10-16 июлдә ул Новосибирскиҙа Геннадий Заволокин исемендәге “Уйна, гармун!” VIII Халыҡ-ара телевизион фестивалендә ҡатнашты.
Рәсәйҙең иң оҫта гармунсыларының “алтын унау” исемлегенә ингән музыка оҫтаһы унда Башҡортостан исеменән бер үҙе сығыш яһап, милли көй-моңдарыбыҙҙы яңғыратты.
Азат Ханнан улының сығышы һәр ваҡыттағыса жюри тарафынан юғары баһаланып, лауреат исеме менән билдәләнде.