ДАҒАНЫҢ ҠАЙҘА ТОРОУЫ ФАЙҘАЛЫ?
Ҡәҙерле туғандар! Кемегеҙҙең булһа ла махсус дини белемле берәй имамдың йорт тупһаһына ат дағаһы ҡағып ҡуйғанын күргәне бармы? Юҡ шул, минең дә күргәнем юҡ. Уның ҡарауы, башҡа күп кенә яҡташтарҙың, таныштарҙың өйөндә бындай нәмәләр осрай. “Ғаиләгә татыулыҡ, һаулыҡ, һәр эштә уңыш бирә торған даға хаҡында белмәйме икән был хәҙрәттәр? Яҡындарының бәхетле булыуын теләмәйҙәрме ни?” – тип аптыраусылар ҙа барҙыр.
Ни өсөн мәҡәләмде шундай һүҙҙәр менән башлауымды һәм артабан нимә хаҡында яҙырға теләүемде төшөнөп, уны уҡып ултырған бәғзе ҡәрҙәштәр бер аҙ йылмайып ҡуйғандыр. Сөнки ишек башына, тупһаға, муйынға һ.б. урындарға ана шуның һымаҡ теләһә ни элеп ҡуйыуҙың мәғәнәһеҙ эш икәнлеген, хатта оло гонаһҡа илтеүен динде аңлаусылар яҡшы белә. Үкенескә күрә, үҙен мосолман тип һанаған, тик Ислам нигеҙҙәрен өйрәнергә ашыҡмаған күптәр уларҙың ошо хаҡта иҫкәртеүҙәренә илтифат бирмәй шул.
“Ул йоланан ниндәй хәүеф бар?” – тип аптырарҙар. Мәсьәләнең елеге шунда: ниндәйҙер әйберҙән, йән эйәһенән һ.б. нәмәләрҙән бәрәкәт өмөт итеү Раббыбыҙға тиңдәш тотоу менән бер ҙә баһа! Тимәк, кешене иң оло гонаһҡа этәрә ул йола. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә: “Ысынлап та, Аллаһ Үҙенә тиңдәш тотҡан кешене ғәфү итмәй. Башҡа гонаһтарҙы (бынан кесерәкте) Ул теләгән кешеһенә ғәфү итә. Аллаһҡа тиңдәш тотҡан кеше бик алыҫҡа аҙашҡан!” – ти (“Ән-Ниса” сүрәһе, 116-сы аят). Аллаһ Тәғәләгә тиңдәш тотоп, иҫән сағында бының өсөн тәүбә итеп өлгөрмәгән көйөнсә Ахирәткә киткән кешенең мәңгелеккә Йәһәннәм әһеле була икәнен һәммәбеҙ белергә, иң беренсе нәүбәттә шунан ҡурҡырға, һаҡланырға тейешбеҙ.
Һәр төрлө мәжлестәрҙә динде белгән кешеләрҙең ошо турала иҫкәрткеләгәнен ишетәм, әммә күптәрҙең ҡасандыр атаһы йә тағы кемеһелер ҡағып ҡуйған тимерҙән айырылғыһы килмәй. Даға, нисек эленгән булһа, йылдар буйы шулай тора бирә. “Ашарға һорамай ҙа баһа, әйҙә торһон!” – тигән һымағыраҡ яуаплай бәғзеләр. Ҡайһы берәүҙәр: “Беҙ уға табынмайбыҙ барыбер”, – тип аҡлана. Нимәгәлер табыныу уның ҡаршыһында тубыҡланып ултырып ниҙер һорауҙан ғына ғибәрәт түгел бит.
Беҙ, мосолмандар, “лә иләһә илләллаһ”, йәғни “Аллаһтан башҡа табыныуға лайыҡ һис бер илаһ юҡ” тип әйтәбеҙ һәм быға йәнебеҙ-тәнебеҙ менән инанабыҙ. Әгәр ошо кәлимәне исем өсөн генә ятлап алып, уның асылына төшөнөргә теләмәһәк һәм ишек баштарына “илаһ”тар элеп, уларҙан ниҙер өмөт итеп йөрөһәк, Ахирәттә оло ғазапҡа дусар буласаҡбыҙ! Аллаһ һаҡлаһын!
Дағаның урыны – аттың тояғы. Был әйберҙе дөрөҫ файҙаланған хәлдә, ысынлап та, кеше ниндәйҙер бәлә-ҡазанан һаҡлана ала, сөнки аты таймаясаҡ. Тупһаға ҡағып ҡуйҙыниһәң, киреһенсә, тура юлдан тайпылырыңды, Йәһәннәмгә тайып төшөп китереңде көт тә тор инде.
Ифрат та яғымлы, мөләйем, ябай, эскерһеҙ булған күп кенә яҡташтарымдың бына ошо мөһим нәмәне белмәүенә йөрәгем әрнеп, уларҙы ысын күңелдән ҡыҙғаныуымдан тотондом ҡәләмгә, йәмәғәт. Белемле имамдарыбыҙҙан һабаҡ алып, Раббыбыҙға дөрөҫ кенә итеп ғибәҙәт ҡылып, фәҡәт Аллаһтың ризалығына өлгәшергә тырышып йәшәйексе, ҡәҙерле туғандар!
(Хәлил Һөйөндөков)
https://vk.com/wall-81092847_3194