+27 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июля 2023, 12:00

Үҙ халҡының лайыҡлы улы ул

Был донъяла бер генә осрашыу ҙа осраҡлы булмайҙыр. Рәис исемле малайҙың да тормош юлында бөйөк һәм оло шәхес Арыҫлан Мөбәрәков менән осрашыуы, аралашыуы эҙһеҙ үтмәй. – Арыҫлан ағай тыуған ауылына Өфө – Ҡарлыман – Аҙау – Зөйәк маршруты менән ҡайтып йөрөй ине. Аҙауҙа әйберҙәрен атҡа тейәп, үҙе беҙҙең ауылға тиклем йәйәүләп килеп еткәс, бер төн йоҡлай ҙа, икенсе көндө атын алмаштырып, ауылыбыҙҙан 32 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ассыға юл тота. Берһендә атайым мине Арыҫлан ағайҙы Ассыға тиклем оҙатып ҡуйырға ҡушты. Беҙ икәүләп юлға сыҡтыҡ. Ял итергә туҡтағас, ул тирә-яҡҡа ҡарап торҙо ла: «Бына, ҡустым, ҡара әле – беҙҙә ниндәй тауҙар, ҡаялар, урмандар! Был бит – иҫ киткес матурлыҡ!» – тип хисләнеп һөйләне. Ә мин бала күңелем менән быны аңлап еткермәйем һәм «Салауат Юлаев ролен уйнаған ниндәй етди кеше, ә үҙе кыҙҙар кеүек тәбиғәт матурлығына һоҡланып, шуны һөйләп тора», тип шаҡ ҡаттым һәм, үпкәләп, бер аҙ һөйләшмәй ҙә барҙым. Ә инде Өфөгә уҡырға барырға булғас, тура уның фатирына йүнәлдем. Элек бит бындай хәлгә аптыраған һәм ҡаршы килгән кеше юҡ ине. Райондан уҡырға инергә килеүселәр йә туғандарына, йә берәй танышына килеп туҡтала, шунда йәшәп тә тора. Миңә лә атай-әсәйем Арыҫлан ағайҙың фатирына барырға ҡушты.

Үҙ халҡының лайыҡлы улы ул

Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең маҡтаулы кинематографисы Рәис Исмәғилевкә  – 70 йәш.

 

Рәис Исмәғилев – «Башҡортостан» киностудияһында һәм «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында төшөрөлгән 50-нән артыҡ нәфис һәм документаль фильм, шулай уҡ кино һәм телевизион очерктар, телеспектаклдәр режиссеры. Башҡортостан телевидениеһында, телерадиокомпанияһында режиссер, баш режиссер, кинорежиссер, «Баштелефильм» ижад-производство берләшмәһендә, «Башҡортостан» киностудияһында, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Нефтекама дәүләт филармонияһында директор вазифаларын уңышлы башҡара. Рәис Абдрахман улы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша: 7 йыл Башкортстанның Кинематографистлар берлеге рәисе, бер нисә йыл Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы, Нефтекама ҡалаһы эске эштәр идараһы ҡаршыһындағы Йәмәғәт советы ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы ла була.

Рәис Исмәғилев Белорет районының иҫ киткес матур тәбиғәтле, шау урманлы, тау һыртына ышыҡланып, бормаланып аҡҡан йылға буйына һыйынып ултырған, һәләтле һәм моңло, тырыш үә уңған халыҡ йәшәгән Зөйәк ауылында тыуған. Һуғыштан һуң халыҡ бер аҙ иркен тын алып, яҡты киләсәккә ышанып, көндө төнгә ялғап коммунизм төҙөргә ашҡынып эшләгән һәм йәшәгән осорҙа – 1953 йылдың 29 ғинуарында донъяға килә ул.

Атаһы Абдрахман Исмәғил улы ғүмере буйына урмансылыҡта урман пункты башлығы булып хеҙмәт итә. Әсәһе Ғәйшә Яҡуп ҡыҙы башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй. Ғаиләләге алты бала – бер ҡыҙ һәм биш малай – ата-әсәһе өлгөһөндә тырыш, эшһөйәр, маҡсатлы, үҙ аллы булып үҫәләр. Уларҙың  һәр ҡайһыһы Тыуған илен, ерен данлап эшләй, йәшәй. Бөгөн ғүмер баҫҡысының етмешенсеһендә баҫып тороусы Рәис Абдрахман улы менән уның тормош юлына байҡау яһайбыҙ.

