Ат һәм ҡыҙ образы юҡҡа ғына параллель итеп бирелмәй — ат яңы хужаларға эйәләшә алмай ҡайтып китеүсән, алыҫтан алһаң, артынан йөрөй-йөрөй хәлең ҡалмаҫ. Йәш килен дә, ата-әсәһе яҡын булғас, һағынһа ла, берәй нәмәгә үпкәләһә лә, тыуған йорто яғына ҡарап ҡына тороусан. Юҡҡа-барға көйһөҙләнеп, ҡайта һалып бармаһын, артыҡ-бортоҡ һүҙ ташылмаһын өсөн дә ҡыҙҙың алыҫтаныраҡ булыуы ғаиләнең тотороҡлоғона йоғонто яһаған, әлбиттә.
Алыҫтан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ бүләк килер, яҡындан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ ғәйбәт килер.
Был мәҡәлдәрҙән күренеүенсә, алыҫтан ҡыҙ алыу бер нисә маҡсатҡа ярашлы: йәш ғаиләгә туған-тыумаса артыҡ йоғонто яһай алмаһын, килен иренең туғандары араһында күнеп йәшәп китһен, ҡоҙалар араһында йәмһеҙләнешеү булмаһын.
Ә төп сәбәп — нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙы иҫкәртеү булған. Тап шул маҡсатта хатта бер ауылдан килен төшөргән осраҡта ла ете быуын алышыныуы шарт итеп ҡуйылған: Ҡыҙ бауыры ете быуындан алмашына, ти мәҡәле лә ошо хаҡта. Әйткәндәй, башҡа бик күп төрки халыҡтарҙа экзогамия тип аталған был күренеш улай уҡ киң таралмаған. Мәҫәлән, төрөктәр, азербайжандар, үзбәктәр араһында хатта ике туғандарҙы өйләндереүҙе ҡулайыраҡ та һанағандар — мөлкәт ситкә китмәй.
Гүзәл Ситдиҡова.