Районда ғына түгел, республикала киң билдәле улар. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лә сығыш яһаған һирәк кенә башҡорт фольклор төркөмдәренең береһе. Быға «Асанай»ҙың иң ҙур башҡорт ауылында формалашып, шунда ижад итеүе, «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең терәк коллективы булыуы ла сәбәпселер. Сөнки БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы булараҡ эшләп килгән үҙәккә башҡорт халҡының мәҙәниәте менән танышырға теләүселәр даими мөрәжәғәт итә. Рәсәй халыҡтары ғына түгел, сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар йыш була бында. Башҡорт халҡы мәҙәниәтенең гүзәл өлгөләрен күреп хайран ҡалалар, һоҡланалар.
– Сәнғәт һөйөүсе ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр ҡурайсылары, ҡумыҙсыларынан төҙөлгән фольклор ансамбле һикһәненсе йылдарға тиклем үк әүҙем эшләй. Ғафури районының мәҙәни тормошоноң үҙәге була Сәйетбаба. Фольклор төркөмдәре район, район-ара, республика сара-смотрҙарында даими ҡатнашып, иң яҡшылар рәтендә йөрөй. Ошо йоланы артабан да лайыҡлы дауам итер өсөн, 2004 йылда Сәйетбаба ауылында ике ҡатлы яңы мәҙәниәт йорто асылғас, «Асанай» исеме аҫтында фольклор ансамбле төҙөлдө. «Асанай» фольклор ансамбленең тәүге сығышы Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама сәхнәһендә фольклор фестивалендә булды. Уңышлы сығыш яһап, иңдәребеҙгә ҡанаттар, алдыбыҙға оло маҡсаттар ҡуйып ҡайттыҡ. Район, республика, федераль кимәлдә уҙғарылған төрлө фестиваль-конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуыбыҙҙы, призлы урындар алыуыбыҙҙы күреп, ансамблебеҙҙе мәҙәниәт министрлығы юғары баһаланы. 2009 йылда беҙгә «Асанай» халыҡ фольклор ансамбле тигән маҡтаулы исем бирелде һәм алдыбыҙға ҙур бурыстар ҡуйылды, – ти «Асанай» халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гәүһәр Хөрмәтулла ҡыҙы Байбулдина.
Артабан инде береһенән береһе яуаплыраҡ сығыштар, бәйгеләрҙә еңеүҙәр, халҡыбыҙҙың бай мираҫын тағы ла тәрәнерәк өйрәнеүҙәр, бер нисә минутлыҡ сығышта ла йола, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәрен мөмкин тиклем тулыраҡ күрһәтеү өсөн тырышлыҡ һалына. Район етәкселеге лә, мәҙәниәт министрлығы ла уларға бөтә Рәсәй, республика күләмендә уҙғарылған ҙур сараларҙа, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашыуҙы оло ышаныс менән тапшыра. Халыҡ моңона һыуһаған ситтә йәшәгән милләтәштәребеҙ күңеленә хуш килгәндер был сығыштар. Төркиәнең Анкара ҡалаһында, Рәсәйҙең Чебоксары, Мәскәү, Владимир, Санкт-Петербург, Омск ҡалаларында, Татарстан республикаһында, Ленинград, Һарытау, Һамар өлкәләрендә сығыш яһап халыҡ күңелен яулай улар. Баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә «Самоварфест»та, Ленинград өлкәһендә, Владимир ҡалаһында һабантуйҙарҙа, Һарытау өлкәһендә, Татарстан республикаһында, Сыуашстан республикаһы Чебоксары ҡалаһында уҙғарылған фольклор фестивалдәрҙә ҡатнашып, Башҡортостанды лайыҡлы кимәлдә күрһәтеүгә өлгәшә «Асанай»ҙар.