 

Инеш башы – шишмәлә

 

Океан, диңгеҙ, йылға-инештәрҙең башы ер ҡуйынынан бәреп сыҡҡан бәләкәй шишмәгә илтһә, кешенең яҙмышы, күп осраҡта, уның бала сағына, тәрбиә алған ғаиләһенә, нәҫел ебенә барып тоташа. Бынан тыш, кендек ҡаны тамған ер көсө лә әҙәм балаһының  булмышына йоғонто яһамай ҡалмайҙыр: далала, йылға, урман буйында, йәки ҡая-ташлы ерҙә тыуып-үҫкәндәрҙең холоҡ-фиғеле бер-береһенекенә оҡшаш түгел бит.

– Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтле Белорет районының иң төпкөл ауылдарының береһе Зөйәктә донъяға килгәнмен. Эйе, һәр кемдең тыуған төйәге иң гүзәле, иң күркәмелер. Ни тиһәң дә, тыуған ер менән беҙҙе бәхетле бала сак бәйләй. Ғәҙәттә, кешенең иң гүзәл хәтирәләре лә шул осор менән бәйле була. Минең күңелдә лә йәшәй улар. Атайымдың ауылға иң беренсе булып «Родина» радиоалғысын алып ҡайтҡанын хәтерләйем. Киске туғыҙынсы яртыла тапшырылған концертты тыңларға бөтә ауыл халҡы йыйыла ине. Бәхти Ғайсиндың аккордеонда уйнаған тапшырыуҙарын көтөп ала инем. Шул тиклем хисләнеп, юрған аҫтына ҡасып, илай-илай тыңлағаным да хәтерҙә. Шунан үҙем дә дуҫтарым, класташтарым ярҙамы менән әкренләп гармунда уйнарға өйрәнә башланым. Мәктәптә уҡығанда журналдан ҡарап, ҡурай яһап, уйнарга өйрәнгәнем хәтерҙә.

Төпкөл ауылда йәшәүҙең дә үҙенсәлекле яҡтары күп булды. Иң ҡыйыны юлһыҙлыҡ ине. Беҙҙең ауылдан күрше ауылға йәйәү йәиһә ат менеп кенә барып була ине. Ҡышын, һыу туңғас, йылға өҫтөнән йөрөнөләр. Ошо юлһыҙлыҡ арҡаһында хәүефле хәлдәр ҙә булып торҙо. Зөйәк мәктәбе һигеҙ йыллыҡ ине. Күрше ауылдан килеүселәр интернатта ҡунып уҡыны. Ә инде урта белем алырға теләүселәр 30 саҡрым алыҫлыҡтағы Инйәр мәктәбенә китте. Ҡышҡы каникулдарға йәйәүләп ҡайтҡанда балаларҙың үҙәк өҙгөс һалҡында туңып ҡалған осраҡтары ла булды.

Магазинға аҙыҡ-түлек, төрлө тауарҙар килтергән һәм ауыл клубына кино килгән көн бала-саға өсөн дә, өлкәндәргә лә байрамға әүерелә ине. Бына шул төпкөл ауылда йәшәүҙең ҡыйынлыҡтарын күреп үҫеү ҙә беҙҙең ауыл халҡын сыныҡтырғандыр, тип уйлайым. Ауылыбыҙ янынан тимер юл үткәс кенә цивилизацияға яҡынлаштыҡ, тип әйтергә була. Ә инде мин дүртенсе класта уҡыған сағымда атайымды Ямашты урман хужалығына тәғәйенләнеләр ҙә, беҙ ғаиләбеҙ менән шунда күсендек. Бында инде йәшәү шарттары күпкә еңелерәк ине, – тип иҫкә ала Рәис Исмәғилев.

 

Тәбиғәт һәм тәрбиә көсө

 

«Төпкөл ауыл булыуға ҡарамаҫтан, әлеге төйәктән бихисап танылған шәхестәр сыҡҡан. Бының сере нимәлә?» – тип һорайым Рәис ағайҙан.

