– Лилиә, йәш кенә ҡыҙҙың сәхнә түрҙәренә сығып, үҙ тыңлаусыһын тапҡанына инде байтаҡ һыуҙар аҡҡан. Оҙон ғына ижад дәүерегеҙгә ҡыҫҡаса байҡау яһап алайыҡ әле.
– Ысынлап та, минең ижадым бик иртә башланды. 15 йәшем дә тулмаҫ элек Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Бик талантлы педагог Әлфиә Мәсәлимова класында булдым. Ул мине композитор Салауат Низаметдинов менән таныштырҙы. Ул саҡта Әлфиә Кәрим ҡыҙы уның ҡатыны ине. Салауат ағай мине студияһына эшкә алды. Шулай йәш кенә көйө профессиональ артистар менән бергә сәхнәлә сығыш яһап, гастролдәрҙә йөрөй башланым.
Салауат Низаметдинов тәүге йырымды яҙҙы. «Һағын мине» тип атала ине ул. Уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Яңы йылға арналған концертын төшөргәндә башҡарҙым. Был йырҙы концерттарымда гел йырларға тырышам, сөнки ул ныҡ иҫтәлекле – танылған композиторҙың, етәкләп тигәндәй ҙур сәхнәгә алып сыҡҡан остазымдың үҙем өсөн яҙған тәүге йыры бит.
Өсөнсө курста уҡығанда, яңы ғына асылған Сибай филармонияһына уның режиссеры Әлмира апай Ҡыуатова менән директоры Фәтих Хөснитдинов эшкә саҡырырға килделәр. Училищелағы уҡытыусыларыма рәхмәт, уҡыуымды өҙмәй генә эшләп йөрөргә рөхсәт иттеләр. Шулай итеп, Өфө менән Сибай араһын тапай башланым: гастролдәргә сығып киләм дә Өфөгә килеп сессия тапшырам. 4-се курсты тамамлағас, Сибайға, эш урыныма тулыһынса күстем дә ижад донъяһына, йыр-моң даръяһына башкөллө сумдым. Әлмира апай миңә тәүге концерт программаһын ҡуйҙы. «Сыҡ миңә кейәүгә, Лилиә» тип атала ине ул.
Сибайҙа оҙаҡ ҡына ижад итеп, 2002 йылда Өфөгә, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә күстем. Уралды Ф.Ғәскәров ансамбленә эшкә саҡырғайнылар инде.
Өфөлә лә бик матур ижад итеп алып киттек. Сибайҙа алған ижад мәктәбе миңә ныҡ ярҙам итте. Шөкөр, яҙмыш талантлы кешеләр менән осраштырып тора. Төрлө режиссерҙар менән, төрлө программалар эшләргә насип булды. Тағы шул ҡыуандыра: һәр режиссер мине икенсе төрлө яҡтан аса.
– Йырсы булып көс йыйған, оҫталыҡ туплаған осороғоҙ Сибай филармонияһында эшләгән саҡҡа тура килә. Ошо мәлде ниндәй итеп хәтерегеҙҙә һаҡлайһығыҙ?
– Эйе, шулай. Сибай дәүерен гел ҙур йылылыҡ менән иҫкә алам. Унда мин профессиональ сәхнәлә тәүге сығыштарымды яһаным, тәжрибәле коллегаларымдың ярҙамын тойоп, үҫтем, ул минең өсөн ысын мәғәнәһендә ижади оҫталыҡ мәктәбе булды. Мәж килеп, сәхнә, ижад тип янып йөрөгән дәртле мәлдәр. Сит өлкәләргә, ят илдәргә гастролдәр, бер-бер артлы ҡуйылған концерттар... Ныҡ емешле булды Сибай дәүере.
Ошонда яҙмышымды осратып, Уралға кейәүгә сыҡтым, ҡыҙыбыҙ донъяға килде. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәребеҙ менән әле лә араларҙы һыуытмайбыҙ, аралашып торабыҙ. Өфөлә концерттары булһа, барып ҡарарға тырышабыҙ.
