+15 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
17 Июля 2023, 10:00

Ҡоҙасамы, ҡоҙағыймы? Был туғанлыҡ һүҙҙәре ҡайһы осраҡта ҡулланыла?

Ә һеҙ ҡоҙаса менән ҡоҙағыйҙы айыра беләһегеҙме ул? Ошо ике терминды бутап ҡуйғылайҙар бит ул!

 Туғанлыҡ терминдары күп башҡортомда. Шулар араһынан ҡоҙаса менән ҡоҙағый, ҡоҙа иң актуаль һүҙҙәрҙән булды быйыл беҙгә.
Ә һеҙ ҡоҙаса менән ҡоҙағыйҙы айыра беләһегеҙме ул? Ошо ике терминды бутап ҡуйғылайҙар бит ул! Аңлатам: ҡоҙағый тип килен-еңгәләргә әйтәләр, ҡоҙаса - апай, һеңле. Был дәрәжә йәшкә ҡарамай. Мәҫәлән, алыыыҫта ҡалған беҙҙең туйҙа минең ҡайнымдың ике апаһы (оло ғына булһалар ҙа) ҡоҙаса булдылар, сөнки улар ҡайнымдың апалары.

Бер бикәсемдең туйында мин ҡоҙағый, бейемем ҡоҙаса булды.
Бына әле Урал улымдың (һеңлемдең улы) туйы гөрләп үтеп китте. Унда нимәһе ҡыҙыҡ булды: мин ҡоҙаса бит инде, апай булғас. Йәш кенә Луиза киленемә ҡоҙағый тип өндәштеләр! Еңгәй булғас, дәрәжәһе шундай була.

Тимәк, еңгәй-килендәр - ҡоҙағый, апай-һеңлеләр - ҡоҙаса.
Ҡоҙаса булғас, әҙерәк ҡоҙасаларға бәйле туй йолаһын хәтергә төшөрөп киттек әле матур-матур йәш ҡоҙасаларым менән. Ул - ҡоҙасаларҙың сәй эсеүе.

Кисә беҙ ҙә был йоланы ихлас итеп үтәнек: ҡоҙасалар менән тәмле сәй эстек, һөйләшеп-көлөшөп күңел астыҡ. Ҡумыҙға ҡыҙҙарса ғына итеп бейешеп тә алдыҡ. Ҡоҙасаларыма был йолабыҙҙың мәғәнәһен аңлаттым".

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләлә РАФИҠОВА аңлатты.

https://vk.com/wall-19539250_3340

 

Ҡоҙасамы, ҡоҙағыймы? Был туғанлыҡ һүҙҙәре ҡайһы осраҡта ҡулланыла?
Ҡоҙасамы, ҡоҙағыймы? Был туғанлыҡ һүҙҙәре ҡайһы осраҡта ҡулланыла?
Автор:
Читайте нас