Ижади юлы «Ҡаҫмарт буйы» йыры менән башланып китә. 1948 йылда Өфөгә килеп, радио аша ошо тыуған еренә арналған йырҙы башҡарып, атаһының һуғышҡа китер алдынан әйтеп ҡалдырған аманатын үтәй.
Данлыҡлы башҡорт йырсыһы Сөләймән Абдуллин был йырҙы үҙенең атаһы Әйүп Абдуллиндан бала саҡтан ишетеп үҫә. Атаһы — Ейәнсура районындағы «Комбайн» колхозының беренсе рәйесе. Бик тәүәккәл, ҡыйыу кеше ине. Кулактар һөжүм иткән саҡта яраланып, ҡулдары зәғиферәк ине, тип иҫләй йырсы. Ҡайҙа йөрөһә лә йырҙан айырылмай йәшәй. Ҡаҫмарт буйҙарында даны таралған йырсы була ул. Етәксе булараҡ, ул таңдан тороп ауылдың бер осонан икенсе осона йырлап үтер ине. Һуғыш башланғас Әйүп ҡат-ҡат фронтҡа китергә теләген белдерә, ныҡыша торғас, теләгенә ирешә. Китер алдынан Бирҙеғол тауына менеп, «Ҡаҫмарт буйы» йырын йырлай. Шул китеүенән ҡайта алмай.
Сөләймән Абдуллиндың хәтирәләренән:
1948 йылда атайымдың теләге тормошҡа ашты. Радио аша уның «Ҡаҫмарт буйы» тигән йырын башҡарҙым. Халҡымдың моңо, үткән аһ-зары йөрәгемә һеңгән. Йырлаған саҡта йырҙа барған ваҡиғаны, ундағы кешеләрҙе күҙ алдыма килтерәм. Беҙҙең йырҙар тотош тарих бит ул. Йырлап торам, йырҙа һөйләнгән ваҡиғалар берәм-берәм күҙ алдымдан үтә.
Иртәнсәккәй тороп, һай, ҡараһам,
Ҡаҫмарт буйы ята күгәреп.
Шул яҡтарға ҡарап бер йырланым,
Уйҙарымды алыҫ ебәреп.
Ҡаҫмарт ҡына буйы күк тирәк,
Туғайында бешә ер еләк.
Дан кәрәкмәй миңә, мал кәрәкмәй,
Дуҫтар кәрәк миңә, ил кәрәк.
Йыр ошо уҡ исемле Ҡаҫмарт йылғаһы исемен йөрөтә. Оҙонлоғо йөҙ саҡрым самаһы булған йылға Ағурҙа, Элмәле, Ҡалмаҡ, Байыш, Сәғит, Юнай, Үтәғол, Ҡыуат, Аҡбулат, Назар, Тушке, Әрсүн, Тирәкле, Этбай, Һултанбай, Һунарсы, Сәнкем ауылдары халҡына хеҙмәт итә.
Лирик тенорға эйә булға көслө тауышлы егетте (микрофонһыҙ ҙа йырлай алған) Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар. 26 йыл филармонияла солист һәм концерт бригадаһының алыштырғыһыҙ етәксеһе була. Тиҙ арала халыҡ ихтирамын яулап данлыҡлы йырсы булып китә.
Билдәле ғалим Рәшит Шәкүр билдәләүенсә:
"Беҙҙең йыр сәнғәте тарихында ижад ғүмерҙәрен иң элек башҡорт халыҡ йырҙарына арнаған һәм шул әлкәлә ҙур популярлыҡ ҡаҙанған атаҡлы оҫталар бар. Сөләймән Абдуллин нәҡ ана шундай, бөтөн йәне-тәне менән үҙ халҡының йыр-моң хазинаһына ғашиҡ кеше. Халыҡ моңо уның өсөн атанан улға, быуындарҙан-быуындарға, быуаттарҙан-быуаттарға тапшырыла килеүсе изге аманат. Ә аманатҡа хыянат юҡ, тигән ата-бабалар. Шуның өсөн дә үҙенең бар булмышы менән халыҡ йырының рухына тоғро. Ул, әлбиттә, фәҡәт үҙенсә йырлай, уның тауышының тембры ла, башҡарыу манераһы ла, йырҙы интерпретациялау алымы ла тик үҙенсә. Башҡорт йырының тәрән нескәлектәрен, иң ҡатмарлы боролоштарын, ғөмүмән, ысын милли үҙенсәлеген һәр яҡлап асып, тасуирлап бирә Сөләймән Абдуллин.
Репертуарында алтмыштан артыҡ халыҡ йыры була. Шулар иҫәбендә «Мәҙинәкәй», «Зәлифәкәй», «Әрме», «Буранбай», «Урал», «Һырдаръя», «Кәмәлек», «Таштуғай», «Артылыш», «Шафиҡ», «Порт-Артур», «Ҡара ат», «Илсе Ғайса».
Бынан тыш Ейәнсура ерлегендә тыуған «Ҡаҫмарт буйы», «Хисам», «Ҡара сурай», «Ергәйеш», үҙе ижад иткән «Ҡайынғабаҡ» йырҙары ла бар".
Йырҙың тарихын белеп, эстәлеген йөрәге аша үткәреп йырлауы һәр йырҙы музыкаль әҫәр итеп балҡыта. Тамашасы күңелендә танһыҡ бер моң булып уйылып ҡала.
1986 йылда «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.
Сөләймән Әйүп улы Абдуллин 2002 йылдың 11 мартында 73 йәшендә Өфөлә вафат була. Тыуған ауылында ерләнгән.