+23 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
14 Июля 2023, 06:00

Чесноковка түгел, ҠЫРҒАУЫЛ

Чесноковка түгел, ҠЫРҒАУЫЛ

Өфөгә "көньяҡ ҡапҡанан", йәғни Ырымбур трактынан инеп килгәндә уң яҡта ҡалған Чесноковка ҡасабаһы күптәргә таныштыр инде. Үҙ-ара көлөп уны "Һарымһаҡовка" тип тә йөрөтөп алдыҡ. Ә был ерҙең тарихы бит боронғо, бай, һәм һәр башҡорт, минеңсә, уны белергә тейеш.

Чесноковка ла һәм, әлбиттә, "Һарымһаҡовка" ла түгел, Ҡырғауыл тауы тип аталған был ерҙәр. Эргәлә ағып ятҡан Бәрҫеүән йылғаһы үҙенә күрә Өфө ҡәлғәһе менән аҫаба башҡорт ерҙәренең бер сиге булып торған.
Ҡырғауыл тауы итәгендә яҡынса XIII быуатта төҙөлгән Хажи (Ғази) мәсете урынлаша. Ошо мәсет Тарихи Башҡортостанда иң ҙур йәмиғ мәсете һаналған, таштан төҙөлгән булған.

Ғази мәсете ғибәҙәт ҡылыу йорто ғына түгел, башҡорттарҙың йыйындар үткәрелгән урыны ла. Бында мөһим һорауҙар хәл ителгән, һуғыш башларға йә тамамларға ҡарар сығарылған, ғәскәр башлыҡтары һайланған, тормошта әһәмиәтле булған башҡа төрлө мәсьәләләр ҡаралған.
Йыйында сығарылған ҡарарҙар бар башҡорт өсөн мотлаҡ булған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1736 йылдың башында Иван Кирилов карателдәре Ғази мәсетен емерә, байтаҡ ҡына башҡорттар үлем язаһына тарттырыла.

Мәсет урынында Өфө Успение ирҙәр монастыры асылып, үҙ эшен башлай.

Шул уҡ 1736 йылдың февралендә йыйындарҙы йылына бер генә хәҙерге Ғафури районының Ләмйән йылғаһы буйында үткәрергә рөхсәт ителгән указ донъя күрә. Уныһы ла Өфө воеводаһынан рөхсәт алып уҙғарыла, йыйында ҡараласаҡ һорауҙарҙы, хәҙерге тел менән әйткәндә, көн тәртибенә яраштырып ҡына үткәрергә мөмкин булған йыйынды.

Бына шулай "Һарымһаҡовка"ның тарихы. Ябай урын түгел ул. Үҙ-ара булһа ла, ата-бабаларыбыҙҙың хәтерен хөрмәтләп, был тирәне үҙ исеме менән - Ҡырғауыл тип атайыҡ.

Руслан Бикинин.
Фото Өфө ҡалаһы хаҡимиәте сайтынан.

https://vk.com/wall-19539250_3333

 

Чесноковка түгел, ҠЫРҒАУЫЛ
Чесноковка түгел, ҠЫРҒАУЫЛ
Автор:
Читайте нас