– Минеңсә, кешенең холҡона ул тыуып-үҫкән ерҙең тәбиғәте, шулай уҡ ғаиләлә алған тәрбиә, мәктәп тә тәьҫир итә. Бына мин башланғыс белем алған Зөйәк мәктәбе ни тиклем генә төпкөл ауыл булһа ла, беҙҙең уҡытыусыларҙың барыһы ла юғары белемле ине. Уларҙың һәр ҡайһыһы көслө мөғәллим булды. Инәйем дә (безҙҙең яҡта әсәйгә шулай өндәшәләр) Темәс педагогия училищеһын тамамлаған. Ул ысын педагог ине. Беҙгә – алты балаға – атайым менән бергәләп яҡшы тәрбиә бирә алғандар, тип уйлайым.

Мин – ғаиләлә икенсе бала. Ағайым Ким юридик факультетты тамамлап, милиция полковнигы булып, хаҡлы ялға сыҡты. Ҡыҙғаныс, ул мәрхүм инде. Фәйзрахман ҡустым, сәнғәт институтын тамамлап, билдәле рәссам булды. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы,  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһе лауреаты. Ҡустым Шамил Ким ағай юлынан китте. Ул да юрфакты тамамланы, юстиция полковнигы, прокурор. Һеңлем Фәриҙә Өфө сервис технология институтын яҡшы тамамлап, үҙ һөнәре буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләне. Ғаиләләге төпсөгөбеҙ ҙә сәнғәт юлын һайланы. Ул, Өфө сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетын тамамлап, бөгөн инде Өфө сәнғәт училищеһында буласаҡ рәссамдәргә белем бирә.

Әсәйемдең уҡытыусы булараҡ та ихтирам ҡаҙанған кеше ине. Ғөмүмән, уҡытыусылар ҙың зеҙмәте лайыҡлы баһаланып, уларҙың башҡалар алдында абруйы ла ҙур булырға тейеш. Совет осоронда нәҡ шулай ине лә. Ҡыҙғаныс, һуңғы йылдарҙа был өлкәлә етешһеҙлектәр шаҡтай.

 

Осоусы булам!

 

– Бала саҡта осоусы булырға хыялландым. Мәктәпте тамамлағас, шул хыялымды тормошҡа ашырыр өсөн баш ҡалаға юлландым. Өфө дәүләт авиация институтына уҡырға инергә  тип документтарымды тапшырҙым. Институттың атамаһында «авиация» һүҙе булғас, осоусыларҙы ла шунда әҙерләйҙәр тип уйлағанмын инде. Хәҙер үҙемә үҙем аптырайым: ни эшләп шул тиклем «аңһыҙ» булдым икән? Өлкәндәрҙең береү, исмаһам, кәңәш бирһәсе.  Күрәһең, минең яҙмышым башҡаса яҙылырға тейеш булған, – ти Рәис Исмәғилев.

 

Арыҫлан Мөбәрәковтың тәьҫире һәм йоғонтоһо

 

Был донъяла бер генә осрашыу ҙа осраҡлы булмайҙыр. Рәис исемле малайҙың да тормош юлында бөйөк һәм оло шәхес Арыҫлан Мөбәрәков менән осрашыуы, аралашыуы эҙһеҙ үтмәй.

– Арыҫлан ағай тыуған ауылына Өфө – Ҡарлыман – Аҙау – Зөйәк маршруты менән ҡайтып йөрөй ине. Аҙауҙа әйберҙәрен атҡа тейәп, үҙе беҙҙең ауылға тиклем йәйәүләп килеп еткәс, бер төн йоҡлай ҙа, икенсе көндө атын алмаштырып, ауылыбыҙҙан 32 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ассыға юл тота.

Берһендә атайым мине Арыҫлан ағайҙы Ассыға тиклем оҙатып ҡуйырға ҡушты. Беҙ икәүләп юлға сыҡтыҡ. Ял итергә туҡтағас, ул тирә-яҡҡа ҡарап торҙо ла: «Бына, ҡустым, ҡара әле – беҙҙә ниндәй тауҙар, ҡаялар, урмандар! Был бит – иҫ киткес матурлыҡ!» – тип хисләнеп һөйләне. Ә мин бала күңелем менән быны аңлап еткермәйем һәм «Салауат Юлаев ролен уйнаған ниндәй етди кеше, ә үҙе кыҙҙар кеүек тәбиғәт матурлығына һоҡланып, шуны һөйләп тора», тип шаҡ ҡаттым һәм, үпкәләп, бер аҙ һөйләшмәй ҙә барҙым.

Ә инде Өфөгә уҡырға барырға булғас, тура уның фатирына йүнәлдем. Элек бит бындай хәлгә аптыраған һәм ҡаршы килгән кеше юҡ ине. Райондан уҡырға инергә килеүселәр йә туғандарына, йә берәй танышына килеп туҡтала, шунда йәшәп тә тора. Миңә лә атай-әсәйем Арыҫлан ағайҙың фатирына барырға ҡушты. Документтарымды, алда әйткәнемсә, авиация институтына тапшырҙым да әҙерлек курстарында уҡый башланым.

Бер кистә  Арыҫлан ағай менән һөйләшеп ултырҙыҡ, һүҙебеҙ сәнғәт тураһында булды. Мин дә үҙемдең гармунда уйнауымды, мәктәптә концерттар алып барғанымды, спектаклдәрҙә ҡатнашҡанымды әйттем. Шул ваҡытта Арыҫлан ағай миңә: «Әйҙә, сәнғәт институтына уҡырға ин. Авиация институтын тамамлағас, берәй заводта инженер булып ҡына эшләй аласаҡһың. Унда бит летчикка уҡытмайҙар. Иртәгә сәнғәт институтына Заһир Исмәғилев янына барабыҙ, кәңәшләшәбеҙ!» – тине. Заһир Ғариф улы менән осраштыҡ, һөйләштек. Шул ваҡыттағы ҡыйыулығыма әле лә шаҡ ҡатам: минең актер булыу теләгем юҡлығын, ә бына режиссер һөнәре ҡыҙыҡһындырыуын өҙөп әйттем. Минең бәхеткә нәҡ шул йылда режиссерҙар курсына студенттар ҡабул итәләр икән. «Әйҙә, имтихандар биреп ҡара, конкурстан үтерлек балдар йыйһаң, ҡарарбыҙ», – тине Заһир Ғариф улы. Һынауҙы уңышлы үттем һәм, осоусы булыу хыялына нөктә ҡуйып, сәнғәт институтында уҡып алып киттем.

 

Студент йылдары

 

Сәнғәт институтында яратып уҡыным. Белем алыу  ижади процесс менән бергә үрелеп бара ине. Студенттарҙы һәр ваҡыт Башҡорт академия, Опера һәм балет театрҙарына, телевидениеға ла күмәк күренештәрҙә уйнарға саҡыралар. Беҙ быға шатланып риза була торғайныҡ, сөнки Башҡорт академия драма  театрында бер кис уйнаған өсөн – 1 һум 50 тин, ә Опера һәм балет театрында 3 һум 50 тин түләйҙәр. Студенттар өсөн был бик ҙур аҡса ине.

Дүртенсе курста уҡығанда уҡ Әмир Абдразаҡов мине үҙенә режиссер ассистенты итеп саҡырҙы. Уның менән «Килен килә», «Туй» тигән  фильмдар эшләнек. Бына шул ваҡыттан мин кино сәнғәтенә ныҡлап бирелеп киттем. Ә инде институтты тәмамлағас, телевидениеға режиссер булып эшкә урынлаштым һәм тулыһынса ижади процесҡа сумдым.

 

Ғаилә һәм мөхәббәт

 

Буласаҡ ҡатыным менән студент йылдарында уҡ таныштыҡ. Мостай Кәримдең «Айгөл иле» спектаклен ҡарарға барғас, бер танышым Әминә менән таныштырҙы һәм тәү ҡараштан уҡ уға ғашиҡ булдым. Ике йыл дуҫлашып йөрөгәс, мин дүртенсе курста уҡығанда өйләнештек. Оҙаҡламай ҡыҙыбыҙ Айгөл тыуҙы, унан һуң Азамат улыбыҙ донъяға килде.

