+12 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
22 Августа 2023, 05:27

Мин тормошто яратааам!

– Әсәй, һин нимәләр яратаһың? – тип һораны ҡыҙым. – Ә нимәләрҙе яратмайһың? Минең һораулы ҡарашымды күреп: Нимәләр һиңә көс өҫтәй, ҡәнәғәтлек бирә, нимәләр, киреһенсә, энергияңды ала? – тип дауам итте.

– Яратҡан нимәләреңде бер биткә, яратмағандарын икенсегә теҙеп яҙаһың. «Яратҡандар»лы яҙыуҙы ваҡыт-ваҡыт уҡыштырып торорға, ә икенсеһен утҡа яғырға кәрәк, – тине. Был психологик алым икән шундай. Үҙеңде-үҙең яҡшы эштәргә, ыңғай уйҙарға көйләү була инде. Һе... Бына нисек.. Яҙҙым. Шөкөр, «яратҡандар» яҙылған бит күпкә күберәк булды. Нимәләр яратмағанымды һеҙгә һөйләп тормайым. Утҡа яҡтым да оноттом да мин уларҙы. Ә бына яратҡандарымды – рәхәтләнеп уҡыйым. Шулай итеп, мин нимәләр яратам? Китап уҡырға. Беҙ үҫкән ғаиләлә китапҡа һөйөү кескәй саҡтан тәрбиәләнде. Әтейем башҡорт, әнейем татар булғас, «Башҡортостан», «Кызыл таң», «Башҡортостан ҡыҙы», «Азат хатын», «Ялкын», «Пионер», «Казан утлары»на яҙылалар. Уларҙан тыш өйгә берәй әҙәби китап килеп инһә, бер-беребеҙҙән йәшереп, ярышып, төнөн юрған аҫтында фонарь яҡтыртып уҡыуҙар башлана. Ҡулыма яҡшы китап алһам, мин әле лә донъямды онотам. Донъямды оноттора торған шөғөлдәрем тағы ла бар: тегеү һәм һүрәт төшөрөү. Был эштәр менән, күбеһенсә ҡыш, бигерәк тә, көндәр оҙоная төшкәс шөғөлләнеү йәтеш. Тормош иптәшемдең янымда булғанын яратам. Әлбиттә, көйлө генә сағында (ошо урында йылмайлик). Уны бөтә ыңғай һәм кире сифаттары менән (улар кемдә юҡ) ҡабул итәм. Яратам балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем, кейәү-килендәрем бер өй булып йыйылышҡан ваҡытты. Уларға рәхәтлек, һөйөнөс килтергән шөғөлдәр – тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләп, йылы, матур башалтайҙар, бейәләйҙәр, бирсәткәләр бәйләп һөйөндөрһәм, үҙемә лә әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡәнәғәтлек алам. Бергәләшеп фильмдар, йәнһүрәттәр, спектаклдәр ҡарарға һәм фекер алышырға яратабыҙ. Үҙем музыка, моң тыңлап хисләнергә, әллә ҡайҙағы зәңгәр хыялдар илендә гиҙеп йөрөп әйләнергә яратам. Күңелле мәшәҡәттәргә, матур осрашыуҙарға, ыңғай эмоцияларға бай көндән һуң рәхәтләнеп йоҡларға яратам. Баштың мендәргә төшкәнендә һиҙмәй йоҡлап китәһең, ә инде таң һыҙыла ла башлаған. Яңы көн тыуа. Иртүк һәүкәшемде һауып, һөт айыртҡас та сепаратымды, биҙрәләремде йыуып ҡуйырға яратам. Шул ыңғайы, иртәнге һалҡында түтәлдәр утап, һыу һибеп йә ихата йыйыштырып, өйгә ингәс, бәләкәстәремдең мыш-мыш килеп тыныс йоҡлағандарын күҙәтеп торорға, шунан тороуҙарына тәмле иртәнге аш әҙерләргә яратам. Тормош гел эштән генә тормай. Урмандар, яландар ҡыҙырып йөрөргә, сәскәләргә һоҡланырға, емеш-еләк йыйырға, Димдә ҡойоноп, ҡояшта ҡыҙынырға яратам. Яр буйында шешлек ҡыҙҙырып йә уха бешереп ғаиләм менән тәмле итеп ашарға, ял итергә яратам. Тағы ла: үҙем бешкән ҡымыҙҙы, еләк еҫен, еләҫ елде, йәйге ямғырҙы, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан салауат күперен, ҡышын бурап яуған ҡарлы буранды, артыҡ эҫе булмаған мунсаны, һөйгәнемдең һөйөп ҡараған күҙҙәрен, тәҙрә төбөндәге яран гөлдәремде лә яратам. Ҡайһы берҙә яңғыҙ ҡалып тынлыҡты тыңларға яратам. Ҡыҫҡаһы: мин тормошто яратааам! Бына шул. Ә һеҙ нимәләр яратаһығыҙ, дуҫтар?

 

Асия Хәзиева

Мин тормошто яратааам!
Мин тормошто яратааам!
Автор:
Читайте нас