Күп кенә йәштәр, үҫмерҙәр ҡайһы бер туғанлыҡ атамаларын урынлы һәм дөрөҫ итеп ҡулланыу ғына түгел, уларҙы хатта белеп тә бөтмәй. Телебеҙҙең аҫыл хазиналары улар:
Атай (әтей), әсәй (инәй, әней), олатай, ҡартатай (ҡартай), ҡартәсәй (ҡартнәй, ҡәртәс, ҡәрсәй), өләсәй (өләс, әзәй, өсәсәй), апа, бабай (бауай), әбей (әвей), ағай (абзый), апай, ҡустым (энекәш, мыртый), һеңлем (ҡарындашым), улым, ҡыҙым, ейәнем, ейәнсәрем, бүләрем, бүләсәрем, тыуарым, тыуасарым һ.б.
Туғанлыҡты белдергән был атамаларҙың тағы ла төрлө диалектҡа ҡараған варианттары бар. Мин бында үҙебеҙҙең яҡтың (Һаҡмар, Ҡыҙыл һөйләштәре) һәм эргә-тирәләге һөйләштәрҙәге киң билдәле яңғыраштарын килтереп үттем. Әгәр ҙә халҡыбыҙҙың һәр ырыу-ҡәбиләһе һөйләш үҙенсәлектәренә ҡарап туғанлыҡ терминдарын теҙгәндә, исемлекте тағы ла бик оҙонға һуҙырға мөмкин булыр ине.
Шул уҡ ваҡытта Ҡыҙыл һәм Һаҡмар һөйләштәрендәге ҡайһы бер ҡыҙыҡлы айырмалыҡтарҙы ла әйтеп үтке килә. Мәҫәлән, Һаҡмар һөйләшендә атай-әсәйҙең атаһы ҡартатай булһа, Ҡыҙыл һөйләшендә олатай. Һаҡмарҙар иһә атайҙан өлкән бар кешегә лә олатай тип өндәшә, Ҡыҙылдар уға апа, ти. Һаҡмарҙар атайҙың әсәһен ҡартәсәй, әсәйҙең әсәһен өләсәй, тиһә, Ҡыҙылдар атайҙың әсәһен дә, әсәйҙең әсәһен дә өләсәй, тип атай. Учалыла өләсәйгә әзәй, тип өндәшеүсе кешене лә осраттым.
Тағы ла бер фекер. Һәр төбәк кешеһе: «Беҙҙең яҡта шулай-шулай тип әйтәләр, беҙҙеке генә дөрөҫ, башҡаларҙыҡы дөрөҫ түгел», – тип һүҙ көрәштерергә, бәхәсләшергә тотона. Бының менән килешеп булмай, сөнки һәр кем, үҙе йәшәгән төбәк үҙенсәлегенә ҡарап, хаҡлы. Бигерәк тә әсәй, инәй тигән атамаларға ҡағыла бындай бәхәстәр.
Туғанлыҡ атамаларын урынлы һәм дөрөҫ итеп ҡулланғанда бик матур мөнәсәбәттәр мөхитен тыуҙырырға була. Дөрөҫөн әйткәндә, был атамалар тап шуның өсөн дә барлыҡҡа килгәндер ҙә инде. Икенсенән, исемдәр янына «ағай», «апай», «ҡустым», «һеңлем» һүҙҙәрен ҡушып өндәшкәндә тик үҙебеҙ генә аңлаған яҡынлыҡ, туғанлыҡ йылылығын тояһың. Өсөнсөнән, был һүҙҙәр «һеҙ» тигән башҡа телдән күскән ҡалыпты ла алмаштыра. Мин, ғөмүмән, хатта ки ғәрәп телендә булһа ла, «һеҙ»ҙәрҙән азат булырға тырышам. Нисек инде, беҙ хатта ки Аллаһу Тәғәләгә лә «һин» тип өндәшеп, икенсе бер кешегә «һеҙ»ҙән һалдырабыҙ? Бының менән ул кешене Хоҙайҙан өҫтөн ҡуйып, гонаһҡа батмайбыҙмы икән? Был фекер, бәлки, дөрөҫ тә түгелдер, әммә мин барыбер ҙә шулай уйлайым.
Халҡыбыҙҙа өйләнеүгә, кейәүгә сығыуға, ҡоҙалашыуға, туғанлашыуға бәйле күп кенә атамалар шулай уҡ йолалар менән бер үк ваҡытта үтәлеп килгән һәм нығынған. Бына улар: ҡоҙа (төп ҡоҙа), ҡоҙағый (төп ҡоҙағый), ҡоҙаса, кейәү, кәләш, килен, кейәү, балдыҙ, ҡәйнеш, кейәүңәре, ҡайнаға, ҡайынбикә, ҡайны (ҡайната), ҡәйнә (бейем), еңгәй, еҙнәй, бажа, апһын, килендәш, көндәш, ҡайынһеңле, ҡайынеңгә, ҡайынеҙнә, һыйлым, ҡиәмәтлек апай (һеңле), ҡиәмәтлек ағай (ҡусты) һ.б.
