Беҙ эҫенән шулай һаҡланабыҙ, ә һеҙ?
Әлһерәтте был көндәр... Ҡасан ғына һыуыта инде?.. Аһ, ҡайҙа буранлы ҡышым!?.. Өс-дүрт көн эҫе лә етте беҙгә. Ә башҡа яҡтарҙа аяуһыҙ ҡояштан нисек һаҡланалар икән?
Башҡа яҡ, тигәнем, эҫе климатлы илдәр. Уларҙа йәшәүселәр, әлбиттә, тәбиғәткә яраҡлашҡан. Шулай ҙа, бәлки, ғәҙәттәре беҙгә лә килешер.
Бразилияла, мәҫәлән, эҫенән һаҡланыу өсөн аҡ төҫтәге кейем ныҡ ярҙам итә, тиҙәр. Сарсағандан кокос һуты эсәләр. Ҡайһы берҙә шул һутты туңдырып, “кокос боҙо”н һурып йөрөйҙәр.
Ҡытайҙа эҫенән һаҡланыу өсөн ҡулсатыр йә веер йөрөтәләр. Йәшел сәй эсәләр.
Италияла ит түгел, ә күберәк балыҡ ашайҙар. Көндөҙгө эҫелә тышҡа сыҡмаҫҡа тырышалар. Ҡояшта бешкән тәнгә алоэ һуты һөртәләр.
Йеменда лайм йә лимон һуты эсәләр. Үҙҙәре менән бәләкәй таҫтамал йөрөтәләр һәм кәрәк саҡта һыулап биттәрен-муйындарын һөртәләр.
Һиндостанда еңел кизе-мамыҡ туҡыма кейем кейәләр. Аҡ яулыҡ ябыналар, хатта ирҙәр ҙә. Манго һуты эҫелә бик шәп, тиҙәр.
Бәҙәүи халҡы кәзә һөтөнән ҡатыҡ эсә.
Һәр береһенән ниндәйҙер кәңәш алырға була, шулаймы?
Эҫелә тәнегеҙгә һыуыҡ әйбер баҫырға, тиһәгеҙ, уны маңлайға түгел, ә йә ҡулға (ҡул суғына), йә аяҡҡа (тубыҡ артына), йә ҡолаҡ артына ҡуйыу яҡшыраҡ. Унда тән температураһын төшөрә торған нөктәләр бар.