Тыуған яҡ һәр кем өсөн ғәзиз, ҡәҙерле. Шуға күрә беҙ уның тарихын яҡшы белергә, тәбиғәтен һаҡларға, кешеләре менән ғорурланырға тейешбеҙ. Элекке Ҡоҙаш ауылы ултырышында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың "Һайлап алған язмыш" романының төп геройы Карамдың протатибы Сәйфитдин Көримовтың ейән-ейәнсәрҙәре шәжәрә байрамына йыйылды.Тыуған төйәктәрен һағынып, алыҫ араларҙы яҡын итеп, Ҡаҙағстан, Силәбе өлкәһенән,Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларынан, Бөрйән районынан туғандар йыйылды. Ил, ер именлегенә, хәрби операцияла ҡатнашып йөрөгән һалдаттарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыузарын теләп ҡорбан салып, аят уҡынылар. Артабан Рәил Көримов Каримовтарҙың шәжәрәһе менән таныштырҙы. Байрамда күңелле концерт номерҙары яңғыраны. Ғәлимйән менән Фаяз ағайҙың өҙҙөрөп гармунда уйнауы көслө алҡыштарға күмелде. Бөрйәндән килгән Инсур Кәримов төрлө спорт ярыштары: уҡтан атыу, арҡан тартыу буйынса традицион уйындар үткәреп балаларҙы шатландырҙы. Олоһо ла кесеһе лә дәрт-дарман алып тағы ла осрашырға һөйләшеп таралышты.
#Шәжәрә
#Ишембай районы Ҡолғона ауылы
Фәнилә Яхина
https://vk.com/wall201948053_2432