+13 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
24 Июля 2023, 08:25

Аттарҙан тик аттар ғына яҡшыраҡ була ала

Башҡортостандың Милли музейында "Ат иле" исемле күргәҙмәһе эшләй. Ул 13 августҡа тиклем дауам итә. Күргәҙмә Милли музейҙың 160 йыллыҡ юбилейына арнала һәм "Ат иле" Беренсе төбәк-ара музейҙар ижади проекты сиктәрендә уҙғарыла. Экспозицияла Рәсәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән 50-нән ашыу оҫтаның эшен күрергә мөмкин. Унда ат образын һынлы сәнғәт, рәсем, графика, биҙәү-ҡулланма һәм башҡа төрлө техникаларҙа сағылдырған эштәр урын алған. Аттар донъяһын ижади эштәр аша күрһәтеү, оҫталарҙың эшен пропагандалау һәм популярлаштырыу күргәҙмәнең төп концепцияһын тәшкил итә. Күргәҙмәне ойоштороусыларҙың береһе  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған  рәссамы  Салауат Мөхәмәт улы Ғиләжетдиновҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

- Салауат Мөхәмәт улы, "Ат иле" күргәҙмәһе кемдең идеяһы буйынса ойошторолдо?

- Башҡортостанда башҡорт рухы менән һуғарылған ниндәйҙер художестволы проект ойошторорға күптән теләгем бар ине. Аттарҙан да отошлораҡ  нимә булыуы мөмкин? Аттарҙан тик аттар ғына яҡшыраҡ була ала. Милли музей директоры итеп Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡов тәғәйенләнгәс, мин дуҫлығыбыҙҙан файҙаланырға булдым һәм «Ат иле» проекты концепцияһын тәҡдим иттем. Идея хупланды. Беҙ бергәләп Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән рәссамдарҙы саҡырып күргәҙмәне ойоштора башланыҡ. Улар ижадында  йыш ҡына ат образына мөрәжәғәт итеүсе рәссамдар ине. Шулай итеп, «Ат иле» күргәҙмәһе берҙәм хеҙмәт һәм ижад продукты булып тора.  Идеяны тәҡдим итеү – бер, уны тормошҡа ашырыу бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Был йәһәттән Рөстәм Әхмәт Исхаҡов улы Исхаҡов менән Лилиә Мәсәғүт ҡыҙына Бурылбаеваға бик рәхмәтлемен. Уларһыҙ проект уңышлы килеп сыҡмаҫ ине.

-  Күргәҙмәнең төп идеяһы нимәлә?

-  Атҡа булған мөхәббәтте  таныу акты был. Ат - ғәжәп йән эйәһе, хеҙмәттә лә алмаштырғыһыҙ, яугир ҙа. Ат ул кешенең тоғро дуҫы, биҙәге, ул уны юғарыға күтәрә. Төп идея шунда ине.

- Шәхсән үҙегеҙ  өсөн ниндәйҙер асыш таптығыҙмы, был күргәҙмәнең үҙенсәлеге һәм ҡиммәте нимәлә?

- Һәр күргәҙмә  - ул асыш. Элек күрмәгән һәм аңламаған нәмәләрҙе күрәһең. Сөнки һәр рәссам үҙен ат аша аса һәм уның аша үҙен таный. Ә үҙеңде танып белеү – кеше өсөн иң мөһиме. Сәнғәт тап шуға - үҙеңде тирә-яҡ донъяны танып белеү аша танып белеүгә хеҙмәт итә лә. Ә ат донъя мөғжизәләренең береһе, уның сере һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы буласаҡ.

- Күргәҙмәлә улығыҙҙың һәм ҡыҙығыҙҙың эштәре күрһәтелгәнен тинеләр, улар ҙа рәссамдармы?

-  Эйе, беҙ мисәүләп егелгән өс ат һымаҡ.  Улар икеһе лә рәссамдар, Рәсәй рәссамдар союзы ағзалары. Һәр ваҡыт бергә эшләргә тырышабыҙ. Был уларға үҫергә мөмкинлек бирә, ә мин быға ҡыуанам ғына.

- Ижадығыҙҙың төп темаһы — бөйөк дала һәм күсмә халыҡтар тарихы. Ни өсөн ул һеҙҙең өсөн актуаль булып ҡала?