Республикабыҙҙа даими үткәрелә килгән фольклор фестивалдәрендә лә аснайҙар даими ҡатнаша. Мәсетле районында өс йылға бер тапҡыр уҙғарылған ҡумыҙсылар, думбырасылар, өзләүселәр бәйгеһендә өс тапҡыр еңеп сығалар. Иң тәүҙә был бәйгелә Илһам Байбулдин ҡатнашып гран-при яулаһа, аҙаҡ «Асанай» ҡумыҙсылары беренсе урынға сыҡты, һуңынан йәш асанайсы Данир Мәсәлимов лауреат булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике йылға бер үткәрелеп килгән «Ашҡаҙар таңдары» республика фольклор байрамында 4 тапҡыр ҡатнаштылар, һәм, әлбиттә, беренсе урын алып, лауреат исемен яуламай ҡалманылар. Илеш районында республика «Ауаз» күп жанрлы башҡорт этник мәҙәниәте һәм заман сәнғәте асыҡ фестиваленә барып, инструменталь башҡарыу номинацияһында беренсе урын яулап ҡайтырға насип булды уларға. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто тарафынан ойошторолған республика «Наурыҙ» байрамы, Нуриман районында үткәрелеп килгән «Кәкүк сәйе», Кушнаренко районында уҙғарылған «Кушнаренко таңдары», табын ырыуы вәкилдәре йәшәгән төбәктәрҙә үтә килгән «Табынфест»... Халыҡ-ара саралар – Бөтә донъя фольклориадаһынан да ситтә ҡалманылар, былтыр БДО Сик буйы биләмәләренең халыҡ-ара форумында (Омск ҡалаһы) ҡатнашып, сит илдәрҙән, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килгән башҡа милләттәр мәҙәниәте менән таныштылар һәм үҙ сығыштары менән башҡортто танытып ҡайттылар. Мәҙәни-массалы эштә эшләүселәрҙең бәкәленә һуҡҡан пандемия кеүек ҡатмарлы йылдарҙа ла асанайҙар тик ятманы. Дистанцион рәүештә төрлө халыҡ-ара, федераль, республика фольклор-йола конкурстарында әүҙем ҡатнашып торҙо. «Туй йолаһы» республика йола фестивалендә «Кейәү көсөгө» композицияһы менән һикһәндән ашыу ҡатнашыусылар араһында икенсе урын яуланылар (Шаран районы, 2020 й.). «Такмакфест» республика онлайн-фестивалендә, халыҡ-ара онлайн-смартмоб “Яулыҡ – тыныслыҡ символы”, фольклор һәм халыҡ ижадының «Халыҡтар союзы – ижади союз» халыҡ-ара асыҡ фестиваль-конкурсында 1-се урын (Калининград) яулауҙары ансамблдең юғары кимәлдә эшләүен дәлиллиәй.
– «Асанай»ҙы асанай иткән төп байлығы ул – талантлы, дәртле, егәрле, даланлы кешеләре, – тип, ансамбль хаҡында һүҙен дауам итә Гәүһәр Хөрмәтулла ҡыҙы. – Коллективтың репертуары йылдан-йыл байый, күркәмләнә бара. «Асанай»ҙа ҡанат нығытыусы төп көстәр: ҡурайсы егеттәребеҙ – Асфат Юлбарыҫов, Илнар Ишемйәров, думбырасы, ҡурайсы, өзләү оҫтаһы Илһам Байбулдин, баянсыбыҙ Флүр Фәхриев, дөңгөрсөбөҙ Фәнүр Фәхриев, ҡумыҙсыларыбыҙ Әлфиә Степанова, Гәүһәр Байбулдина, Рәүилә Йәнтүрина, Миңһылыу Абдуллина, Рәүилә Лоҡманова бөгөнгө көндә лә үҙҙәренең күркәм сығыштары менән беҙҙең күңелде яулай. «Асанай» халыҡ фольклор ансамбле составы йылдан-йыл тулылана килә. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең коллективты Мәҙинә һәм Хатмулла Байбулдиндар, Лариса Фәттәхова, Рәйлә Сабитова, Гөлшат Вәлиева, Рәсилә Ишморатова, Фәниә Фәйзуллина, Эльвира Фахретдиновалар тулыландырҙы. Күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашыр өсөн Земфира Мәзитова, Рәмзилә Фәттәхова, Рәзифә Ишембәтова, Миннира Сәйфуллина, Хөснә Заһиҙуллина, Урал Яхин, Салауат Фәйрүзов, Гөлназ Рахманғолова, Зилә Иҙрисова, Айрат Сөләймәнов, Аҡйондоҙ Абдуллина, Азалия Иҙрисова, Алиса Фаттахова, Айназ Фаттахов, Илсур Латипов һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Ә инде үҙ мәлендә Рәзилә Фәттәхова, Гөлсинә Баймөхәмәтова, Айрат Сәйфуллиндар ансамблде күтәреүгә күп көс һалды. Беҙҙең һәр бер сығышыбыҙ халыҡсан – төбәгебеҙҙә йәшәп килгән йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең иң аҫыл өлгөләрен халыҡ иғтибарына сығарабыҙ.
