Мөнирә Йәғәфәрова-Мәхмүтованың был театрҙа эшләй башлауына 18 йыл ваҡыт үткән. Был ваҡыт аралығында ул тамашасылар һөйөүен дә, хеҙмәттәштәренең ихтирамын да яулаған. Уңыштар ҙа, алҡыш-балҡыштар ҙа иҫәпһеҙ һанһыҙ булған, ауырлыҡтар ҙа, тетрәнеүҙәр ҙә кисергән, бөртөкләп булһа ла уңышһыҙ мәлдәр ҙә осраған. Әммә уның күңелендәге бер ынтылыш, һөйөү һәм маҡсат бөгөнгө көнгә тиклем йәшәй: театр. Ҡасандыр был тойғолар уны хатта яҡын кешеләренән айырып, сит төбәккә лә алып килгән, сит телде лә өйрәнергә мәжбүр иткән.
Ул Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында тыуа. Әммә яҙмыш ата-әсәһенең тормош юлын айырыу сәбәпле, бала сағы Сибай ҡалаһында үтә. Мөнирә ҡасан театр сәнғәтенә, сәхнәгә ғашиҡ булыуын хәтерләмәй, шулай ҙа мәктәпкә барғанда уҡ әсәһенә: «Мин артист булам!» – тип әйтеп ҡуя. Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡытыусылары балалар менән ҡайһы бер әҫәрҙәрҙән өҙөктәр сәхнәләштерә. Ҡыҙҙың күңелендә әҙәбиәткә лә һөйөү сәхнә аша килә. «Урал батыр» эпосында ул Йәнбикәне уйнай. Һигеҙ йәшлек бәләкәй генә буйлы баланың әсә ролен башҡарыуына күптәр һоҡланыу белдерә. «Булдыра алам икән!» – тәүге ышаныс шулай барлыҡҡа килә. Артабан мәктәптә үткән байрамдарҙа, концерттарҙа ҡатнашыу, конкурстарҙа еңеү яулау – Мөнирәнең ышанысы үҫә, хыялы маҡсатҡа әүерелә. Гел әүҙем мәҙәни тормош алып барған ҡыҙ ул саҡта класс етәксеһенең инәлеүен һаман да йылмайып хәтерләй: «Мөнирә, геометрия менән физиканан артта ҡалғанһың бит! Уҡы, әҙерлән инде зинһар...» Ә яуап ҡәтғи: «Артист кешегә улар кәрәкмәй!»
Менәүәрә апай Сибай ҡалаһына күскәс, яҙмышын – Ейәнсура уҙаманы Вәли менән бәйләй. Бәләкәйҙән үҙенә атай наҙын бүләк иткән кешене Мөнирә лә яҡын күрә һәм «атай» тип йөрөтә. Мәктәпте тамамлағас, атаһы ҡыҙ баланы Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына имтихандар бирергә үҙе алып килә. Конкурстың ҙурлығын күреп, Мөнирәне бер аҙ өмөтһөҙлөккә лә әҙерләп ҡуя:
– Ярай, балам, бында инә алмаһаң, ашнаҡсы булырһың. Бешеренергә лә яратаһың бит...
Ысынлап та, үткән быуаттың аҙағындаға аҡсаһыҙлыҡ, дефицит заманда ла бәләкәй ҡыҙ бала ғаиләнең аҙ ғына он-шәкәрен ҡарап тормай, көн һайын ҡамыр баҫып, тәмлекәстәр бешергән була. Әммә был – оҫталыҡ, ә сәхнә хыял икәнен башҡа кеше аңлаймы ни?!
Ысынлап та, Мөнирә уҡырға инә алмай, конкурстың 3-сө турынан үтә алмай. Сибайға ҡанаты ҡайырылған ҡоштай өмөтһөҙлөк менән ҡайтып инә. Баш ҡаланың башҡа юғары уҡыу йорттары менән ҡыҙыҡһынып та тормай хатта. Кәйефе ҡырылып, артабан нимә эшләргә белмәй йөрөгән сағында Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында йәшәүсе туғандарынан хат килеп төшә. Ә унда Ырымбур дәүләт рус театры режиссеры Рифҡәт Исрафиловтың татар театры өсөн махсус курс йыйыуы тураһында иғлан сыҡҡан «Яңы ваҡыт» гәзите!
