Август — йәйҙең һуңғы айы беҙҙең ил өсөн гел проблемалы була кеүек. «Ҡара август» тип тә йөрөтәләр был айҙы. Уның ҡараңғылыҡ биргән ваҡиғаларынан исемлек тә төҙөп ҡуйғандар.
Иң башта 1991 йылғы август иҫкә алына. «Путч» атамаһы менән тарихта ҡалған ул. Бер һүҙ менән әйткәндә, дәүләт түңкәрелеше. 29 августа СССР территорияһында КПСС-тың эшмәкәрлеге туҡтатыла, РСФСР Президенты Борис Ельцин СССР-ҙың Юғары Советын тарҡатыу тураһында хәбәр итә, СССР Президенты Михаил Горбачев властан ситләтелә... Августан һуң союз республикалары бойондороҡһоҙлоҡ ала башлай. Путч көл-күмерендә, шулай итеп, СССР «янып бөтә», торонбашҡа тотона биреп, хәлһеҙ генә Рәсәй килеп баҫа...
Исемлектә сираттағы «шаулы ваҡиға»: 1994 йылдың 4 авгусыңда «МММ» финанс пирамидаһы башлығы Сергей Мавроди ҡулға алына. Уның ҡорбандары бөгөн дә беҙҙең арала йәшәйҙер әле.
1995 йылдың авгусында финанс ойошмалары бер-береһенә аҡса түләүҙән туҡтай. 100-ҙән ашыу банк ябай ғына бер көнлөк кредитын түләй алмай һәм йыллыҡ ставка 2000 процентҡаса үҫеп китә. Һум курсы ҡапыл ғына төшә. Банктарҙың 25 проценты самаһы ябыла, тиҫтәләрсә мең кеше эшһеҙ ҡала.
1998 йылғы дефолтты ла шул осорҙа йәшәгән кешеләрҙең онотаһы юҡ.
Августы «ҡара ай» тип атау ҙа дөрөҫ түгел, һәр бер ваҡиға йә фажиғә нигеҙендә кеше факторы бар. Ай нишләп ғәйепле булһын?!
Алһыу Ишемғолова