Фольклор төркөмдәре араһында «Асанай»ҙың төп үҙенсәлектәренең береһе – ул милли музыка ҡоралдарының байлығы. Әлеге ваҡытта ансамблдә һигеҙ башҡорт халыҡ уйын ҡоралы (ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, дөңгөр, даңғыр, таштояҡ, ҡыштырҙыҡ, быҙыбыт) киң ҡулланыла. Һәр музыка ҡоралы көйгә ҡабатланмаҫ төҫмөр бирә. Был ҡоралдарҙы булдырыу, көйләү, яңғырашын яраштырыу кеүек нескә эштәрҙе ысын профессионал башҡара. Ҡабатланмаҫ талант эйәһе, үҙе бер музыка ҡоралы булып тороусо (өзләүҙе тағы нисек атарға) Илһам Хәннән улы Байбулдин ул. Мультиинструменталист, композитор, «БР-ҙың Халыҡ сәсәне», «БР-ҙың Халыҡ оҫтаһы» маҡтаулы исемдәрен йөрөтөүсе Илһам Хәннән улы «Асанай»ҙың музыкаль етәксеһе, йөрәге тигәндә лә артыҡ булмаҫ. Республика буйынса үткәрелгән бөтөн халыҡ ижады конкурстарында гран-при яулап алып бөттө ул – Й.Иҫәнбаев исемендәге ҡурай бәйгеһе булһынмы, ҡумыҙсылар, өзләүселәр, думбырасылар, сәсәндәр араһында тиһеңме... Музыка ҡоралдарын ижад итеүселәр араһында бәйге ойошторолһа, унда ла гран-при алыр ине, моғайын. Әлбиттә, асанайҙарҙың башҡалары музыкаль белемгә эйә түгел, тәбиғи һәләттәренә таяналар. Шуға Илһам эшләгән ҡоралдарҙан ансамбль составында ҡылҡумыҙ әлегә юҡ. И.Байбулдиндың талантын, эшмәкәрлеген сит яҡтарҙа ла таныйҙар. Австрияла Башҡортостан вәкиллеген асыуға булһынмы, Ҡырғыҙстанда Рәсәй мәҙәниәте көндәре ойошторолһонмо, Ҡаҙағстанда халыҡ ижады фестиваленә дәрәжәле ҡунаҡ рәүешендәме – барлыҡ сараларға ла саҡырып торалар үҙен. Халыҡ-ара ҙур бәйгеләр еңеүсеһе булараҡ даны таралған уның. Үзбәкстанда үткән Баҡшылар бәйгеһендә икенсе урын алыуы башҡорт сәсәнлек сәнғәтенең, мәшһүр «Урал батыр» эпосыбыҙҙың донъя кимәлендәге юғары урынына бер дәлил. Илһам Хәннән улының хеҙмәте лә лайыҡлы баһалана. 2014 йылда ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» булып танылһа, 2021 йыл илебеҙҙә халыҡ ижады сәнғәте өлкәһендә булдырылған иң ҙур наградаға – «Рәсәй рухы» (Душа России) премияһына лайыҡ тип табылды. Былтыр Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур наградаһы – «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән билдәләнде. Күп йылдар үҙенең һөнәрен балаларға ла, өлкәндәргә лә тапшыра килә. Сәйетбаба урта мәктәбендә музыка дәресе уҡытыусыһы булып эшләгәндә грант та яуланы. Әле лә оҫталыҡ дәрестәре үткәреп тора. Төбәк легендаларына, тимәк, фольклорға, тарихҡа таянып илһамланып яҙған көйҙәрен радио-телевидение тапшырыуҙарында файҙаланалар, профессиональ ҡурайсылар ҙа көйҙәрен репертуарға алған.
Асанайҙарҙың күпселеге – Илһамдың атаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәннән Закир улы Байбулдиндың уҡыусылары.
Хәннән Закир улы Сәйетбаба мәктәбендә 35 йыл музыка дәресенән уҡыта, һәр шөғөлөнә күңел һала, һәр уҡыусыһына йөрәк хисен бағышлай. Ауылға тәүге баян алып ҡайта, балаларға беренселәрҙән нота грамотаһы өйрәтә башлай, ауыл йәштәренән көслө хор ойоштора.