– Минең өмөтөм уянды, йәшәү мәғәнәһе барлыҡҡа килгәндәй булды, – тип хәтерләй ул мәлдәрҙе Мөнирә Мәхмүтова. – Бер ауыҙ бешкәс, ныҡлап тотондом: тәүҙә «Сулпан» театры режиссеры Вәкил Йосоповҡа барып, шиғыр, проза һөйләргә, этюд эшләргә өйрәндем. Ырымбурға барғас, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов унда эшләгәнен белә инем, уның менән таныштым. «Үҙ Сибайым!» – тип ул миңә байтаҡ кәңәштәрен бирҙе. Бәхетемә, Ырымбурҙа август аҙағында ғына имтихандар башланғайны. Театрҙың художество етәксеһе Рөстәм Әбдрәшит улы Абдуллаев мине тәүге имтихандарҙа иғтибар менән ҡарап ултырҙы ла, бер шиғырҙы биреп, иртәгәһенә шуны саф татар телендә ятлап килергә ҡушты. Төнө буйы өйрәндем. Ярайһы ғына килеп сыҡҡан кеүек булды, ни булһа ла уҡырға алдылар. Рус төркөмөнә – 25, татар төркөмөнә ете кеше уҡырға индек. Ике төркөмдөң бөтә дәрестәре лә (сәхнә теленән тыш) бергә барҙы, бер-беребеҙҙең спектакль өҙөктәрендә ҡатнаша торғайныҡ. Милләт айырманыҡ, үҙ ара дуҫ булдыҡ һәм ул дуҫлыҡ бөгөн дә дауам итә. Беҙҙе Рифҡәт Исрафилов, Булат Хәйбуллин, Рөстәм Абдуллаевтар уҡытты. Ә Олег Закир улы башҡа курстарҙа белем бирә ине. Әммә мине күрһә һәр ваҡыт хәлдәремде һорашып, ярҙам кәрәкһә кил, тип торҙо. Янымда ҡурсалаусым бар, тигән ышаныс күңелдә булғас, үҙемде сит ҡалала яңғыҙ тойманым.
Ҡыҙ уҡырға ингәндә, диплом алғас, Башҡортостан театрҙарының береһенә эшкә ҡайтырға ниәтләй. Әммә уны 2-се курста уҡ, Михәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур татар дәүләт театры өсөн йыйылған махсус курс студенты булараҡ, шунда эшкә саҡыралар. Тәүҙә «Банкрот» спектаклендә күмәк сәхнәлә ҡатнаша. Артабан балалар өсөн тамашаларҙа уйнай башлай. Ә инде Булат Хәйбуллин диплом спектакле булған «Алты ҡыҙға бер кейәү»гә (Туфан Миңнуллин) тотонғас, Мөнирәгә етем ҡыҙ Розалия ролен тапшыра. Ул аҙаҡ театр репертуарына ла алына, йәш артист ошо роле менән тәүге гастролдәргә сыға. Шулай уҡ диплом алмаҫ борон уҡ уны Аяз Ғиләжевтың «Беҙ 12 ҡыҙ инек» спектаклендә Рабиға роленә тәғәйенләйҙәр. 22 йәшлек ҡыҙға 40 йәшлек ҡатын образын сығарыу еңелдән булмай.
2007 йылда диплом алған Мөнирә бер аҙға икеләнеп ҡала – тыуған республикаһы ла тарта, үҙ итеп, яратып өлгөргән театрынан да айырылғыһы килмәй. Күңелен һалған, әллә күпме ауырлыҡтар, тетрәнеүҙәр менән сығарған рәүге ролдәренән дә айырылырға теләмәй. «Тағы ла бер аҙға ҡалайым...» – тип уйлап ҡуя. Алға китеп шуны әйтәйем: хәҙер инде тормошҡа сыҡҡан, үҙ ояһын ҡорған, танылыу яулаған, үҙ тамашасыһын тапҡан Мөнирә башҡа ҡалала йәшәүҙе, башҡа театрҙа эшләүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай.
Ырымбур театрының бәләкәй генә труппаһы оло бер ғаилә кеүек: 20-ләп актер эшләй. Шуға ла бында килгән һәр йәш көстө ҡолас йәйеп, ихлас ҡаршы алалар. Милләт айырыу ҙа юҡ, сөнки араларында татарҙарҙан тыш, телде яҡшы өйрәнгән башҡорттар ҙа, мишәрҙәр ҙә, хатта урыҫтар ҙа бар. Ә телдәр оҡшаш булһа ла, Мөнирәгә татарса өйрәнеү еңел булмай. Хәҙер иһә үҙ методикаһы бар: сәхнә өсөн ятлап алып, әҙәби татар телендә рәхәтләнеп уйнай. Ә аҙаҡ, баймаҡтарса ҡаты итеп, ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшә.
