+13 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
25 Июля 2023, 04:53

Башҡорт халҡында көмөш әйберҙәр эшләү кәсебе 

Башҡорт халҡында борон-борондан затлы металдарҙан алтынға түгел, ә көмөшкә өҫтөнлөк биргәндәр. Был башҡорттарҙың алтын менән бөтөнләй эш итмәүе тураһында һөйләмәй. Элек-электән башҡорт мәғдәнселәре алтынды ҡаҙып, иретеп һатыуға сығарыр булған. 

Башҡорт халҡында көмөш әйберҙәр эшләү кәсебе 

Башҡорт халҡында борон-борондан затлы металдарҙан алтынға түгел, ә көмөшкә өҫтөнлөк биргәндәр. Был башҡорттарҙың алтын менән бөтөнләй эш итмәүе тураһында һөйләмәй. Элек-электән башҡорт мәғдәнселәре алтынды ҡаҙып, иретеп һатыуға сығарыр булған. Мәҫәлән, Долмат монастыры монахы 1668 йылда “многие башкирцы, этот камень берут и плавят золото и серебро, ту руду они продают в Уфу русским людям по 13 рублей пуд", - тип хәбәр итә. Башҡорттарҙың Иртәш күлендә (хәҙерге Силәбе өлкәһе) алтын иретеү мейестәре булған. Әммә улар үҙҙәре алтынды биҙәүес әйбере итеп ҡулланмаған. Башҡорттарға көмөш ҡәҙерлерәк булған. Уларҙың бөтә биҙәүес әйберҙәре ошо аҡ металдан яһалған. Ғалимдар “аҡса” һүҙенең дә көмөш, йәғни “аҡ” металл менән бәйле булыуы тураһында фаразлай. Көмөш ҡиммәтле металл ғына түгел, уның башҡа сифаттары ла күп. Был хикмәтле металл күҙ тейеү, ен-шайтандарҙан һаҡлау сараһы итеп ҡулланылған. Шуға күрә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙының кейеме шау көмөштән торған, тиһәк бер ҙә яңылыш булмаҫ. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ кейемендә көмөш тәңкәләр ҙур урын алып тора. Уның башын көмөш тәңкәнән торған ҡашмау һаҡлаһа, арҡаһын шулай уҡ көмөштән ҡашмау ҡойроғо ҡурсалаған. Күкрәкте һаҡал, селтәр ҡаплаған. Хатта муйынға ла көмөш тәңкәләрҙән торған әйбер тағылған. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙ сәс толомдарына көмөш сулпылар, ҡулдарына көмөш йөҙөк, беләҙектәр тағып йөрөр булған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы килгәндә, уның көмөш тәңкәләре сыңлауы алдан уҡ ишетелеп килгән, үҙе күренмәҫ үк. Шулай итеп, ен-шайтан килмәһен тип, башҡорт ҡатындары көмөш һырға, көмөш беләҙек, көмөш йөҙөк кейгән. Ҡашмау, һаҡалдар ҙа уларҙы яман көстәрҙән һаҡлаған. Көмөш тәңкәләрҙең сыңлауы яуыз көстәрҙе ҡыуған, ҡатын-ҡыҙға зыян килтерә алмаған. Шуныһы һөйөнөслө, бөгөнгө көндә көмөш биҙәүестәр тағыу йолаһы тергеҙелә башланы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өләсәйҙәренән ҡалған селтәр, һаҡал эшләү йолаһын ҡабаттан юлға һала башланы. Хәҙер көмөштән эшләнгән милли алҡа, сулпылар һатыла. Kөмөш башҡорт мәҙәниәтендә ҙур урын биләгән металл булып тора. Башҡорт халыҡ йыры “Ирәндектә" лә көмөш биҙәүестәр кейгән башҡорт ҡыҙ тураһында йырлана бит: Һай!.. Иртәнсәккәй тороп, бер ҡараһам, Уң ҡулында көмөш йөҙөк, Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек... Көмөш әйберҙәр ҡулланыу йолаһы ҡайтанан тергеҙелеүе, башҡорт халҡының яңы заман тормошо менән сал быуаттар төпкөлөнән килгән бай мәҙәниәтен бәйләүе булып тора.

Азат Ярмуллин


Скопировано с сайта: Башҡорт халҡында көмөш әйберҙәр эшләү кәсебе - kurultai.ru
https://kurultai.ru/ba/content/3580-izgotovlenie-ukrashenij-iz-serebra-v-bashkirskoj-kulture/

Башҡорт халҡында көмөш әйберҙәр эшләү кәсебе
Башҡорт халҡында көмөш әйберҙәр эшләү кәсебе 
Автор:
Читайте нас