– Сибай менән Өфө тамашасыһы араһында айырмалыҡтар тоя инегеҙме?
– Был ике тамашасы араһында айырма, әлбиттә, бар ине. Сибайҙа тамашасы һөйөүенә күмелеп эшләнек, ә өфөнөкөләрҙән ҡурҡыңҡырай торғайныҡ, тулҡынландыра ине. Ни өсөн тигәндә, өфөләр бик күп тамаша ҡарай, сағыштыра, шуға ла улар талапсаныраҡ, тип иҫәпләнә.
Хәҙерге ваҡытҡа килгәндә, мин Сибайға сығыш яһарға барһам, ҙур яуаплылыҡ тоям: ижад юлында үҫә генә башлаған осоромда бындағы тамашасым мине ҙурлап, ҡеүәтләп, дәртләндереп торҙо, илһам бирҙе. Аллаға шөкөр, Өфөлә лә инде күп йылдар ижад итәм. Тулы ышаныс менән, өфөләрҙең дә күңелен яулағанмын, тип әйтә алам. Быны концерттар ваҡытында асыҡ тоям. Баш ҡалабыҙҙағы йыр-моң һөйөүселәрҙең ышанысын, яҡшы мөнәсәбәтен аҡларға тырышып, дәртләнеп эшләйем һәр саҡ.
– Репертуарға килгәндә, эстрада, халыҡ йырҙарын да, классиканы ла башҡарған йырсыбыҙ ҡайһылыр йүнәлешкә өҫтөнлөк бирәме?
– Эйе, репертуарыма килгәндә, ул бик ҙур: яҙҙырылған йырҙарым әле 500-ҙән ашыу. Халыҡ йырҙары, эстрада көйҙәре, джаз. Классик йырҙар ҙа репертуарымда бар, әлбиттә. Мин балалар бәләкәйерәк саҡта филармонияның музыкаль-әҙәби лекторийында ла байтаҡ ҡына эшләп алдым – туғыҙ йыл. Балалар өсөн лекция-концерттар булғанда мотлаҡ классик әҫәрҙәр башҡарырға тейеш инем. Ғөмүмән, сәнғәт училищеһында уҡығанда башта классик йырҙар башҡарыусы булырға хыяллана инем. Күп опера йырсыларын тәрбиәләгән күренекле педагог Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина мине, дәүләт имтихандарын тапшырғас, үҙенә уҡырға килергә саҡырҙы. Был минең өсөн шундай мәртәбә ине. Ләкин эстрада юлынан китергә тура килде. Быға үкенмәйем, юҡ, шулай ҙа классикаға һөйөүем бер ҙә һүнмәй. Яйы тура килгәндә, рәхәтләнеп йырлайым. Йырсы кеше үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарарға тейеш, тип тә иҫәпләйем мин. Беҙгә лә бит ижад дәүере оҙаҡҡа бирелмәгән, ваҡыт үтә килә тауыш та үҙгәрә, мөмкинлектәр ҙә. Шуға күрә сәхнәләге һәр мәлеңдең ҡәҙерен белеп, мөмкинлектәреңде һынап, күрһәтеп ҡалырға кәрәктер.
Эстрада йүнәлешендә эшләгәс, репертуарымда иң күп урынды ошо төр йырҙар алып торғаны ғәжәп түгел. Шулай ҙа минең һирәк башҡарылған да, билдәле булған да халыҡ йырҙарынан торған mp3-дискым сыҡты. Унда 33 йыр инде. Йомғаҡлап әйткәндә, эстрада йырҙары менән бергә халыҡ йырҙары ла ижадымда киң генә урын алған.
– Йырҙарҙы ниндәй сифаттарына ҡарап һайлайһығыҙ? Ҡайһы композитор, шағирҙар менән хеҙмәттәшлек итергә яратаһығыҙ?
– Иң беренсе нәүбәттә, йыр миңә оҡшарға, йәғни һүҙҙәре лә, көйө лә күңелемә ятырға тейеш.
