Өс көндән һуң нисектер әтмәләп, Әҙеһәмгә уйнап күрһәттем. Ул мине «молодец» тип маҡтап ебәрҙе, ләкин беҙҙең хеҙмәттәшлек артабан дауам итмәне, ул миңә бер ниндәй ҙә кәңәш бирмәне, бер нимә лә тәҡдим итмәне, мин дә һорарға оялдым. Шулай ҙа миндә, әгәр үҙемдең музыка ҡоралым булһа, моғайын да, өйрәнә алыр инем, тигән ышаныс тыуҙы.
Икенсе бер күрше Миҙхәт ағай ҙа кистәрен ишек алдына сығып бер ҙур ғына ағас төпһәһенә ултырып, матур итеп баянда уйнай ине. Уның янына ла барып баҫып тороп тыңларға баҙнат итә торғайным. Ул да минең шатлығымдан күҙҙәрем ялтырап тороуын күреп, минең дә уйнағым килеүен һиҙепме бер мәлде: «Кил яҡыныраҡ, – тип, баянын тотоп ҡарарға рөхсәт итте лә, былай тине: – Туғаным, һин әле бәләкәйһең, һинең өсөн баян ауыр музыка ҡоралы, үҫә төшкәс, нығынғас өйрәнеп ҡарарһың», – тине. Шуның менән баян эпопеяһы ла күңелһеҙерәк тамамланды.
Көтмәгәндә икенсе бер ыңғай ғына тарих килеп сыҡты. Рәшит исемле бер ағай, эш эҙләптерме, торлаҡ юллаптырмы, беҙҙең ауылға килеп сыҡҡан. Яңғыҙы. Шуға беҙҙең күрше Бәҙернисә апай тормошҡа сыҡты, матур итеп йәшәй башланылар. Бер көн әсәйем уларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Теге ағай ҡулына ниндәйҙер эскрипкәгә оҡшаған бер әйбер тотоп килгән. Ул мандолина булып сыҡты (үҙе әйтте). Беҙҙең инде ундай нәмәне күргән дә, белгән дә юҡ ине. Ҡунағыбыҙ шул тиклем матур итеп бер нисә көй уйнап ебәргәйне, минең ғәжәпләнеүемдән хатта тын алыуым туҡтап ҡалғандай булды. Ул бармаҡтарын йүгертеп, шул тиклем шәп уйнаны, хатта миңә был ҡоралда уйнауы бик ябай һәм еңел генәлер ахыры кеүек тойолдо.
Рәшит ағай мандолинаһын бер кемгә лә тотторманы, ситтән генә күрһәтеп, ҡылдарын, сирткесен (медиаторын) аңлатып бирҙе. Беҙ тағы ла уйнауын һораныҡ, ул ихлас башҡарҙы.
Был музыка ҡоралы миңә шул тиклем оҡшаны: көс еткеһеҙ ҙур ҙа түгел, баҫырға телдәре лә юҡ кеүек, мин дә өйрәнә алырмын һымаҡ булып китте. Ҡайҙан һатып алырға мөмкин икәнлеген, күпме тороуын һорашырға булып киттем. Ағай барыһын да аңлатып бирҙе.
Баянға көс етерлек түгел, ҡыйбат, моғайын, мандолинаны алып булыр, тип, әсәйемдән гел һораным. «Ярай, имтихандарыңды бишкә бирһәң, тырыштырырмын», – тине ул. Беҙ уҡыған заманда дүртенсе кластан башлап йыл һайын имтихан бирә инек. Имтихандарҙы бишкә тапшырыу минең өсөн әллә ни ауыр ҙа булманы, уңышлы ғына итеп етенсе класҡа күстем. Әсәйем дә һүҙендә торҙо. Йәй буйы ярҙамһыҙ ниһеҙ үҙ алдыма уйнарға өйрәндем. Үҙемә күрә нота станы яһап алдым: унда бармаҡтарҙың баҫылыу тәртибе, медиаторҙың ҡайһы ҡылға һәм ҡайһы саҡта нисә тапҡыр сиртергә тейешлеге һандар ярҙамында күрһәтелде. Шулай тырышып, каникул ахырынаса 11 бейеү көйөн сығара алдым. Өйҙә лә, ишек алдына сығып ултырып та уйнайым. Әсәйемдең күршеләре, үҙемдең иптәш ҡыҙҙар килә башланы, мин уйнайым, ҡыҙҙар бейейҙәр, бөтәһенә лә минең уйнау оҡшаны, һоҡланып тыңлайҙар, ә мин инде түбәм күккә тейерҙәй булып һөйөнәм. Шулай ныҡлы ғына уйнарға өйрәндем, хатта класс концерттарында ла ҡатнашып уйнай башланым.
Рәшит ағайҙың скрипкаһы ла бар ине. Ул унда ла бик матур уйнай. Минең мандолинала өйрәнә алғанымды күреп, ул хәҙер һис ҡурҡмай скрипкаһын миңә тотторҙо һәм, мандолинала уйнай белгән кеше скрипкала уйнарға ла еңел өйрәнә ул, тине.
Минең хәҙер яңы инструментҡа күҙем төштө. Рәшит ағай үҙенең етәкселегендә уйнап ҡарарға рөхсәт итте һәм яҡшы ғына күнекмә бирҙе лә, бер нисә көнгә өйгә биреп ҡайтарҙы. Быныһы инде минең теләгемдең сиге ине!