2007 йылда, Мөнирә курсташтары менән эш башлаған ваҡытта театр бинаһы реконструкцияға ябылған була. Ул ваҡыт башлыса гастролдәр менән үтә. Ә премьераларға медицина университетының бәләкәй генә бер бүлмәһендә әҙерләнәләр. Шул гастролдәр мәлендә йәш артист Ырымбур өлкәһе ауылдары һәм халҡы менән ныҡлап таныша. Йылдар үтә, ролдәр ҙә арта. Юлдар ҙа оҙоная, Мөнирә үҙенең ролдәре менән ярты Рәсәйҙе ураған, тип әйтһәм һис арттырыу булмаҫ. Пермь, Силәбе, Мәскәү, Һамар, Ульяновск, Ижевск, Әстрәхән ҡалаларын, Татарстанды тотошлайы менән йөрөп сыҡҡан. 2017 йылда «Нур» Өфө татар дәүләт театрында сығыш яһаған. «Кемгә нисектер белмәйем, мин юл йөрөргә яратам. Фатирҙан фатирға, ауылдан ауылға йөрөгән оҙайлы гастролдәрҙе һағынам. Хәҙер район үҙәгендә генә сығыш яһайбыҙ ҙа, кире ҡайтып та китәһең. Ә элек яңы кешеләр менән аралашаһың, фатир хужалары менән туғанлашып та бөтә инек. Сибай ҡалаһына Айгөл Әхмәтвәлиеваның «Һағынған саҡтарымда» драмаһы менән барғайныҡ. Мин унда Мәрфүға ролен уйнаным. Яҡташтар алдында сығыш яһау икеләтә яуаплы һәм шатлыҡлы икән ул. 50-ләп кеше – минең туғандарым, дуҫтарым килде, гөлләмәләргә күмделәр!» – тип шатлығын йәшермәй бәйән итә мәҡәлә геройым.
Йәш артисҡа сағыу таланттарҙы берләштергән театрҙа үҙенең урынын табыу, нимәлер иҫбатлау еңел булмай. Әммә уға ҡыйыулығы һәм сәхнәлә йәмһеҙ булып күренеүҙән ҡурҡмауы уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә. «Был юлы нимә уйлап сығарҙың инде тағы?» – тип режиссерҙарҙың көтөүе лә юҡҡа түгел: берәй образын аҡһаҡ яһаһынмы, күҙлек кейҙерһенме, әллә тешһеҙ ҡалдырһынмы – Мөнирә һәр саҡ иҫтә ҡалырлыҡ итеп уйнарға тырыша. 30 йәшкә тиклемге актрисалар башлыса йәш, матур образды алырға ынтыла, төп героиня тураһында хыяллана. Ә яҡташыбыҙ һәр бирелгән ролдән ләззәт алып, кинәнеп эшләй, эҙләнә, тулыландыра. 27 йәше тулып, әсә булырға йөрөгәндә уға Салауат Әбүзәрҙең «Хыялый»ында 70 йәшлек Шәрифә образын уйнарға тура килә. Әсә булыу бәхетенән мәхрүм ҡатынды ул шул тиклем ярата, хатта әсенеп уйнаған урынындарында ҡарынындағы бала ла тынысһыҙланып, тибеп-тибеп ала. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, театр «Хыялый – 2» спектаклен сығарған. Шәрифә вафат, сәхнәлә ул юҡ. Әммә Мөнирә тәүге драмалағы кисерештәре менән һаман да уйнауын дауам итә – спектакль ҡуйылған һайын залдан, тамашасы булараҡ ваҡиғаларҙы күҙәтә. Шәрифә ролен яратыуы шул тиклем көслө була, хатта бөгөн ғаилә ағзалары бер ҡыҙыҡ хәлде иҫкә төшөрөп, көлөп ала. Премьера үтеп, күп тә үтмәй Мөнирә тәүге балаһын таба. Операциянан һуң йүнәлеп етмәгән. Менәүәрә апай баланы тәрбиәләшергә ярҙам итеү өсөн ҡыҙы янына килә. Өй эсендә саҡ йөрөгән артистың телефонына репертуар килә. «Әсәй, бөгөн театрҙа «Хыялый»ҙы уйнайҙар...» – ти ул бошонҡо ғына. «Әгәр хәҙер шылтыратып, уйнарға саҡырһалар, нимә эшләйһең?» – тип һорап ҡуя Менәүәрә апай. «Барам!» «Һуң һин бит ауырыйым, тип ярҙамға мине саҡырҙың?» «Спектакль уйнарға булғанда, барыһы ла онотола», – тип яуаплай ҡатын.
