Магазинға ҡоралланған бур инә лә һатыусынан һорай:
Исемең нисек?
Әлфиә.
Минең әсәйемдең дә исеме Әлфиә. Ярар, мин һиңә теймәйем.
Шунан һуң бер егеттең исемен һорай. Уныһы: Минең исемем – Сәлим, ләкин дуҫтарым ҡайһы ваҡыт Әлфиә тип тә йөрөтә.
Парашюттан һикереү күпме тора?
Ҡурҡыныс бит әле, йә парашют асылмай ҡуйыр...
Беҙ һеҙгә аҡсаһын кире ҡайтарырбыҙ.
Хәҙерге замандың ысын ир-егеттәре тәүге аҙымды һәр ваҡыт үҙҙәре яһай: ҡыҙҙарҙың фотоларына лайк ҡуя!
Күпер буйлап фил менән ҡуян китеп бара. Ҡапыл күпер бөгөлөп китә. Фил ҡурҡып ҡына:
Ҡара, ҡуян, күпер ҡайһылай бөгөлөп китте!
Бөгөлә инде, беҙ бит икәү! – тигән ҡуян.
– Һөйөклөм, һин ни өсөн мине яраттың?!
– Бына күрәһеңме, хәҙер үҙең дә аптырайһың!