+28 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
14 Июля 2023, 08:00

Кәзәгә һәйкәл


"Һәйкәлде һин кемгә ҡуйыр инең?" - тип
Һораһалар минән түрәләр,
Һис уйламай яуап бирер инем:
"Лайыҡ беҙҙә уға кәзәләр".
Был минең ун йыллап элек яҙған шиғырымдың беренсе дүрт юлы. Ул шиғыр районыбыҙҙың "Ейәнсура таңдары "гәзитендә баҫылған ине. Кәзә малына һәйкәл ҡуйырлыҡ изгелеген беҙ күреп үҫтек. Кәзә беҙҙе ашатты, кейендерҙе,уҡытты, кеше итеште.Тоторға йыбанмаған кешегә беҙҙең яҡта бар шарттар ҙа булды. Тау итәгендәге, уйһыулыҡтарҙағы болондар, ул болондарҙағы һутлы, аллы-гөллө сәскәле үләндәрҙе ашап төшөп рәхәтләнеп эсергә саф һыулы йылғалар булһа, амбар тулы ашлыҡтың төрлөһө тулып ятты. Эшләгән кешегә мулдан тоҡ -тоҡ бирәләр,пенсионерҙар ҙа ситтә ҡалмай ине. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа кәзә малы 40- 50 баш та бар ине. Ашау һәйбәт,көтөүлектәр киң, уның нәтижәһендә кәзәләрҙең өҫтәрендә ҡабарып дебет үҫә.Шул дебет тарала, аялана, шапылдаҡ менән һуғыла, иләнә,сиратыла еп ҡушып, уртаһы, сите бәйләнә, ҡабартыла ла... Сумкаларға һалынып шәл булып баҙарға юл тота. Һатылғас, аҡсаһын һәркем кәрәгенә тотона. Күпме шалдар-шәлдәр,ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, башлыҡтар,һ.б. бәйләнек, бәйләйҙәр. Ул беҙҙең райондың иң төп валюталарының береһе. Хәҙерге көндә иҫең китерлек матур иттереп, семәрләп, ғәжәйеп биҙәктәрҙең төрлөһөн һалып, шаҡмаҡ,түгәрәк,оҙонса шалдар, паутинкалар, бирсәткәләр,бейәләйҙәр... Теләһәң театрға ябынып барырлыҡтары бар. Тиҫтәләгән әйберҙәр бәйләйҙәр ейәнсураның уңған ҡатын - ҡыҙҙары. Төрлө ерҙәрҙән заказдар ҙа килә икән.
Мине иң йәлеп иткән сыйфаты беҙҙең шалдарҙың - уның дауалау көсө. Әллә тауҙар итәгендә үҫкән үләндәр энергияһы үҙгә бер көслөмө,әллә селтерәп аҡҡан йылғаларҙың саф һыуының тәэҫиреме, әллә беҙҙең яҡтың ,асыҡ, ҡунаҡсыл,ихлас күңелле ҡатын-ҡыҙҙарының бәйләгәндә һеңгән күңел йылыһынанмы, улар ябынғас, һөйәккә хәтле үтеп йылыталар. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа арҡаңа өҫкө кейем эсенән ябынып ҡуйһаң, шытырҙап торған һыуыҡ та нипочём. Һыҙлап торған билеңә,ғөмүмән ауыртып торған тән өлөшөнә бәйләһәң, ул ерең яҙылып, йылынып, һыҙлауы баҫылып, ауыртыуы кәмеп, хатта бөтөп китә.
Ошо көндәрҙә миңә шатлыҡлы хәбәр килде. Беҙҙең Ейәнсура районының Үтәғол ауылында кәзәгә һәйкәл ҡуйғандар. Комиссия килеп ҡабул итәсәк.Ҡыҫҡаһы:
Баҫтырырға иң ҙур постаментҡа
Лайыҡ беҙҙә күптән кәзәләр.
Халыҡ әйтер үҙенең хаҡ һүҙен,
Минең һүҙҙән, әгәр, көлһәләр.
Ошо юлдар менән шиғырымды бөтөргән инем. Иң ҙур булмаһа ла, постаментҡа баҫтырғандар кәзәне. Лайыҡлы урын!
Зәүхиә Низамиева
 
https://vk.com/wall314712617_5751
 
Кәзәгә һәйкәл
Кәзәгә һәйкәл
Автор:
Читайте нас