Өйгә скрипка тотоп ҡайттым, әҙерәк тауышын да сығарып күрһәттем. Ләкин был яңы «һөнәр» әсәйемә бер ҙә оҡшаманы, ул былай тине: «Ҡыҙым, зинһар, скрипка тигән нәмәне башҡа бер ваҡытта ла ҡулыңа алма, һин миңә анау баҙар уртаһында скрипка уйнап, хәйер йыйып ултырған меҫкен кешене хәтерләтәһең». Шулай итеп әсәйем күңелемде бөтөнләй скрипканан һүрелтте. Ләкин мандолинаны ташламаным, уны әле лә һирәк-һаяҡ булһа ла ҡулыма алғылайым.
Музыка һөнәренә өйрәнеү теләге мине бер ҡасан да ташламаны.
Институттың икенсе курсында уҡып йөрөйөм. Бер мәл, көтмәгәндә, иғлан күреп ҡалдым. Унда былай тип яҙылғайны: «Стәрлетамаҡ КПСС горкомында халыҡ инструменттарында уйнарға өйрәтеү курстары ойошторола». Шатлығымдың сиге булманы. Барҙым. Йырлатып ҡаранылар, ниндәй инструментта уйнай беләһең, тип һоранылар. Мин мандолинамды тотоп уҡ килгәйнем, уйнап та күрһәттем. Минең «сығыштарым» комиссия ағзаларына оҡшаған, күрәһең, дәрестәргә йөрөй башлаһаң да була, тик айына 3 һум түләргә кәрәк буласаҡ, тинеләр. Ул хаҡты түләй алмауыбыҙҙы белһәм дә, әсәйем менән кәңәшләшмәк булдым. «Юҡ, балам, булдырып булмаҫ, апайың да быйыл стипендия алмай», – тине. Ул ваҡыттағы 22 һум стипендияның нимәһен арттырып түләйһең инде. Быныһы инде сираттағы фиаско булды.
Көтмәгәндә үҙебеҙҙең институтта фортепьяноға өйрәтеү курстары ойошторҙолар. Курстар бушлай! Конкурстан уңышлы ғына үттем. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был бәхеттән дә мәхрүм булдым: һин бит хәҙер дүртенсе курста уҡыйһың, ә беҙҙең курстар үҙе биш йыллыҡ, тимәк, һин бер йылдан беҙҙең курстарҙы ташлаясаҡһың булып сыға, тинеләр. Ә бит шул тиклем нота грамотаһын алғым килгәйне.
Ышанысымды өҙмәй, был изге теләгемде бер аҙға ҡалдырып торҙом.
Үҙемдең ҡыҙҙарым сәнғәт мәктәбендә уҡый башлағас ҡына ысын музыка һәм музыка грамотаһы менән ныҡлап таныштым һәм бының ниндәй бөйөк, һәм шул уҡ ваҡытта ни тиклем көс, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, талап итә торған эш икәнен аңланым.
Мәктәп дәрестәренән башҡа ҡыҙҙар һәр көн кәмендә икешәр сәғәт пианино артында ултыра. Мин дә улар менән булдыра алған тиклем ноталар өйрәндем, сольфеджио менән таныштым, музыка дәрестәренә, концерттарына бара инем. Әлбиттә, үҙемә ултырып уйнап ҡарарға тура килмәне, сөнки, берҙән, ваҡыт арттыра алманым, икенсенән, инструмент балаларҙың ҡулынан төшмәне. Ләкин мин һәр ваҡыт музыка донъяһында йәшәнем. Бигерәк тә юғарыраҡ кластарҙа ҡыҙҙарҙың ҙур программалы, концерт, имтихан сығыштары башҡарылғанда. Үҙемдең ынтылыш барып сыҡмаһа ла, ҡыҙҙарымдың тырышлыҡтары, уңыштары, музыка донъяһына инеп китеүҙәре, сикһеҙ ҡыуандырҙы.
Ифрат ҡыҙыҡ бит ул тормош. Юғарғы көс мине иғтибарһыҙ ҡалдырманы, бала саҡтан күңелемдә йөрөткән хыялды тормошҡа ашырыуға ярҙам ҡулын һуҙҙы: инде йәшлегем дә уҙып барғанда ғәжәп бер музыкант ҡатын менән танышырға яҙҙы. Ул – пианистка, Ираида Семеновна. Күп йылдар Гнесиндар мәктәбендә, Бетховен мәктәбендә эшләп, фортепьяно класын алып барған. Йәше һикһәнде уҙған, ләкин музыка тип янып йәшәй. Һәм бына ошо ҡатын музыкаға ынтылыуымды һиҙеп, миңә фортепьяно дәрестәре алырға тәҡдим итте. Уның түҙемлеге, минең тырышлығым арҡаһында нота грамотаһын өйрәндем, бәләкәйерәк әҫәрҙәрҙе уйнарлыҡ булдым, ә башҡорт көйҙәрен үҙ тауышым менән йыям (быныһы инде минең тормошҡа ашмаған изге хыялымдың бер ҡылы).
Шуныһы ҡыуаныслы, үҙем алып барып еткерә алмаған хыялымды балаларым дауам итә: ҡыҙҙарым пианинола уйнай, ейәндәремдең береһе гитарала уйнап, икенсеһе барабанда һуғып, «Шанс» эстрада студияһында ике йыллыҡ белем алып, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, ә Искәндәр (бәләкәй ейәнем) барабан мәктәбен тамамлап, хәҙер үҙе шәхси музыка мәктәбендә балаларға дәрестәр бирә.
Балаларымдың күңелдәре саф булыуы, төп һөнәрҙәренән тыш (улар икеһе лә студент) музыка мәҙәниәтен дә яҡын күреүе мине ысын күңелдән шатландыра һәм ҡәнәғәтлек хисе тыуҙыра.
Земфира Сәхипова,
Мәскәү ҡалаһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Салауат Юлаев ордены кавалеры