- Бөйөк дала темаһы төп тема тип әйтмәҫ инем.  Мине ижад процесына ҡыуаныс килтереүсе  һәм борсоған бик күп темаларҙың береһе генә ул.  Бала саҡ, халыҡ, айырыуса ауыл тормошонан темалар минең өсөн үтә лә ҡиммәт. Ғәрәп каллиграфияһын, башҡорт эпостары, көнсығыш шағирҙары (Ғүмәр Хәйәм, Рудаки, Хафиз, Новои) шиғырҙары буйынса ижад итергә яратам. Мине борсоған һәм шатландырған бөтә нәмә лә  халыҡ араһында актуаль.

- Үҙегеҙҙең үҙенсәлекле техникағыҙ тураһында бер аҙ һөйләп үтегеҙсе?

-  Автор техникаһы тураһында һөйләү күңелһеҙ ул  Был процесты  күрергә кәрәк.  Мәхмүт Эсамбаевтың нисек бейеүен йәки Мәғәфүр Хисмәтуллиндың йырлауын һөйләү кеүек килеп сыға бит ул. Барыһын да күрергә һәм тыңларға кәрәк.

 

- Бер интервьюла һеҙ бөгөн сәнғәттең урынын шоу-бизнес биләй тип әйттегеҙ. Бөгөн сәнғәтте популярлаштырыу ысулдары ниндәй булырға тейеш?

- Бик ҡатмарлы һәм күп ҡатламлы һәм бәхәсле  һорау был  Ул мәсьәләне ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл итеү мөмкин түгел. Бында күп кенә сәнғәт эшмәкәрҙәренең һәм төрлө быуындарҙың фекере булырға тейеш.  Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәнғәтте шоу-бизнес алмаштыра. Сөнки сәнғәттең роле – кешене юғарыға әйҙәү, үҫтереү, ә бына уны түбәнгә әйҙәү -  шоу-бизнестың  «сәнғәте». Сәнғәт кеше алдында кешенең йәне тураһында ҡатмарлы һорауҙар ҡуя, уны уйланырға,  борсолорға һәм теләктәшлек итергә мәжбүр итә. Улар - яҙыусыларҙан Чехов, Достоевский, Айтматов; рәссамдарҙан  Коржев, Лотфуллин; Сидоров, Шостокович, Свиридов, Пахмутова музыкаһы; Есенин, Ғамзатов, М. Кәрим шиғриәте. Улар урынына шоумендар килде бөгөн. Ә Платовтың «Фашист осоп китте» картинаһы янында Эрик Булатовтың үбешеп торған милицеонерҙарҙы һынландырған «ижад»ы тора. Абдразаҡов, Хворостовскийҙан һуң түбән кимәлле йырсыларҙы нисек ҡабул итмәк кәрәк?!

Сәнғәт популярлаштырыуға мохтаж булырға тейеш түгел. Сәнғәт – ул халыҡтың мәҙәни кодын тәшкил итә, ул уның  һулар һауаһы. Һыуы. Ҡояшы. Ул йөҙөм һабағы кеүек. Уны һәр төрлө ғәрәсәттән, сирҙәрҙән ҡурсаларға  кәрәк. Бының өсөн тиҫтәләгән йылдар талап ителә. Популярлаштырыусылар ҡулына эләкһә, сәнғәт имитацияға әүерелә. Ә унда  сәнғәт юҡ. Һәр имитация сәнғәтте примитив, еңел-елпе һәм йәшәүгә һәләтһеҙ итә.

...Бына шундайыраҡ уйҙар миндә. Консерватив ҡарашлы, олоғая барған кеше фекере был.   Бәлки, мин тормоштан артта ҡалғанмындыр ҙа,  хаҡлы ла түгелмендер...

Аттарҙан тик аттар ғына яҡшыраҡ була ала
Аттарҙан тик аттар ғына яҡшыраҡ була ала
Аттарҙан тик аттар ғына яҡшыраҡ була ала
Аттарҙан тик аттар ғына яҡшыраҡ була ала
Аттарҙан тик аттар ғына яҡшыраҡ була ала
Аттарҙан тик аттар ғына яҡшыраҡ була ала
Аттарҙан тик аттар ғына яҡшыраҡ була ала
Аттарҙан тик аттар ғына яҡшыраҡ була ала
Аттарҙан тик аттар ғына яҡшыраҡ була ала
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас