+15 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
19 Июля 2023, 12:00

Мөхәббәт һағында

Ирле-ҡатынлы икәүҙең донъяһы буталып, сыуалышып китһә, ауылдан ете әбей йыйылышып, «дәрт әйтеү» йолаһын үтәй.

Мөхәббәт һағында

Дәрт күтәреү йолаһы
Ике йәш йөрәк, бер-береһенең һөйөүе ныҡ булһын өсөн, һандуғас ултырған ботаҡты һелкенгән мәлендә үк алмаш-тилмәш үбеп, яурын-арҡаларына бәреп ала.
Ирле-ҡатынлы икәүҙең донъяһы буталып, сыуалышып китһә, ауылдан ете әбей йыйылышып, «дәрт әйтеү» йолаһын үтәй. Береһенең йортонда йыйылып, унан урам буйлап көйләңкерәп «Лә илаһи иллә Алла»ны әйтеп баралар. Ғаилә йәшәгән йорт тирәһендә туҡталып, доғаны ҡабатлайҙар. Ихатаға инер алдынан, ҡапҡаны ете рәт «Фатиха» сүрәһе уҡылған һыу менән өшкөрәләр, ергә һибәләр. Ихатаға ингәс, барыһы ла һеүләй башлай:
Һеү-һеү, Алла!
Һеү-һеү, Алла!
Бойороғоң һинең, Алла,
Собханаллаһ!
Собханаллаһ!
Собханаллаһ!
Ҡайҙан килгән –
Шунда китһен!
Яман күҙҙән,
Яман һүҙҙән!
Һеү-һеү, Аллаһ,
Һүҙҙән килһә –
Һүҙҙән китһен,
Һеү-һеү Аллаһ!
Һеү-һеү Аллаһ!
Нимә булды һиңә, бала?
Килен бала, кейәү бала?

Киленгә ҡарап:
Сәйең мәтрүшкә булдымы?
Яһау көрөшкә булдымы?
Түшәгеңде ҡаҡманыңмы?
Яҡын-йылы ятманыңмы?
Көтөүгә ҡаршы сыҡманыңмы?
Һыйырың әллә ҡайтманымы?
Һеү-һеү, Алла!
Һеү-һеү, Алла!

Кейәүгә ҡарап:
Нимә булды, кейәү бала?
Утыныңды ярманыңмы?
Алдыңа өлөш һалманымы?
Төрлө сәбәптәрҙе көйләп һанап, энәһенән ебенә тиклем барлап, ирле-ҡатынлы икәүҙе «ете иләктән» үткәрәләр. Тыңлай торғас, теге икәү, ул тиклем шау-шыу, низағ күтәрер сәбәп булмағанын аңлап, бер-береһенә ҡарап көлөшә башлай. Шулай ярашалар. Ошонан һуң яңынан бата уҡып, йәштәргә, йортҡа аят бағышлана. Ирле-бисәле икәү, ете әбейгә сәй эсереп, саҙаҡа-хәйер биреп, хөрмәт күрһәтеп оҙата, үҙҙәре матур итеп йәшәп алып китә. Ошо йола «дәрт күтәреү» йәки «дәрт әйтеү» тип аталған.

 

Күрше баҡсаһы – һөйөү асҡысы
Ирле-бисәле икәүҙең араһы һыуынһа, ауылдағы бер йә ете өй аша (йә иһә эргәләш күршеһе) күрше баҡсаһына инеп, төн йоҡлап сығалар. Шунан аралары рәтләнә. Күрше йорто һыу ағымына ҡаршы барышлай булырға тейеш.

«Ағас тылсымы – киләсәк ырымы»
Ир менән ҡатын араһы һыуынған осраҡта ҡайын менән ҡарағай ағасының имен ҡулланалар. Ике ағас үрелеп үҫергә тейеш. Шундай ағастарҙың ботағын алып, ирле-бисәлене өс рәт әйләндереп, уларҙың түшәге аҫтына һалалар. Ғаиләлә мөнәсәбәт яйлана.


Ә.М. Усманованан (1921 й.) һәм Ғафури, Әлшәй, Миәкә райондарында төрлө йылдарҙа яҙып алынды.

Розалия Солтангәрәева

https://bashkizi.ru/articles/milli-yolalaryby/2022-10-30/yuldan-ya-yrma-haly-be-3008242

 

Мөхәббәт һағында
Мөхәббәт һағында
Автор:
Читайте нас