

Әхәт Рәхмәтулла улының ғүмерендә йәмле миҙгелдәр аҙ булмаған, уның Хоҙай тарафынан был донъялағы тәғәйенләнеше үҙе үк шуны аңғарта – театрға хеҙмәт итеү, тимәк, замандаштар күңеленә матурлыҡ һәм изгелек орлоҡтарын һалыу. Бөгөнгө көндә ул курсташтары Рәмзиә Хисамова, Фидан Ғафаров, Тәнзилә Хисамова менән бергә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә, театрҙың аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәре булып, төптән егелеп ижад итә. Актерҙың ғүмер байрамы уңайынан уның тормош һуҡмаҡтарынан бер урап киләйек.
Тыуған бишек – киң донъяға ишек, тиелә халыҡ мәҡәлендә. Әхәт Хөсәйенов Ҡырмыҫҡалы районының йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан Үтәгән ауылында тыуған. Был ауыл республикабыҙға 1812 йылғы Ватан һуғышында Абдрахман батырҙы, беренсе хеҙмәт батыры, сөгөлдөрсө Банат Батырованы, ике тапҡыр Ленин ордены менән бүләкләнгән Фәрзәнә Хөсәйенованы, доктор-профессорҙар Ғайса Хөсәйенов һәм Роберт Байымовты, журналист Фуат Әминевты һәм бик күп алдынғы уҡытыусыларҙы, табиптарҙы биргән ер.
Әхәт Хөсәйенов 1966 йылда Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын тамамлаған. Уҡытыусылары Илшат Хәлил улы Йомағолов уҡыусыларына һөнәрҙәре буйынса башланғыс белем бирһә, тәүге тормош мәктәбен, әлбиттә, театрҙа үтә ул. Сәнғәткә мөкиббән киткән мәшһүр артистарҙан ала ул тормош һәм сәхнә һабаҡтарын – Арыҫлан Мөбәрәков, Ғәзим Туҡаев, Рим Сыртланов, Ғәлимйән Ҡарамышев, Зәйтүнә Бикбулатова, Хөсәйен Ҡудашев, Бәҙәр Йосопова менән бер арауыҡ күрешеп ҡалыуы менән үҙен бәхетле һанай.
Әхәт Хөсәйенов үҙенең ижад ғүмерендә 80-дән ашыу роль уйнаған. Уларҙың иң сағыуҙары: «Ғәлиәбаныу»ҙа (М.Фәйзи) – Исмәғил, «Әҙәмсә йәшәһәң ине»лә (Н.Терентьев) – Кирук, «Салауат» (М.Кәрим) спектаклендә – Петр һәм Юлай Аҙналин, «Ҡыҙ урлау»ҙа (М.Кәрим) – Дәүләтбай һәм Ҡотлоәхмәт, «Их, Өфө ҡыҙҙары! » (И.Абдуллин) комедияһында – Жарыҡбай, «Аманатҡа – хыянат»та (Ф.Богданов) – Алпаров, «Йәш йөрәктәр»ҙә (Ф.Бурнаш) – Ғәлимйән һ.б.
Үҙенең «иң емешле» миҙгелдәрен – ғүмер уртаһын, ең һыҙғанып ижад иткән ваҡытын да йыш иҫкә ала актер: «1980–1990 йылдарҙа сәхнәнән төшмәнем. Театрҙа өс режиссер – В.Сәйфуллин, Л.Вәлиев, Р.Исрафилов эшләй ине, бер премьерала уйнап өлгөрмәйһең, икенсеһенә сират етә… 1992 йылда Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры директоры булып киттем, унда ла һынатманым. 2002 йылда йәнә Өфөгә килдем. Тәүге коллективыма ҡайтыуым – ижадымда һәм шәхсән тормошомда яңы этап башланыу кеүек. Дөйөм алғанда, бәндә ғүмере лә, ижади биография ла өлөштәргә бүленмәй, ә һәр яҡшы үҙгәреш күңелде үҫтерә, яңы маҡсаттар билдәләй».
Илшат Хәлил улы студенттарының һәләтен күреп ҡалыу менән, уларҙы дәртләндереп, илһамландырып ебәрер була. Уҡыған ваҡытта ла ул студент Әхәттең этюд эшләгән ваҡытта сюжеттарҙы оҫта уйлап табыуын, тамашасыға аңлайышлы тел менән бәйән итеүенә иғтибар итә һәм егетте ҡәләм тоторға өндәй. Остазының фатихаһы менән тотонған эш ярайһы уҡ ырамлы була – юмористик хикәйәләр яҙып, көләмәстәр, артистар тормошонан хәл-ваҡиғаларҙы ҡыҙыҡлы итеп бәйән итеп, журнал, гәзит уҡыусылар араһында ла таныла Әхәт Хөсәйенов.
