+16 °С
Ямғыр
Дөйөм мәҡәләләр
8 Июль 2023, 06:53

Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы

-

Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы (11 апрель 1957 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012).

Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова (ҡыҙ фамилияһы Ғәликәева) 1957 йылдың 11 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районының Әбделмәмбәт (Ҡыпсаҡ) ауылында, икеһе лә ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән Рәхилә Ирназарова менән Мөҙәрис Ғәликәев­тәрҙең ишле, татыу ғаилә­һендә бишенсе бала булып тыуған.

Тәүҙә тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ, унан Байназарҙа урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә.

Бында уға Әхнәф КирәевКим ӘхмәтйәновАбдрахман ҒәлләмовНәғим ИшбулатовМарат ЗәйнуллинРоберт БайымовТимерғәле КилмөхәмәтовӘхмәт СөләймәновҒәли СәйетбатталовВәли Псәнчин кеүек күренекле ғалимдарҙан белем алыу бәхете тейә.

Студент йылдарында тел ғилеме һәм драма түңәрәктәренә йөрөй. Студенттарҙың һәм йәш ғалимдарҙың ғилми конференцияларында ҡатнаша. Ғилми йыйынтыҡтарҙа мәҡәләләре баҫылып сыға.

Башҡорт-рус бүлеген уңышлы тамамлап, Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Күп тә тормай, уға СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына йүнәлтмә бирәләр һәм ул 1982 йылда аспирантураға уҡырға инә.

1990 йылда филология фәндәре докторы, профессор, күренекле яҙыусы Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә «Башҡорт балалар прозаһында герой проблемаһы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, ошо уҡ институтта ғилми хеҙмәткәр булып эш башлай. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия институтының башланғыс белем биреү методикаһы кафедраһында дәрестәр алып бара.

1986—1990 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, 1990—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы, 1993 йылдан әлегәсә БДУ-ның (ул ваҡытта БДПИ-ның) Сибай институтында өлкән уҡытыусы, доцент, профессор дәрәжәһендә, 1997 йылдан башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихы кафедраһы (хәҙер башҡорт филологияһы кафедраһы) мөдире булып эшләй.

Ғәҙилә Бүләковаға 2012 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире.

https://ba.wikipedia.org/wiki/Бүләкова_Ғәҙилә_Мөҙәрис_ҡыҙы

 

Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы
Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы
Автор:
Читайте нас