Төрлө композиторҙар менән хеҙмәттәшлек итергә тырышам. Иң беренсе, әлбиттә, Салауат ағай Низаметдиновтың йырҙарын яратып башҡара торғайным. Оркестрға ҡушылып, Нур ағай Дауытовтың йырҙарын да йырлағаным бар.
Һуңғы арала йәш композиторҙар менән дә эшләй башланым. Яңыраҡ махсус профессиональ белеме булған Урал Мөхәмәтйәров менән бер йыр ижад иттек. Әле уны тамашасыларға сығармағанбыҙ, онлайн-концертта ғына йырлап ишеттерҙем. Зифа апай Нагаева, Рәил Өмөтбаев менән эшләп ҡараныҡ. Йәш, үҙе моңло, үҙе талантлы Ильяс Кинйәғолов менән дә хеҙмәттәшлек итә башланыҡ.
Шулай уҡ Татарстан композиторҙары менән дә ижад итәм. Әле бына Шахзад Разметов, Илмир Әғзәмовтарҙың йырҙарын башҡарҙым.
Ғөмүмән, мин эҙләнәм. Һәр йырсы хит булып китерлек йырҙарға ынтыла. Шуның өсөн бер ваҡытта ла туҡтап ҡалмайым, төрлө композиторҙар менән ижад итеп ҡарайым. Йыр тамашасыға оҡшаны икән, тағы шул композиторға мөрәжәғәт итәм.
Шағирҙарға килгәндә... Бына русса «поэт-песенник» тигән төшөнсә бар, эйеме. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә улай тап йыр өсөн генә яҙылған шиғырҙар һирәгерәк. Оҫта, талантлы шағир-шағирәләребеҙ күп, Аллаға шөкөр, оҡшағандарын рәхәтләнеп һайлап алырға мөмкин.
Әйтәйек, яңыраҡ Тамара апай Ғәниеваның «Саҡырығыҙ усаҡ яндарына» тигән шиғырын шаҡ ҡатып, иҫем китеп уҡып сыҡтым да, быны мотлаҡ йыр итеп йырларға тейешмен, тип Миңзәлә Яхинаға мөрәжәғәт иттем. Матур йыр килеп сыҡты.
Тағы Зөһрә апай Фәйзуллинаның шиғырҙарын оҡшатам.
Әгәр ҙә инде әҙер көй бар, һүҙҙәре кәрәк икән, мин гел Татарстанда йәшәгән Гөлфиә Шакироваға мөрәжәғәт итәм. Ул мин әйткән темаға ошо көйгә ярашлы итеп берәй ике көн эсендә тиҙ генә шиғырын яҙа һалып ебәрә.
– Хәҙерге осорҙа кеше тамашаларға һирәк йөрөй, тип зарланабыҙ. Һеҙҙеңсә, бының сәбәбе нимәлә?
– Ысынлап та, беҙҙең башҡорт эстрадаһы артистарына еңелдән түгел. Тамашасы бар ул, һинең ижадыңды үҙ иткән, аңлағандары һирәк булһа ла йөрөп тора. Әммә зал тултырып, аншлаг менән барған концерттар юҡ кимәлендә, уның йәшерен-батырыны юҡ. Замана үҙгәрҙеме инде ул, әллә тамашасының зауығымы – аңлайышһыҙ. Шулай ҙа, хәҙерге тамашасыға ялт-йолт килеп торған шоу кәрәк, тигән фекергә яҡыныраҡмын. Ә ундайҙы эшләр өсөн бик күп матди сығымдар талап ителә.
Шулай ҙа хәлдәр улай уҡ хөрт түгел, тип ышанғы килә, сөнки күҙәтеүҙәребеҙ буйынса, былтырғы миҙгелдә аҙаҡҡы ике-өс йылға ҡарағанда зал тулыраҡ булды. Кеше барыбер ҙә профессиональ сәнғәткә нығыраҡ тартыла, уның баһаһын иртәме-һуңмы аңлай, тип иҫәпләйем шуға ла. Быйылғы ижад миҙгеленә күп өмөттәр бағлап, бар зауығыбыҙҙы һалып, тамашасыны ҡыуандырырлыҡ итеп әҙерләнгәйнек тә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия гастролдәргә сығыу бәхетен әлегә кисектереп торҙо шул...
– Ҡайһы бер тыңлаусыларҙың зауыҡ кимәле түбәнерәк, йыр-моңдо сифатына түгел, ә шаран-яран көйөнә, ҡолаҡҡа ятышһыҙ һүҙҙәренә, тик ҡыҙыҡ өсөн генә булғанына, ҡарап тыңлай, тигәнде лә йыш ишетергә тура килә. Был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк тә юҡ түгел. Айырыуса йәштәргә ҡағыла был. Зауыҡ тигән нәмәне бәләкәйҙән дөрөҫ яҡҡа йүнәлтеп тәрбиәләргәлер...
– Эйе, ундай йырҙар бар, хатта күп тә шул. Нимәһе менәндер йәлеп итә ул тыңлаусыны. Шулай ҙа, мәҫәлән, биш-алты йыл элек тә ундайҙар булды, әммә әлеге көндә уларҙы береһе иҫләп, тыңлап-йырлап йөрөймө? Юҡ бит. Ә бына ҡасандыр халыҡ яратып тыңлаған, хит кимәленә күтәрелгән йырҙарҙы заманса итеп башҡарһаң, улар барыбер ҙә өҫтөнлөк ала.
Филармонияла музыкаль-әҙәби лекторийҙа эшләп алдым, тигәйнем бит әле. Унда мәктәп балалары йөрөй, профессиональ сәнғәт менән таныша. Шундағы 10 баланың 7-һе ошо матур өлгөләрҙе күңеленә һеңдерҙе икән, был үҙе бер ҡаҙаныш.
Ә йыр-моң һөйгәндәрҙең күңелендә барыбер ҙә ике-өс көнлөк йырҙар түгел, ә мәғәнәле, зауыҡлылары ҡала. Әйтәйек, бына минән концерттарҙа 20 йыл элек йырлаған йырҙарымды һорап яҙалар. Шуларҙы яңыса аранжировкалап, тағы башҡарһаң, ул йыр икенсе һулыш ала, яңынан кеше хәтеренә әйләнеп ҡайта, уны тағы ла тыңлай башлайҙар!
Бына шуға ла репертуарыма яуаплы ҡарайым. Иртәгә оноторлоҡ түгел, ә күңелгә инеп ҡалырлыҡ йырҙар башҡарырға кәрәк – юҡһа, нимәгә ул сәнғәт менән шөғөлләнеүең?!
– Бөгөнгөнөң иң актуаль тигәндәй мәсьәләһе. Пандемияға бәйле сикләүҙәр, ҡыйынлыҡтарҙы артистар нисек кисерә? Тамашасы менән осрашыуҙы һағынып та бөткәнһегеҙҙер инде.
– Оҙаҡ итеп гастролдәрҙә йөрөргә, тамашасы менән яҡындан аралашырға күнеккән беҙгә, артистарға, пандемия ауырға төштө инде. Яңы шарттарға яраҡлашып, социаль селтәрҙәрҙә күп эшләргә тура килде. Был, әлбиттә, йәнле аралашыуҙы алыштыра алмай. Мин, мәҫәлән, марттан алып һәр йома һайын инстаграмда концерт ҡуйҙым. Аҙаҡ уны башҡа селтәрҙәргә лә тараттым: Шуныһы ҡыҙыҡ: бығаса мине тыңламаған кешеләр ҙә инеп ҡарай, тыңлай башланы. Ҡайһы бер яҙмаларымды 5-тән алып 9 меңгә тиклем кеше ҡарай ине. Хатта мин итальян йырсыһы Ренато Монти менән аралашып киттем. Ул беҙҙең Рәсәй табиптарын дәртләндерер өсөн йыр менән мөрәжәғәт иткән дә мин итальян табиптарын яуап итеп яҙҙырҙым. Ул шундай резонанс алған күренеш булды ул. Аҙаҡ «Беҙ бергә!» тигән халыҡ-ара бер проектта ҡатнашып, клип та төшөрҙөк. Пандемия булмаһа, был хаҡта, бәлки, башҡа ла инеп сыҡмаҫ ине.