Иренә йә ҡатынына эйәреп ҡайны-ҡәйнәһенә «атай-әсәй», ҡайнаға-ҡайынбикәһенә «ағай-апай» тип өндәшеүсе кейәү-кәләштәр быуа быуырлыҡ хәҙер. Һүҙҙе шунан башлайыҡ: ни өсөн уйлап сығарылған һуң никахлашыуға бәйле туғанлыҡ атамалары? Дөрөҫ, ҡайны менән ҡәйнәгә «атай-әсәй», ҡайнаға менән ҡайынбикәгә «ағай-апай», ҡәйнеш менән балдыҙға «ҡусты-һеңле» тип өндәшмәҫ өсөн, әлбиттә. Һайлап алған йәреңдең туғандарын яҡын күреп, уларға йәрең кеүек өндәшеүҙән ниндәй зыян була, тип әйтер берәү. Һәм ул яңылышмаҫ та, әммә...
Әммә мин ошо урында имам әл-Бохариҙың бер хәҙисен килтереп үтәм: «Әгәр ҙә кемдер берәү, үҙ атаһының кем икәнлеген беләгүрә, икенсе кешегә «атай» тип өндәшһә, гонаһҡа бата, шулай уҡ үҙен икенсе халыҡтың вәкиле тип иҫәпләгән кеше тамуҡтан үҙ урынын алһын...»
Тимәк, өйләнгән йә кейәүгә сыҡҡан кеше яңы барлыҡҡа килгән туғандарына үҙ туғандарына өндәшкән һымаҡ өндәшеп гонаһҡа батмаһын өсөн дә уйлап сығарылған ҡайны, ҡәйнә, ҡайнаға, ҡайынбикә, еңгәй, еҙнәй, балдыҙ, ҡәйнеш һ.б. атамалары. Тимәк, был һүҙҙәр кешене гонаһҡа батыуҙан һаҡлап тороусы тылсымлы һүҙҙәр, кодтар.
Был атамаларҙың тамырында ла «ағай-эне»нең ятҡанлығы һуҡыр күҙгә лә күренеп тора. Мәҫәлән, ҡайны – ағайны, ҡәйнә – әғәйнә, ҡайнаға – ағай-эне–ағай, ҡайынбикә – ағай-эне-бикә (апай), ҡәйнеш – ағай-энеш, ҡайынеңгә (ағай-эне-еңгә) һ.б. Уларҙың барыһында ла һүҙ сит кешене туғаның итеп алыу хаҡында бара. Бала саҡтан ололарҙың бер әйткәне лә хәтергә ныҡ уйылып ҡалған: икенсе кешене атай-әсәй тип таныған кеше үҙ ата-әсәһенә үлем теләй. Хоҙайым һаҡлаһын! Ябай ғына итеп аңлаған осраҡта ла, икенсе кешегә үҙ туғаныңа әйткән һүҙҙәр менән өндәшеү ҙә ул туғаныңды ҡәҙерһеҙләү, һанламау икәнлеген аңлауы ауыр түгел.
Тағы ла туйҙарҙа барлыҡҡа килгән бер буталыш хәлгә үҙебеҙҙең ерлек һөйләше үҙенсәлегенән сығып аңлатма биреп үткем килә. Был буталыш иң беренсе нәүбәттә кемгә ҡоҙағый, кемгә ҡоҙаса тип өндәшеүгә ҡайтып ҡала. Ике яҡтан да кейәү менән кәләштең ата-әсәһен беҙҙә төп ҡоҙа менән төп ҡоҙағый тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта теге йәки был яҡтан ир туғанға исеменә ҡушып ҡоҙа, ҡатынына исеменә ҡушып ҡоҙағый (әйтәйек, Әнүәр ҡоҙа менән Хәҙисә ҡоҙағый) тип өндәшәләр. Ә инде теге йәки был яҡтың ҡыҙ туғанына исеменә ҡушып ҡоҙаса тиҙәр.
Ә бына ҡайның менән ҡәйнәңдең өлкән йәштәге туғандарына кем тип өндәшергә һуң? Тормош иптәшеңә эйәреп олатай, апа, инәй, бабай (бауай) типме? Юҡ, әлбиттә, сөнки улар һинең ҡан туғандарың түгел. Был осраҡта беҙҙең яҡта ҡайныңдың өлкән туғанының исеменә ҡушып «ҡайным» (әйтәйек, Мостафа ҡайным, ҡәйнәңдең өлкән туғанына исеменә ҡушып «ҡәйнәм» (әйтәйек, Сәлимә ҡәйнәм) тип өндәшәләр. Бары тик хәләлеңдең ата-әсәһенә генә исемдәре ҡушылмай, «ҡайным», «ҡәйнәм» тип өндәшәбеҙ.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
"Тамаша" журналы 5-2021