Ике һунарсы урманға барған. Ҡараһалар, эргәнән ыжламай ғына бер айыу үтеп китеп бара икән. Берәүhе атҡан да ебәргән бит уға, тик яҙлыҡтырған. Айыу кире боролоп, алпан-толпан һунарсы эргәһенә килеп еткән дә, тәпәйен тегенең яурынына һалған. Һунарсы ла ҡулын айыуҙың яурынына һалып:
- Юҡ, юҡ, мин түгел, әсишкә булды бит, әсишкә! - тип ҡысҡыра, ти.
Айыу киткән дә барған. Бөрйәндеке булғас, башҡорт телен белгән инде!