+18 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
24 Июля 2023, 17:20
Ниндәй ағасты һайларһығыҙ? Тест.
-
Һеҙ үҙегеҙгә ныҡ ышанған, аяғығыҙҙа ныҡлы баҫып торған кеше. Тирә-яҡ донъяның нескәлектәрен аңлайым тип үҙегеҙгә мәшәҡәт тыуҙырмайһығыҙ, сөнки уны нисек бар, шулай ҡабул итәһегеҙ. Һеҙ яҡшы, тоғро һәм ышаныслы дуҫ. Башҡа кешеләр тураһында хәстәрлек күрәһегеҙ һәм йыш ҡына үҙегеҙ тураһында онотаһығыҙ.
Һеҙ бик тәүәккәл кеше һәм төрлө яңы проекттарҙа ҡатнашырға яратаһығыҙ. Һеҙ проблемаларҙан һәм билдәһеҙлектән ҡурҡмайһығыҙ. Һеҙгә яңы тәжрибә һәм яңы белемдәр оҡшай, бер үк ваҡытта бер нисә проектта һәм эштә ҡатнаша алаһығыҙ.
Һеҙ - яңғыҙ бүре. Үҙ-үҙегеҙҙе яратаһығыҙ, барыһы ла һеҙҙең өсөн булһын, башҡаларҙың иғтибарына мохтаж түгелһегеҙ – һеҙ үҙегеҙҙең иң яҡшы дуҫығыҙ. Яңғыҙлығығыҙ өсөн хатта ҡыуанып та ҡуяһығыҙ. Һеҙҙе уңышлы кешеләр рухландыра.
Һеҙ еңел һәм бойондороҡһоҙ кеше. Бер урында ҡалырға йәки бер үк эш менән шөғөлләнергә теләмәйһегеҙ – һеҙ тиҙ арала күңелһеҙләнә башлайһығыҙ. Сәйәхәт итергә яратаһығыҙ. Яңылыҡҡа ынтылаһығыҙ һәм тормошоғоҙҙо төрлө тәьҫораттар менән тултырырға тырышаһығыҙ. Уҡырға, яҡшы кино һәм ҡарарға яратаһығыҙ - шулай ял итәһегеҙ.
Һеҙ көслө рухлы кеше һәм үҙенсәлекле шәхес. Һеҙҙә тура һүҙлелек, намыҫлылыҡ һәм шул уҡ ваҡытта көсһөҙлөк тә бар. Һеҙ ысын мөхәббәткә ышанаһығыҙ һәм уны ғүмер буйы эҙләргә әҙерһегеҙ. Һеҙ бик романтик тәбиғәтле.
Һеҙ хыялый кеше һәм тормош мәғәнәһе тураһында фекер йөрөтөргә яратаһығыҙ. Үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итергә күнеккәнһегеҙ һәм кәңәштәрҙе, көсләп тағылған фекерҙе өнәмәйһегеҙ. Һеҙ үҙегеҙгә ышаныслы аҙымдар яһарға ярҙам иткән эске көскә эйә. Әммә хыялдарығыҙ менән һаҡ булығыҙ һәм ысынбарлыҡ хаҡында онотоп ташламағыҙ..
Ниндәй ағасты һайларһығыҙ? Тест.
Автор:
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"