Байрамға тип йыйылған халыҡҡа бай эстәлекле программа тәҡдим ителде. Район мәҙәниәт һарайы һәм һәүәҫкәр артистарының йырлы-моңло, сағыу концерт программаһы, фестиваль ҡунаҡтары ҡатнашлығында театрлаштырылған тамашалар, “Табын батыры”, “Табын һылыуҡайы” конкурстары, ҡул эше оҫталарының күргәҙмә-һатыуы – былар барыһы ла матур сараның ҡото, йәме булды!
Фестивалдең “Табын батыры”, “Табын һылыуҡайы” бәйгеһендә быйыл да бик көслө конкурсанттар көс һынашты. “Табын һылыуҡайы” исеменә Учалынан Миләүшә Баязитова лайыҡ булһа, “Табын батыры”н Балтас бәһлеүәне Илдар Сәхипов яуланы.
Милли байрамыбыҙҙың күркәм биҙәге булған һоҡланғыс тирмәләрҙә илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең үҙ ерлектәрен, ҡунаҡсыллығын асып һалған күргәҙмәләрҙе байҡаныҡ, уларҙың йәшәү рәүеше, телде йоторлоҡ аш-һыуҙары менән таныштыҡ. Милли ризыҡтарыбыҙҙан, төрлө үләндәрҙән әҙерләнгән хуш еҫле сәйҙәрҙән, буҙанан, ҡымыҙҙан, башҡорт балынан һәр кем ауыҙ иткәндер.
Традицион халыҡ уйындары: милли көрәш, еңел атлетика, гер спорты, армрестлинг, волейбол, мини-футбол, көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартыу, шахмат, сатраш кеүек спорт уйындары ла бик көсөргәнешле барҙы.
Байрам һуңында “Табынфест” эстафетаһының күсмә вымпелын Ауырғазы районы тантаналы ҡабул итте.
Балтас районы хакимиәтенә, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, Табын ырыуҙары ойошмаһының совет рәйесе Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаевҡа, әүҙем ойоштороусылар, жюри рәйесе Әлфиә Барый ҡыҙы Ғимаҙиеваға, Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаевҡа, Гөлназ Әхтәм ҡыҙы Ғәлләмоваға Табын ырыуҙары ойошмаһы исеменән оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
“Табынфест” халҡыбыҙҙы берләштереп, татыулыҡ, дуҫлыҡ өлгөһө булып, оҙаҡ йылдар йәшәһен ине. Сөнки бындай сағыу байрамдар ырыуҙаштарҙы тағы ла нығыраҡ дуҫлаштыра, киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуя.
Зөбәржәт Яҡупова
https://vk.com/wall445872625_4319