«Режиссерҙарҙың ышанысын аҡларға тырышам. Артист булараҡ «мин-минлегем» сәхнәлә ярылып ята тип әйтә алмайым – мине режиссер әүәләй: сөнки сәхнәгә сығасаҡ әҫәр өсөн ҡуйыусы төркөм яуаплы, ә һәр бер артист улар ҡулында, ябай ғына балсыҡ оҫта ҡулында бер фигураға әйләнгән кеүек, үҙ «йөҙөн» таба, йәнһеҙ мөхитте йәнләндерә. Ул «йөҙ»ҙө тулыһынса асыу – артистың төп эше. Режиссер күҙлегенә тулыһынса ышанған артисмын. Бына «Кәкүк ояһы» спектаклендә минең геройымдың һүҙҙәре юҡ ине, әммә шул образым менән тамашасыны ышандырам, тип иҫәпләйем», – тип, үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлешә актер.
Театр сәнғәтенә ярты быуаттан ашыу ғүмерен арнаған Әхәт Хөсәйенов сәхнәләге уйын менән ҡәҙимге тормош тураһында уйҙарын да еткерә: «Спектаклдәге ваҡиғаларҙан һуң ҡәҙимге тормошоңа әйләнеп ҡайтыу ҡайһы бер осраҡта ҡурҡыныс та булып китә. Ә икенсе бер мәл сәхнәлә барған тамаша ғына булыуына шатланып ҡуяһың. Сәхнә яһалмалыҡты ҡабул итмәй, пьесалағы хәл-ваҡиғалар һинең йөрәгең, аҡыл-зиһенең аша үтергә, актерҙы тетрәндерергә тейеш. Геройыңдың кисерештәрен ышандырырлыҡ итеп күрһәтә алған осраҡта тамашасыны ла тетрәндерә алаһың», – ти.
Бөгөнгө көндә артист «Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова) мелодрамаһында – Булат, «Ул бит кисә ине» (А.Әхмәтғәлиева) комедияһында – Нурғәли, «Бер мәл санаторийҙа» (Н.Ғәйетбаев) спектаклендә – Насир, «Хыялый» комедияһында (С.Әбүзәр) – Закир, «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме» (Ф.Бүләков) спектаклендә – Ҡарт, «Гөлбостан»да (Ҡ.Даян, Д.Йосопов инсц) – Мортаза ролдәрен башҡара.
Декабрь айында етмеш биш йәшлек юбилейы уңайынан актер тамашасылары алдына иң яратҡан ролдәренең береһе – «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури, А.Абушахманов, Ш.Ғилманова инсц.) спектаклендәге Фәхри ҡарт булып сығасаҡ.
Әхәт Хөсәйеновты киноларҙа, музыкаль клиптарҙа төшөргә йыш саҡыралар, һуңғы йылдарҙа Р.Юлтаевтың «Сируси», А.Асҡаровтың «Из Уфы с любовью» һәм «Өс таған» фильмдарында уйнаны.
«Һәр артистыҡы кеүек, минең дә күңелемә ятмаған образдарым булды – ғүмеремдә ике тапҡыр. Ул ролдәрҙе эшләргә теләмәнем, сәхнәгә сыҡҡанда арҡан менән тартып сығарған кеүек тойҙом үҙемде. Ундай осраҡта артист үҙе хаҡында түгел, ә партнерҙары, режиссерҙың ышанысы хаҡында уйларға тейештер. Ә шулай ҙа һәр артисҡа сәхнәлә рәхәтләнеп уйнарға насип булһын – ул саҡта ете ҡат тирләп-бешһәң дә, һуңғы тамсы көсөңә тиклем түкһәң дә, күңелдә ҡәнәғәтлек тойғоһо ярала. Артистарға, бигерәк тә йәштәргә әйтер һүҙем шул – ролегеҙҙең тәмен тойоп, эшләгән эшегеҙҙән, ҡәнәғәт булып ижад итергә яҙһын!» – тигән теләктәрен белдерҙе сәхнә аҡһаҡалы. Декабрь башында ул тамашасыларҙы яңы образы менән шатландырҙы – А.Дударев пьесаһы буйынса Олег Ханов ҡуйған «Эңер төшкәндә» спектаклендә үҙ тиҫтерен кәүҙәләндерҙе.
Уйнарға хыялланған роле тураһында һорағас, Әхәт Рәхмәтулла улы шулай тине: «Хыялдағы ролем хыялда ҡалды инде (көлә). Лир батшаны уйнарға теләгем көслө ине. Хыял-хыял бит ул, артиста хыял булмаһа йәшәй аламы ул? Әммә уйнаған образдарым – һәр ҡайһыһы ҡәҙерле, улар мине кеше итте, улар мине Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенов итеп танытты».
Әхәт Хөсәйеновтың бөгөнгө ролдәрендә лә артисты йәштән оҙата килгән үҙенә бер төрлө сәхнә һөйкөмлөлөгө, ысын ижад кешеһенә хас егәрлелек, урынлы халыҡсан юмор, ихласлыҡ һәм бай фантазия күрергә була.
Ижады менән театр йылъяҙмаһына яҡты биттәр өҫтәгән, таланты менән тамашасыларын ҡыуандырған Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Әхәт Хөсәйеновҡа сәхнә сәнғәтендә оҙаҡ йылдар туплаған белем-тәжрибәһен, ғилем-оҫталығын йәштәр менән уртаҡлашып, туған коллективы менән оҙон-оҙаҡ бергә йәшәргә насип булһын, тип теләйек.
Динара ҠӘЙҮМОВА
«Тамаша» журналы №6-2021 йыл