+12 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
8 Августа 2023, 12:10

“Бесәйҙәр дәүләте бюджеты”

Даими таҙарынып йөрөгәнлектән бесәйҙәр мәсеттәргә инергә хоҡуҡлы берҙән-бер мәхлүк. Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм, хәҙистәрендә бесәйҙәрҙе үлтерергә ярамағанлығы киҫәтелә. Ҡыҙыҡлы байрамдар күп. Бөгөн шулайрҙың береһе – Бөтә донъя бесәйҙәр көнө.

Бесәйҙәр тормошон ситтән күҙәтһәң, ҡыҙыҡ ҡына фекерҙәр башҡа килә. Инә бесәй, үҙе нисек кенә ас булмаһын, тырнағына эләккән ризыҡты шундуҡ балаларына ҡалдыра. Балалары бишәү икән, бишәүһенә лә берәр сысҡан тотоп бирә. Әгәр ҙә сысҡан берәү генә икән...
Ул сағында сысҡанды аулаҡ урынға алып ҡасып ашай ҙа, ризығын балаларына "һөтләтә"тигеҙ итеп бүлеп бирә. Бесәйҙәр дәүләте бюджеты, шулай итеп, уның һәр гражданына тигеҙ итеп бүлеп бирелә. Бесәйҙәрҙең олигархтары ла булмай. Беҙ уларҙан шул тиклем артта ҡалғанбыҙмы, әллә алға киткәнбеҙме?
 
Әхмәр Үтәбай, "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 358-се күҙәтеү. 
“Бесәйҙәр дәүләте бюджеты”
“Бесәйҙәр дәүләте бюджеты”
Автор:
Читайте нас