Өйҙө сихрилыҡҡа сорнап, кистәрен атай-әсәйҙең йә мандолинала, йә ҡурайҙа, баянда уйнап, йырлауҙары балалары күңелен кәрәкле юлға төшөргәндер ҙә. Әйткәндәй, әсәһе Рәйсә һәм атаһы Айытбай Дәүләтбаевтар – икәүһе лә ғүмер буйы уҡытыусы булған. Эшләгән, йәшәгән ерҙәрендә уларһыҙ бер концерт та, бер спектакль дә ҡуйылмаған. Ә өйҙә бәләкәй Зифа йыш ҡына атаһының тәҙрә төбөндә ятҡан ҡурайы янында уралырға яратҡан. Балалыҡ шуҡлығы менән шул ҡурайҙы өрөп-өрөп тә тауыш сығара алмағас, әле уйымдары эшләнмәгәндәрен үҙенсә тишеп-йүнләп алған ҡыҙыҡайҙың үҫкәс мотлаҡ сәнғәт юлын һайлаясағын күрҙеме икән шул саҡта яҡындары?! Ҡурай, саксофон, пан-флейта тауышын радио, телевизор аша ишетеп ҡалһа, иҫе китә кескәй Зифаның. Хәйер, күрмәгән булһа, әле тарих уҡытыусыһы булырға әҙерләнгән ҡыҙын сәнғәт институтына ебәрер инеме икән әсәһе?! Юҡтыр. Балаһы күңелендәге баяғы моңдо ишеткәндер ҡәҙерлеһе. Әсәй фатихаһы менән һайланған юл Зифа Айытбай ҡыҙы өсөн бәхетле юл булып сыҡты.
Сәнғәт институтында Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев курсына эләгеүе – бәхеттең тәүге баҫҡысы ғына булған, тип хәтирәләргә бирелә актриса.
– Курсташтарыбыҙ менән үҙ-ара дуҫ һәм татыу булдыҡ, һаман да аралашып йәшәйбеҙ. Үҙ эшенең оҫталары Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова, Олег Закир улы Ханов, Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжевтәрҙең дәрестәрен алған студенттар беҙ...
Әйткәндәй, Тамара Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 95 йыл тулыуға ҡарата хәтирәләр китабы әҙерләгәндә, Зифа апайҙың Тамара Шәһит ҡыҙы ҡуйған «Мөғлифә», рус, үзбәк бейеүҙәрен оҫта башҡарыуы хаҡында белеп һоҡландым. Остазы уның бейеүгә һәләтен танышыуҙарының тәүге көнөнән үк һиҙемләй. Күренмәгән күҙгә күренер ҙә шул – үҙенә генә күрше-күлән балаларын йыйып, Баймаҡ, Көйөргәҙе яҡтарында бәләкәй Зифаның аяҡ остары менән баҫып балет күрһәтеүе, йә тыпыр-тыпыр бейеүҙәре әле күптәрҙең бала саҡ хәтирәһе булып йәшәй бирә. Ихлас шул, онотолмаҫлыҡ та! Тамара Шәһит ҡыҙы һалған бейеүҙәрҙе актриса ҡәҙерле мираҫ итеп ҡабул итә һәм бик күп йылдар сәхнәлә башҡара. Һомғол буйлы, оҙон ҡара сәсле, яғымлы, шул уҡ мәлдә көс бөркөлгән ҡарашлы сая ҡыҙҙың сәхнәне бер итеп әйләнеүен күҙ алдына килтереү бер ҙә ауыр түгел.
Театр... Уның хаҡында иҫәпһеҙ-һанһыҙ ғилми хеҙмәт, әҫәр, мәҡәләләр яҙылһа ла, ҡабат-ҡабат асылыр серҙәре күп. Сәхнәлә уйнаусылар, дөрөҫөрәге – йәшәүселәр, тамашасыһы йөрәгенә үтеп инеп, уларҙы тетрәндерә, ярһыта, сәмләндерә, таң ҡалдыра, күҙҙәренән йәштәр сығара. Аңғармаҫтан, йыһандың икһеҙ-сикһеҙ даръялары менән кеше күңеле араһында рәхәтлек бүләк итер ғәйрәтле көс барлыҡҡа килә. Ошо көс, ошо тулҡын ысын сәнғәт тип атала, миңә ҡалһа. Ул көстө тойоусылар ғына уға мәңге тоғро ҡала. Шул бәхетлеләр араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Дәүләтбаева ла бар. Театрҙағы тәүге роле рус труппаһы менән берлектә ҡуйылған Януш Гловацкийҙың «Замарашка» спектаклендә була. Артабан башҡорт труппаһында Мөхәмәтша Буранғоловтоң «Иҙеүкәй менән Мораҙым»ында – Балапан, Туфан Миңнуллиндың «Ауыл эте Аҡбай»ҙа Тәмлетамаҡ менән дауам иткәйне. Алты тиҫтәгә яҡын ролдәрҙең һәр ҡайһыһы тураһында актриса сәғәттәр буйы һөйләй ала. Туфан Миңнуллиндың «Йәнкиҫәккәйем»ендә – Шүрәлиә, Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт»ендә – Мәҙинә, «Салауат»ында – Ану, «Ҡыҙ урлау»ында – Сафира, Таңсулпан Ғарипованың «Ғилмияза»һында – Хазина, Сөләймән Латиповтың «Амазонкалар»ында – Сара, Мөхәмәтша Буранғоловтоң «Шәүрәкәй»ендә – Мөғлифә, Наил Ғәйетбайҙың «Ауылға ҡыҙҙар килде» комедияһында – Нурания, һәм башҡа бик күп ролдәре әле һаман тамашасыһы күңелендә. Улар сәхнәгә бер генә сығып уйнар өсөн тыумаған, һәр береһенең хәрәкәте, ым-ишараһы ғына түгел, һөйләр һүҙҙәренең һәр өнө ҡәҙерле. Ролдең ҙуры, бәләкәйе булмаған кеүек, актер өсөн уларҙың яратҡаны, яратмағаны ла юҡ. Һәр спектакль – кеше ғүмере кеүек бәләкәй генә өлөшсәләрҙән, кескәй йәки оло ваҡиғаларҙан йыйыла. Актер иһә, ошоларҙың бөтәһен сәхнәлә йәшәтеүсе төп фигура. Ә режиссер – бөтә ижади процесты көйләүсе. Ул да төп фигура. Ғөмүмән, спектакль сығарған мәлдә барыһы ла мөһим. Әгәр ошо мөһимлекте кемдер тойомламаһа, тамашасы ышанмаясаҡ...
Зифа Айытбай ҡыҙының ижады – төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр аша, төрлө ролдәр гөлләмәһенән йыйылған күркәм донъя. Лирик геройҙы ла, драматик, трагик йәки комик персонаждарҙы ла ихласлығы һәм һәләте менән уйнаған оҫта артист булып танылды. Уларҙы талант, эшһөйәрлек, көслө рух һәм ҡот берләштерә. Миҫал итеп, һуңғы йылдарҙа башҡарған Ханума (А.Цагарели «Ханума»), Оло инәй (М.Кәрим «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»), Гөлбикә (М.Буранғолов «Башҡорт туйы»), Әсә (С.Айытматов «Ал яулыҡлы тирәккәйем») ролдәрен килтереү ҙә етә. Башҡортостан театрҙарының һәр береһенең үҙ Оло инәһе бар. Кемдәрҙелер айырып әйтеү мөмкин түгел. Сөнки ул образ – авторҙың ғына түгел, башҡарыусы актерҙың иң көслө, һөйкөмлө һөйәге. Унда аҡыл да, халыҡсанлыҡ та, ҡатын-ҡыҙҙы һүрәтләр иң юғары алиһәлек сифаттары йыйылған. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Оло инәһен ике актер – Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Дәүләтбаева һәм Альбина Кашанова башҡара. Уларҙы сағыштырыу йәки айырым-айырым ҡарау урынһыҙ: икәүһе лә ысын Оло инәй. Бында режиссер Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев оҫталығының юғары булыуын билдәләп үтергә кәрәк.
Актерҙы ролгә режиссер һайлап ала. Зифа Айытбай ҡыҙы үҙенең ижадын үҫтереүгә юл ҡуйған һәр режиссерын оло хөрмәт менән телгә ала. «Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ мәктәбе менән килеп, беҙҙең белем даирәһен тағы киңәйтеп китә», – ти ул.
Бөгөн, йылдар ағымына бирешмәй, үҙ талантың менән үргән сәғәҙәт баҫҡысынан ғорур атлағанда, һине үҫтергән, ә һин уны ҙурлаған театрыңдыҡы менән ижад миҙгелеңдең бер үк булыуы оло бәхет икәнлеген яҡшы белә Зифа Дәүләтбаева. Утыҙ йылдан ашыу тарихын үҙ эсенә һыйҙыра алған республикабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының (ул ваҡыттағы Йәш тамашасы театры) тәүге тын алышын көйләп ебәреүселәр исемлегенән бөгөн һаман шунда ғына эшләп йөрөүсе ике-өс кеше ҡалһа, уларҙың берәүһе – Зифа Айытбай ҡыҙы. Ул күңелендәге асыҡ нуры, бер яҡтан – сағыу, икенсе яҡтан аҡыллы, милләтебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас мөләйемлек, ғәйрәтле балҡышы менән тамашасыһына яңынан-яңы образдарын тәҡдим итә.
Ҡатын-ҡыҙ бәхете тик яратып эшләгән эшең менән генә тулыланмай. Күҙ нурҙары өсөн балҡышты, күңеле өсөн моңдо Зифа Айытбай ҡыҙы ғаиләһенән ала. Ул – һөйөклө әсә, итәғәтле ҡәйнә, ғәзиз ир ҡатыны, әсәһенең уң ҡанаты, туғандарының ҡыуанысы, әхирәтенең серҙәше һәм эш урынында коллегаларының өлгөлө, ихтирамлы терәге.
Рәзилә Ырыҫҡужина
"Тамаша" журналы 4-2021