+29 °С
Ясна
Дөйөм мәҡәләләр
26 Июль 2023, 05:39

Аттар тураһында...

Ат ни өсөн йыраҡтан насар күрә һәм буранда ла юлда аҙашмай?

Ат– аҙыҡтың тәменә һиҙгер мал. Ул үләнде лә һайлап ашай.Һыуҙың да өйрәнгәнен үҙ итә. Бер урында һыулап өйрәнгән ат икенсе урында эсмәүе лә мөмкин.
Тәбиғәте буйынса ат күрәш, йәғни ныҡ алыҫтан күрмәй. Шуға ла ҡайһы берҙәре юл ситендә ялпылдаған әйберҙән өркөүсән була. Әммә эргә – тирәһен бик яҡшы күрә. Тибеп ебәрмәһен өсөн артында тормауығыҙ хәйерле.
Ғәҙәттә, атҡа ҡолағы һәм танауы ярҙамсы. Ҡараңғыла ышаныслы йөрөүе өсөн тояҡтарына “бурыслы”. Шуға ла ул буранда ла юлдан тайпылмай.
Айғырҙарҙа туған өйөр, тыуған төйәк тойғоһо көслө була.
Күк (ап-аҡ) төҫтәге ат– тыуғас та бер нисә ай эсендә салланған мал ул.Тыуғанда уҡ ап-аҡ йөнлө булған ҡолондар һирәк күренеш.
Ат йәйгеһен көнөнә 70 литр, ҡыш 30 литр һыу эсә ала.
 
Аттар тураһында...
Аттар тураһында...
Автор:
Читайте нас