+20 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
13 Июля 2023, 08:00

"Милләт әсәһе" исеменең бәҫен төшөрмәйек

Йәп-йәш ҡыҙҙан бындай ҡыйыулыҡты көтмәгән делегаттар уға милләт инәһе тигән исем тағалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһе буйынса ҡарар ҙа ҡабул итәләр.


Башҡорттарҙың 1917 йылдың 20 июлендә Каруанһарайҙа асылған беренсе съезында сығыш яһаған Рабиға Йомағолованың (аҙаҡ Ҡушаева- Г.Ҡ.) төп фекере шунан ғибәрәт: "Ҡатындар, ирҙәр менән тиң хоҡуҡлы булып, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашһа ғына милләт үҫә һәм юғары мәҙәниәткә эйә була ала". Йәш уҡытыусы телмәрен шундай һүҙҙәр менән тамамлай: "Йәшәһен милләттең яртыһын тәшкил иткән һәм уның үҫеүендә, сәскә атыуында ҙур көс булған ҡатын-ҡыҙҙар! Ҡатын-ҡыҙҙар – улар милләт инәләре, шуны аңларға ваҡыт!»

Йәп-йәш ҡыҙҙан бындай ҡыйыулыҡты көтмәгән делегаттар уға милләт инәһе тигән исем тағалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһе буйынса ҡарар ҙа ҡабул итәләр. Күреүебеҙсә, зирәклеге, фекерләү ҡеүәһе менән съезд делегаттарын – абруйлы ил ағаларын аптырашта ҡалдырған Рабиға Янғол ҡыҙына был исем рәсми рәүештә бирелмәгән. Әммә ул йәшәү рәүеше, теләк-ынтылыштары, ғәмәлдәре менән ғүмере һуңына тиклем ошо исемгә лайыҡлы булып йәшәй.

Рабиға Ҡушаеванан башҡа ла халҡыбыҙҙың әллә күпме аҫыл ҡыҙҙары тарихта үҙ эҙен ҡалдырған: Шәрифә Тимерғәлина, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Фатима Мостафина һ.б., һ.б. Әммә уларҙың береһен дә "милләт инәһе" тип нарыҡламағандар. Быға ҡарап ҡына атап үтелгән шәхестәргә халыҡтың һөйөүе кәмеп китмәгән. Тарихҡа барыһы ла үҙенсә ҡәҙерле!

Затлы нәҫелдең лайыҡлы ҡыҙы, ХХ быуат башы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сағыу вәкиле, ысын мәғәнәһендә милләт инәһе Рабиға Ҡушаеваға тәғәйен бирелгән исемдең бәҫен төшөрмәһәк ине.
Гөлнур Ҡасҡынова
"Милләт әсәһе" исеменең бәҫен төшөрмәйек
"Милләт әсәһе" исеменең бәҫен төшөрмәйек
Автор:
Читайте нас