+24 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
28 Августа 2023, 07:21

"Бәхет ташы"

-

Тишек таш тапҡан кеше бәхетле була, тигән булабыҙ ҙа бәләкәй саҡта йәй буйына Эйек буйында ҡырсын араһынан тишек таш эҙләй торғайныҡ. Бер йәйҙә өсәрҙе таба инек ҡайһы берҙә. Табып, шунан хатта бәхетле булып йөрөгән булғанбыҙ йәй буйы😁

Әле лә йыл да ғәҙәт буйынса күҙҙәр таш араһынан "бәхет ташын" эләктереп ала. Түңәрәк йәлпәк таштар ғәҙәттә тишек була, ә бына быйыл ошондай ҡалын ғына "бәхет" эләкте.

Эй, бала саҡтың таштан да бәхет тапҡан мәлдәре😁 Үҙем менән алдым әле Эйектең ошо мөғжизәһен. Бәхеттең ябай ғына төшөнсә икәнен иҫкә төшөрөп торһон - ти Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Гөлсимә Иштанова
Ә һеҙ "бәхет ташы" тапҡанығыҙ бармы, дуҫтар?

"Бәхет ташы"
"Бәхет ташы"
Автор:
Читайте нас