Шулай ҙа, бер ниндәй социаль селтәр ҙә, онлайн-проект та тыңлаусың менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуға етмәй. Пандемия бөтөп, яратҡан тамашасыларым менән осрашыуҙы бик һағынып көтәм!
– Лилиә, Һеҙ күп балалы әсәй ҙә бит әле. Ижад менән балалар тәрбиәләүҙе нисек һыйыштыра алдығыҙ? Үҙ ҡыйынлыҡтары ла булғандыр бит...
– Эйе, башҡа ғаиләләрҙәге кеүек, беҙҙә лә төрлө сағы булып китә ине. Мәҫәлән, һуң ҡайттың, ә балалар дәрес әҙерләмәгән. Шунан иртәрәк уятып, ярҙамлашып, дәресен әҙерләтәһең. Аллаһы Тәғәлә әсәләргә көс бирә, тиҙәр бит. Ныҡ арып киткәндә лә ҡайҙандыр көс өҫтәлеп, барыһына ла өлгөрәһең ул. Миңә янымда яратҡан ирем булыуы, тамашасыларымдың дәрт бирер һүҙҙәре, хөрмәте ҡеүәт өҫтәй, ҡанатлы итә.
– Тормош юлдашығыҙ Урал Мортазин менән икегеҙ ҙә сәнғәт кешеһе булғаны донъя көткәндә ҡытыршылыҡтар тыуҙырамы, әллә киреһенсәме?
– Икебеҙ ҙә сәнғәт менән шөғөлләнгәнебеҙ беҙгә уңайлы, ни өсөн тигәндә, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, хәленә инә беләбеҙ. Минең – йырсы, Уралдың бейеүсе икәне лә беҙгә отошло, тиемме икән. Бер-беребеҙгә ситтән ҡарап тигән кеүек кәңәштәр бирә алабыҙ. Урал ансамблдә эшләгән саҡта гастролдәргә икебеҙҙең бергә түгел, айырым-айырым сығыуыбыҙ ҙа бик уңайлы булды, балалар эргәһендә һәр саҡ тигәндәй беребеҙ ҡала ине.
Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә лә икеңдең дә сәнғәт кешеһе булғаны ыңғай роль уйнай, сөнки һин ул донъяның үҙенсәлектәрен, ҡатмарлыҡтарын беләһең, һәр төрлө хәлдәргә әҙер булаһың, бер-береңә ярҙам итәһең. Ижадтан алыҫ торған кешегә бөтә ҡытыршылыҡтарын аңлап бөтөү мөмкин булмағанға күрә күп бәхәстәр килеп тыуа бит.
– Тапалып бөткән кеүек тойолһа ла, был һорауҙы бирмәй булмай. Сирек быуаттан ашыу сәхнәлә йөҙгән, ҙур ижад тәжрибәһе туплаған оҫтаның килер көндәргә ниндәй уй-ниәттәре бар икән?
– Яңы йырҙар, яңы концерт программалары ниәтләнә, юбилей концерттарына ла әҙерлек башларға кәрәк. Иң мөһиме – әлеге ҡатмарлы осорҙо иҫән-һау үткәреп, яҡындарыбыҙ, үҙебеҙ, донъялар имен булһын, ул сағында бар матур ниәттәрҙе тормошҡа ашырырға мөмкин!
Үҙемдең һөнәремде шул тиклем яратам, шул һөйөүемде тамашасыларыма түкмәй-сәсмәй еткергем килә. Ауырлыҡтар үтер ҙә китер, шуға туҡталмаҫҡа, ижад итергә, һәр ваҡыт күҙ уңында булырға, тамашасыларҙы матур программалар менән ҡыуандырырға, тигән уй менән дәртләнеп йәшәйем.
– Яуаптарығыҙ, йәнле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Әңгәмәне Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА алып барҙы.