... Ә бөгөнгө трендтар – кейемдәрҙең иркенлеге, киң яурындар, оҙон еңдәр оҡшай миңә. Бары иреклек, ҡыйыулыҡ, шаянлыҡ, үҙеңә ирония менән ҡарай белеү билдәһе булараҡ. Әммә ҡабатлап әйтәм, ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ булып ҡалырға тейеш. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙҙа кейенергә теләк бар, ул үҙ стилен эҙләй, үҙенә килешле кейемдәр һайлай икән – унда йәшәүгә көс бар. Нимә булһа ла алып кейәйем әле, бынауы әйбер модала шикеле, тип әйбер һайламаһын ине кеше. Сөнки һин үҙеңдең тышҡы ҡиәфәтең менән башҡаларға ярҙам итәһең. Килешле кейемдәр холҡоңдо, ҡыланыштарыңды, атлап йөрөшөңдө үҙгәртә, яңыраһың, һиңә еңелерәк булып китә. Һәм ошо еңеллек башҡаларға ла күсә. Йәғни зауыҡлы кейенеп, өнһөҙ генә башҡаларға ярҙам итәһең. Әммә бында шуны ла билдәләп үтеү кәрәк: автор кейеме бутиктан алған кейемдән айырыла. Ул кешегә көслөрәк тәьҫир итә. Ул – нәҡ һинең хаҡыңда. Һиңә инселәп тегелгән.
– Һеҙҙе тыңлап ултырам да, ошо ғилемде, ошо фәлсәфәне күберәк кешегә еткерергә кәрәклегенә инанам. Ҡайҙа ла булһа мода театры етәкселәрен әҙерләйҙәрме бөгөн?
– Юҡ. Әлегә ундай йүнәлеш юҡ. Мода театры менән етәкселек итеү өсөн ниндәйҙер кимәлдә өлгөргәнлек, айырым һәләт кәрәк. Эйе, бында режиссура, сценография, хореография ҡанундарын белеү талап ителә. Әммә шуныһы үтә лә мөһим: коллекцияң менән һин нимә әйтергә теләйһең? Уға ниндәй мәғәнә, ниндәй ҡиммәттәр һалынған? Коллекциялар кешеләр өсөн мөһим темаларҙы күтәрергә тейеш. «Бант»тарҙы бер урындан икенсе урынға күсереп ҡуйыу ғына түгел ул. Образдар күктәр тарафынан төшөрөлә. Шуға ла аңлы, фекерле, зауыҡлы мода театры етәкселәрен әҙерләү кәрәктер тигән фекерҙәмен.
– Журнал уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ижадсы итеп яралтҡан. Кеше үҙен-үҙе тыйып, баҫып үҙендәге ижадсыны һүндерә ала. Журнал уҡыусыларға еткерәһе һүҙем шул: үҙегеҙҙәге шул ижадсыны уятығыҙ әле. Сөнки ижадсы – ҡыйыу шәхес, үҙ донъяһына сумып ҡына йәшәмәй, ул башҡалар менән хеҙмәттәшлектә, мөғәмәләлә. Ә ижад – мотлаҡ кейем тегеү, һүрәт төшөрөү, музыка ижад итеү, йә булмаһа китап яҙыу түгел. Ижад – ул йәшәү стиле. Кеше башҡалар менән аралашҡанда ла, хатта өнһөҙ сағында ла ижад итә ала...
– Матур, фәлсәфәүи әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Эльвира ханым. Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, тормошҡа булған мөхәббәтегеҙ һүрелмәһен!
Гөлшат Ҡаһарманова әңгәмләште.
"Тамаша" журналы, 2023 йыл, 3-сө һан.