Тәүге фольклор төркөмдәрҙе ойоштороусо ла, тәүге телевизион сығыштарға йөрөтөүсе лә ул була. Халыҡ күңеленең гүзәл өлгөләре-урындағы фольклор буйынса күп мәҡәләләр яҙа, композициялар тыуҙыра. Балаларға, уларҙың тәбиғи һәләтенә иғтибары тураһында бер күренеш: беренсе класта ғына уҡыған ҡыҙсыҡты етәкләп алып, мәктәптең фольклор ансамбленә бейеүсе итеп баҫтыра. Бағышланған ҙур өмөттәрҙе аҡлай ҡыҙыҡай! Хәҙер ул БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Асанай» халыҡ фольклор ансамбленең художество етәксеһе Гәүһәр Байбулдина. Егерме йылдан артыҡ бер урында – Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Ошо йылдар эсендә ниндәй генә бейеүҙәр, фольклор композициялар ҡуймай ҙа, ниндәй генә концерт программалары төҙөмәй. Тик бейеүҙәрҙән генә торған концерт программаһында етмешләп кеше ҡатнашты! «Асанай»ҙың «сольный» концерттарын эшләү генә күпме ижади көс, фантазия талап итә. Республика «Ҡаҙ өмәһе», «Бал байрамы» кеүек «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторған бренд саралары, «Сәйетбаба нәҫелдәре фестивале» өсөн театрлаштырылған прологтар ижад итеү тиһеңме (унда уртаса 30-50 кеше ҡатнаша, 15-20 минут бара), «Байыҡ» телевизион бәйгеһе, «Яратам һине, тормош» оло йәштәгеләр смотр-конкурсы кеүек бәйгеләрҙә еңеп сыҡҡан коллективтарҙы әҙерләү тиһеңме... Халыҡ ижадына оло мөхәббәт, материалды тәрән өйрәнеү, кеше менән уртаҡ тел таба белеү, үҙ ихтыярыңа буйһондороу кеүек сифаттар булмаһа бындай уңыштарға өлгәшеп тә булмайҙыр. Ансамблдең репертуарына күҙ һалһаң да башҡорт халыҡ мәҙәниәтенең байлығын шәйләргә була. «әннәгиҙергенәйем»дәрҙән тормай фольклор программаһы. Боронғо эпостарҙан башлап («Урал батыр», «Алпамыша», «Аҡһаҡ ҡола») күп тауышҡа һалынған халыҡ йырҙарына тиклем(«Нуғайбәк», «Суҡан батыр», «Хан ҡыҙы», Йомабикә, Бибирәхилә һ.б.). Йола-ғөрөф күренештәре мотлаҡ төбәк үҙенсәлектәрен сағылдыра («Кейәү көсөгө», «Ҡот саҡырыу», «Түрешле буйы», «Тирмә-тау-ритәйем», «Йәй ташы», «Тирмән ташы» һ.б.). Көйҙәрҙе инструменталь башҡарыу бигерәк тә һәр береһенән дә оҫталыҡ талап итә. «Аласабыр» көйөндә, мәҫәлән, һигеҙ төрлө инструмент үҙ-ара ярашып, бер нисә темпта, бер нисә аралашыуҙа башҡарыла. Аһәңле яңғыраш, Моң килеп сыҡһын өсөн күпме сәғәттәр репетициялар, аңлашыу-яраҡлашыуҙар кәрәк.
«Асанай» составындағы һәр ағза – универсал. Эйе, һәр береһенең тәғәйен уйын ҡоралы ла бар. Шул уҡ ваҡытта һәр береһе кәрәк икән бейей, кәрәк икән – йырлай, ә артислыҡ һәләте, халыҡсан образ тыуҙырыу хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Сит яҡҡа сыҡҡанда асанайҙар янында бергәләп фотоға төшөргә сират та йыйылып киткәне бар. Быға, әлбиттә, илтифатлы, ылыҡтырғыс шәхестәр булыуына өҫтәп, ансамблдең күркәм милли кейемдәр менән тәьмин ителгәне лә сәбәп.