Ғаиләһенән дә уңған Мөнирә. Яҙмышын Ырымбур өлкәһенең Дүсмәт ауылы егете Фәнил менән бәйләгән. Үҙе шофер булып эшләһә лә, ул ҡатынының һөнәр үҙенсәлектәрен белеп, ауырлығын аңлап ҡабул иткән. Мәхмүтовтар ғаиләһендә ике бала үҫә. Олоһо Эмилгә туғыҙ йәш. Степ бейеүен ярата, махсус түңәрәккә йөрөй. Ә ете йәшлек Элина хас әсәһе: киләсәктә артист булырға теләй. Моңло йырлай, бейеүҙә лә һынатмай. Әйткәндәй, балаларҙың икеһе лә «Мөхәббәт тиҫбеһе» (Айгөл Әхмәтвәлиева) һәм «Гүзәлем Әсәл» (Сыңғыҙ Айытматов) спектаклдәрендә уйнай. Ағаһы бер аҙ оялыуҙы аңлап, сәхнәнән тартыла төшһә, кесеһе киреһенсә, спектаклдәр булыр көндө таң менән тороп, сәстәрен тарап, көтөп ултыра. Әсәһенең бала сағын иҫенә төшөрөп, Элина: «Мин уҡырға бармаһам да була, мин бит театрҙа эшләйем!» – тип хәбәр һалған бер көндө. «Һуң, йәшең үтһә ул спектаклдә һине уйнатмайҙар бит. Тимәк, эшең булмаясаҡ...» – тип өгөтләй икән әсәһе. «Абдуллаевҡа инеп, һөйләшермен. Миңә яраҡлы роль менән спектакль ҡуйһын!» – тип бик ҡәтғи яуаплаған бәләкәй ҡыҙ. Тимәк, киләсәктә әсәһенең юлын дауам итерлек алмаш үҫеп килә!
Мөнирә Мәхмүтова әгәр теләһә, моңло йырсы ла булыр ине, моғайын. Йырлы ролдәре лә байтаҡ. Тик ул үҙе лә, яҡындары ла, уҡытыусылары ла был һәләтен ваҡытында күреп, үҫтермәгән. Ә институтта ҡыҙ вокал буйынса имтихандарҙы «5»-ле билдәһенә тапшырған. Был юҡҡа түгел – йырға талант өләсәһе Мәхүҙәнән күскән. Сығышы менән Буранбай ауылынан булған инәй Раевтар нәҫеленән. Үҙе мәрхүмә булһа ла, моңло йырсы тигән даны ҡалған. Әммә ул ауыл ҡатыны булараҡ, ер эшенә, донъя көтөүгә, балалар үҫтереүгә күңелен һала. Балаларын ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәрен дә: «Нимә ҡарап йоҡлап ятаһығыҙ?! Кешенән бер көн алда йәшәргә кәрәк!!!» – тип йоҡонан уятҡан. Башҡалар йоҡонан торғанда уның ярты эше тамамланған булған. Мөнирәләге тырышлыҡ, ынтылыш, маҡсатҡа ирешеүсәнлек моғайын, унан киләлер.
Ниндәй генә жанрҙа, ниндәй генә пландағы роле булмаһын, уңыш менән атҡарып сығара Мөнирә Мәхмүтова. Шулай ҙа күңеленә милли драматургия яҡын: Ғәлиәскәр Камал, Рҡаил Зәйдулла, Кәрим Тинчурин, Салауат Әбүзәр, Айгөл Әхмәтвәлиева әҫәрҙәрендәге ролдәрен ярата. Тағы ла ул Мостай Кәримдең Тәңкәбикә образын сәхнәгә сығарғыһы килә. Һәм уның был хыялы ла тормошҡа ашыр, ышанам. Сөнки алдан әйтеүемсә, Мөнирә хыялдарын маҡсат итеп ҡуйып, алға барыусы талантлы, тырыш артист! Һәм беҙҙең яҡташыбыҙ булыуы менән ысын йөрәктән ғорурланабыҙ.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА