Ун биш йылдар элек Остап һәм Машка ҡушаматлы татыу пар ҡаҙҙар көттөм. Яҙ көнө, тамағына берәр нәмә тығылдымы, инә ҡаҙ ашай алмай, ятып үлде. Остап ҡар иреп бөткәнсе шым ғына ояһы янында ятты. Ҡар ирегәс, үлән сүпләргә урамға, йылға буйына сыға башланы. Минең күршеләрҙең дә пар ҡаҙҙары бар ине. Шул яҙҙа тағы бер инә ҡаҙ һатып алып ҡайттылар. Ата ҡаҙҙары яңы инәһен яратманы, суҡып, урамға ҡыуып сығарҙы. Үгәйһетелгән инә ҡаҙ ҡапҡа алдында яңғыҙы ултырыр ине. Минең яңғыҙ ҡалған Остап башта күрше ҡаҙға иғтибар бирмәне. Аҙағыраҡ, иртән урамға сыҡҡас, ҡаңғылдашып, бер-береһен сәләмләй, унан бергә йылғаға йөрөй башланылар. Ҡаҡылдап, туҡтауһыҙ нимәлер һөйләшәләр. Кис Иҙел буйынан ҡайтҡас, Остап башта дамаһын ҡапҡаһы төбөнә тиклем оҙатып ҡуя, унан ҡайтып, ҡысҡырып, ҡапҡа астыра.
Көҙ ҙә етте. Ғәҙәттәгесә, ҡараңғы төшөүгә, тышта ҡаҙ ҡысҡырған тауыш ишетелә. Сығып ҡапҡа асам. Ҡаҙыбыҙ инергә ашыҡмай, ҡапҡа артына һонолоп ҡарап, кемделер саҡыра. Мин сығып, ҡапҡа артын ҡарайым. Унда, оялғандай башын ситкә бороп, күрше инә ҡаҙ йәшеренеп тора. Ҡапҡаны асыҡ ҡалдырып, ситкәрәк китеп күҙәтеп торам. Мин юғалғас, ҡаҙҙар башта ҡапҡа тышынан муйындарын һоноп, кеше юҡмы, тигәндәй, ишек алдын байҡап сыҡтылар, унан эскә уҙып, алдан әҙерләп ҡуйған емде ашай башланылар. Икенсе көнөнә күстәнәс тотоп, күршеләргә инеп, хәлде аңлатып бирҙем. "Үҙҙәре килешеп ҡушылғас, айырып тормайыҡ инде", - тип, миңә ҡаҙҙарын һатырға булдылар. Киләһе йылына улар күп бәпкә сығарып, ҡарап үҫтерҙеләр. Шул көҙҙә ишек алдында ҡунған ҡаҙҙарға төндә көҙән һөжүм итә. Ата ҡаҙ ояһын һаҡлап, йыртҡыс менән алышып һәләк булды.
Уҙған йыл Иҫке Собханғол ауылында, Ағиҙелдең аръяҡ яр сите буйлап туңмай ҡалған ерендә, иптәштәренән айырылып, көньяҡҡа осоп китә алмай ҡалған мөхәббәт символы - яңғыҙ аҡҡош бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Ошо яңғыҙ аҡҡош яҙмышын уртаҡлашып, уға иптәшкә ябай йорт ҡаҙының барып ҡушылыуы барыһын да ҡыуандырҙы. Ҡаҙ яҙ еткәнсе аҡҡоштан айырылманы. Сумып, бергә ылымыҡ ашайҙар, боҙға сығып ултырып, ҡауырһындарын таҙарталар. Яҙ сыҡҡансы бөтә Бөрйән халҡы ҡоштарҙың яҙмышы өсөн янып йәшәне. Уларҙың бергә иҫән-һау яҙ сығыуы барыбыҙ өсөн дә оло ҡыуаныс булды.
Заһир ДӘҮЛӘТБИРҘИН.
Бөрйән районы.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2023 йыл