Минең өсөн ғаилә үтә лә мөһим ине. Шуға күрә лә кемдәрҙер айырылышһа, уларҙы тәнҡитләп, ғаиләне һаҡларға кәрәклеген әйтә килдем. Ләкин донъя булғас, төрлө хәлдәр була икән шул, 30 йылдан һуң үҙемдең дә ғаилә тарҡалды. Ҡасандыр бер-береһен өҙөлөп һөйгән, ғаилә ҡороп балалар үҫтергән кешеләр ҙә айырыла икән. Быға ике яҡ та ғәйеплелер, моғайын.

Эйе, ғаиләм тарҡалыуҙы ауыр кисерһәм дә, күктәрҙә икенсе никахым да яҙылған булған. Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры вазифаһына тәғәйенләнгәс, Айгөлгә тәҡдим яһаным. «Баш ҡала тормошон ташлап, икенсе ҡалаға күсергә риза булырһыңмы?» – тип һораным. Уның ыңғай яуабын алғас, өйләнешеп, күсендек. Айгөл менән туғыҙ йыл бик матур ғүмер кисерҙек. Ул ирен яратып ҡына ҡалмайса, хөрмәт итеп тә йәшәй белеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙан ине. Ҡыҙғаныс, ғүмере ҡыҫҡа булды. Мәкерле сир уны арабыҙҙан иртә алып китте. Ә инде бөгөнгө яңғыҙлығым минең өсөн язаға тиң. Ир менән ҡатын парлы, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып йәшәгәндә генә донъя түңәрәк.

Беренсе ғаиләм тарҡалһа ла, балаларым менән аралар өҙөлмәне. Бөгөн инде мин – 5 ейән-ейәнсәргә олатай. Күптәр: «Баланың балаһы – балдан татлы», –  ти. Ә минеңсә, һәр атай-әсәй үҙ балаһын нығыраҡ яратырға, ҡәҙерләргә тейеш.

 

Сәнғәткә бағышланған 45 йыл

 

Тормошомдоң нәҡ ошо юлдан үткәнлеге менән бәхетле мин. Ғүмерем  буйына әсәйемдән алған тәрбиәгә ярашлы хеҙмәтемде яратып, көндө төнгә ялғап башҡарҙым. Оҙаҡ йылдар етәксе вазифаларҙа эшләнем. Ә инде етәксе дилбегәһен ышанып тапшырғандар икән, уны үҙ ҡулдарыңда лайыҡлы тоторға тейешһең. Был йүнәлештә эшләргә миңә Свердловск юғары партия мәктәбендә алған белемем ифрат ҙур ярҙам итте. Унда уҡыған курсташтарым менән ғүмерлек дуҫлыҡ ептәре менән бәйле булдыҡ, әле лә аралашып йәшәйбеҙ. Әйткәндәй, сәнғәт институтында бишенсе курста уҡығанда уҡ Коммунисттар партияһы сафтарына ҡабул ителдем.

Әлбиттә, етәксе йөгөн тартҡас, ижадҡа ваҡыт аҙыраҡ та бүленде.Теге йәки был сәбәп менән эшләнмәгән, төшөрөлмәгән фильмдарым, идеяларым ҡалды. Әгәр ҙә хеҙмәт юлын яңынан башларға мөмкинлек булһа, мин уны тулыһынса кинорежиссураға бағышлар инем.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Нефтекама дәүләт филармонияһында директор вазифаларын башҡарғанда башҡорт-татар һәм, ғөмүмән, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға үҙ өлөшөмдө индерергә тырыштым. Дуҫтарым араһында ла төрлө милләт вәкилдәре күп.

Эйе, халыҡтар араһында дуҫтарса мөнәсәбәт булғанда ғына илдәребеҙ һәм күңелдәребеҙ тыныс буласаҡ. Ә бының өсөн дәүләт етәкселәренән алып, зыялыларыбыҙ һәм һәр ҡайһыбыҙҙан бер-беребеҙгә ихтирам һәм иғтибар ғына кәрәк, – ти Рәис Абдрахман улы.

 

Зөһрә ИСЛАМОВА

"Тамаша" журналы, 2-се һан, 2023 йыл.

Үҙ халҡының лайыҡлы улы ул
Үҙ халҡының лайыҡлы улы ул
Автор:
Читайте нас