Кейем-һалым фольклор мәсьәләһендә бик мөһим нәмә. Эш-йола фольклоры байрам кейемендә башҡарылмай, йәки – киреһенсә. Оло йәштәгеләр йәштәрсә кейенергә тейеш түгел. Театрлаштырылған тамашаларҙа легендар образдарҙың үҙ йөҙө булырға тейеш. Һәр замандың үҙ үҙенсәлеге, үҙ «модаһы». Был өлкәлә хөкүмәт тарафынан булдырылған гранттар-конкурстарҙың ярҙамын ныҡ тойҙо «Асанай». «Кесе Ватан мәҙәниәте» программаһы сиктәрендә сәйетбабалар миллион ярымлыҡ суммаға сәхнә кейемдәре тектереү бәхетенә өлгәште. Костюмдарҙың эскиздарын төбәктәге тарихи материалдарға таянып ансамбль ағзаһы Рәйлә Сабитова эшләне. «Асанай» өсөн этник кейемдәр тәбиғи тауарҙарҙан тегелде, мөмкин тиклем тарихи дөрөҫлөккә яҡын төҫтәр, биҙәктәр, фасондар ҡулланылып. Мәҙәни башланғыстар Президент фонды ойошторған конкурста еңеү яулаған «Сәйетбаба ауылы нәҫелдәр фестивале – Йыйын» проекты сиктәрендә тамаша өсөн тектерелгән костюмдар ҙа бик ваҡытлы булып сыҡты. «Кендек инәһе – Ил инәһе» комплекты (алмиҙеүле күлдәк, уҡалы камзул, хәситә, аҡ яулыҡ) күп тамашаларҙа үҙәк ролдәрҙә файҙаланыла. Аҡ сәкмәнле Кәләш комплекты республика проекттарында ҡулланылды. Бүре-төлкө тиреләренән тектерелгән баш кейемдәре сит ерҙәрҙә башҡорт ир-егете статусын да күрһәтә, һалҡын һауа торошонда һаулыҡты ла һаҡлай. Республика «Ҡаҙ өмәһе» байрамына әҙерлек барышында көндәлек, эш кейемдәре рәте еңел француз яулыҡтар, төбәккә хас алъяпҡыстар менән тулыланды ( Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡҡа был мөмкинлек өсөн ҙур рәхмәт).
Асанайҙар үҙҙәре лә әҙерҙе көтөп ятыусыларҙан түгел. Үҙ иҫәптәренә лә костюм тектергәндәре аҙ булманы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының паспорты һаналған түш биҙәүестәрен иһә күҙ нурҙары түгеп һәр береһе үҙе эшләне. Уны эшләрҙән алда төбәктәге биҙәүес элементтарын асыҡлау буйынса тикшеренеү эштәре алып барҙылар, эҙләнделәр. Һөҙөмтәлә, Сәйетбаба төбәгендә йәшәгән кесе табын ырыуының бығаса айырым билдәләнмәгән төрөн асыҡлап ҡына ҡалманы, тергеҙеп тә алдылар. Өс йыл рәттән табын ырыуы кейем комплексы буйынса семинар-практикум уҙғаралар. Һәр йыл яңы йүнәлеш табылып тора. Беренсе йыл кесе табын ырыуы һаҡалын тергеҙһәләр, икенсе йыл хәситә эшләүгә бағышланды. Райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр берләшмәләре, мәктәп уҡыусылары өсөн биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторалар. Быйылғы семинарҙа табын ырыуының тамбурлы сигеү өлгөләренә мөрәжәғәт иттеләр. Өмә-эш фольклор композицияларында файҙаланыу өсөн урындағы музейҙа һаҡланған алъяпҡысты өлгө итеп алып, тергеҙеү эшен башланылар.
Бына шулай, «Асанай» халыҡ фольклор ансамбле юҡҡа ғына Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы исемен йөрөтмәй. Уйнап-көлөп, йырлап-бейеп кенә йөрөү түгел ул мәҙәниәт. Тамырҙары тарих төпкөлөнә тоташҡанда ғына, һәр ынтылышы, һәр фекере, халҡы зауығы, кисереше, моңо, дәрте менән бәйле булғанда ғына, тәрән һөйөү менән һуғарылғанда ғына юғары сәнғәт булып балҡый.
Рәйлә Сабитова
БР һәм РФ яҙыусылар союзы ағзаһы,
Халыҡтар дуҫлығы йорто «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы