– Алмаз, һине оло тормош юлына, ҙур майҙандарға, сәхнәләргә ниндәй һуҡмаҡтар алып сыҡты?
– Үҙем хаҡында һөйләргә, ниһайәт, ваҡыт таптым, һәм был илаһи мәлде ҡыуанып-шатланып, журнал уҡыусыларҙы һәм тамашасыларҙы тормош юлым менән таныштырыуға бағышлайым. Тормошом хаҡында бәйән итеүҙе атайым һәм әсәйемә рәхмәт әйтеүҙән башлап ебәрер инем. Улар икеһе лә уҡытыусы булып эшләнеләр. Атайым математика һәм физика фәндәренән уҡытты, әсәйем башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән тыш, бик матур йырлағас, музыка дәрестәре лә алып барҙы. Әсәйем яғынан туғандар баянда уйнағандар, йыр-моңға һөйөүем ошонан киләлер тип уйлайым. Икенсе класта уҡыған саҡта беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡтым. Ул йырҙың «Өфө тиһең дә ҡарайһың» тигән һүҙҙәре ҙур хыялға балалыҡ саҡырыуы булып күңелдә һәр саҡ талпынып, талпындырып торҙо. Унан һуң, үҫмер саҡтар башланғас, малайҙар менән «ауылса» ғына ансамбль төҙөп алып, дәртле, күңелле йырҙар йырлап йөрөр булып киттек. «Косилка-молотилка, сортировка-веялка» беҙҙең дә, халыҡтың да яратҡан йыры булды. Үҫмер саҡтың бер үҙенсәлеге булып, тауыш һынып, көҙгө әтәстәй тауыштар сығара башлағас, был шөғөлдө лә ҡалдырып торорға тура килде. Унан, 9-сы класта уҡығанда, йырға һыуһаған күңелде баҫырға көтөү көткәндә, мал ҡаршылағанда, өйҙә бер кем дә күрмәгән-ишетмәгәндә йырлап йөрөр булып киттем. Ҙурыраҡ сәхнәгә инде йәш саҡта бик модала булған «Пламя» вокал-инструменталь ансамбленең барыбыҙға ла таныш, бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ «Снег кружится» исемле русса йыры менән сыҡтым. Айҙар Ғәлимов репертуарынан «Һин минең йәнемдең яртыһы» исемле йырҙы бик яратып башҡарҙым. Минең музыкаль карьера ошо йырҙар менән башланып китте инде.
– Бөгөнгө киң билдәлелеккә алып килгән эшмәкәрлеккә ниндәй юлдар менән килдең?
– «Бик матур йырлайһың, әйҙә, ошо йүнәлештә үҙеңде үҫтер» тигән кәңәштәр, саҡырыуҙар, тәҡдимдәр күп булғас, мәктәптә уҡыған сағымда уҡ төрлө йыр конкурстарында ҡатнаша башланым. Үҙем информатика буйынса шөғөлләнергә бик яраттым, программист йә иһә юрист булырмын тигән хыялым, теләгем дә көслө ине. Әммә йыр-моңға һөйөүем көслөрәк булып сыҡты, асылда. Өфө сәнғәт училищеһына имтихандар тапшырып йөрөү менән бер рәттән Өфө нефть технологияһы колледжына ла ингән инем, йөрәгем ҡушыуын тыңлап, сәнғәт юлын һайланым. Рәхимғолова Эльвира Венер ҡыҙы класында дүрт йыл белем алдым. Уҡыған саҡта төрлө конкурстарҙа күп ҡатнаштым һәм еңеүҙәр яуланым. «Йәш тауыштар», «Татар йыры» бәйгеләре айырыуса ҙур уңыштар килтерҙе. Минең опера һәм романстар йырлап, академик йырсы булып китеү теләгем артты. Музыкаль белем алыуымды дауам итергә тигән ниәт менән мин Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый башланым. Рәсәй опера йырсыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Белов Владимир Викторовичтан дәрестәр алыу бәхете тейҙе. Өс йыл ярым уның ҡулында йырсы булараҡ һөнәремде камиллаштырғас, Иҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиевҡа күстем. Ул да бик ҡиммәтле дәрестәр бирҙе. Рәсәй буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүсе урындар алып һәм лауреат булып, артист булараҡ сыныға барҙым. Бишенсе курста уҡығанда ҡала мәҙәниәт һарайында эшләй башланым. Шул уҡ ваҡытта мине «Республика йәштәр үҙәге»нә вокал буйынса педагог итеп саҡырҙылар. Уларҙың йүнәлтмәһе буйынса мин әлеге көндә лә Республика сауҙа һәм иҡтисад колледжында дәрестәр һәм вокал түңәрәге алып барам, йәштәрҙе, талантлы студенттарҙы йырларға өйрәтәм. Шулай уҡ Дим биҫтәһендәге «Орион» мәҙәниәт һарайында ла йырсы-солист булып эшләйем.
– Алдыңа ҡуйған йәшлек маҡсаттары ниндәй ине? Улар тормошҡа аштымы? Әллә яҙмыш елдәре икенсерәк тарафтарға иҫтеме?
– Эйе, ысынлап та ҡулдан килерлек эш булғас, барыһын да бергә алып барғы ла килә, программист һөнәрен дә бик яратҡас, үҙаллы шөғөлләнеп уҡыу өҫтөндәмен, педагог-вокалист булараҡ та гөрләтеп эш алып барам. Әммә шулай ҙа әлеге мәлдә нәҡ йырсы-солист, эстрада йырсыһы булараҡ башкөллө тотонорға тигән ниәтемде өҫтөн ҡуям. Башҡаларына инде, ваҡыт үтә килә, олоғая килә үҙ яйы, мәле етер тип уйлайым. Рәхәтләнеп төрлө мәҙәниәт йорттарында йырлай алыуыма, шундай мөмкинлектәр булғанға шатмын. Ҡала мәҙәниәт һарайы йырсыһы булараҡ республикабыҙ райондары буйлап ҡына түгел, сит өлкәләргә, Мәскәү, Силәбе, Ырымбур өлкәһенә гастролгә сығып үҙ тауышымды ишеттерә алыуым да минең өсөн ҙур бәхет.
– Һааай, Алмаз, бына ни өсөн һинең менән осрашып һөйләшеү ауыр мәсьәлә булған икән! Һәр саҡ эштә генә йөрөп шәхси тормошоңдо уйлап-яйлап өлгөрә алаһыңмы һуң?
– Шәхси тормошто ла артҡы планға ташлап ҡуймайым. Минең ижадымды хөрмәт иткән, мине яңы уңыштарға илһамландырған, һынауҙарҙы һәм ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам иткән тормош иптәше-кәләш табырға тигән ниәтем бар. Тормошто яратып йәшәгәс, хисле йәш күңелем ғашиҡ булып бара. Бына мөхәббәтемде осраттым, тигән яҡты уй-хыялдар селпәрәмә килеп ҡуйған осраҡтар ҙа булды. Әммә, нәҡ ошондай күңел һыҙланыуы кисергән мәлдәр һөйөү хаҡында тетрәндергес йырҙар тыуыуға этәргес икәнлеген дә аңлата был тормош. Мине бәхетле итәсәк, ҡанатлы итәсәк мөхәббәтемде осратыу мәлдәрен көтөү ҙә моң-һағышҡа бай йырҙар ижад итеүгә килтерә.
– Ижади уңыштар бер кемгә лә еңел бирелмәй. Һынауҙар һәм ҡаршылыҡтарҙы еңергә, бирешмәйсә уҙырға кәрәк була. Унан инде, яурындарҙы яҙып ғорурландырыр мәлдәр ҙә етә. Шулар тураһында бәйән итһәң ине.
– Эйе, булды минең менән дә ундай хәлдәр ҙә, мәлдәр ҙә. Яратып йөрөгән ҡыҙым менән аралар һыуынып ташлашып йөрөгән ауыр мәлемдә, мин ярҙамдарына мохтаж булған кешеләр ҙә бер-бер артлы миңә ҡарата битарафлыҡ белдерҙеләр. Хатта уҡытыусымда ла минең ҡайғым юҡ ине. Төшөнкөлөккә бирелеп, күңелем ҡатты, тауышым юғалды. Был хәлдәрҙән сығырға тик үҙем генә булдыра алам икәненә төшөнөргә тура килде. Һәм шулай эшләнем дә. Таяныс эҙләп, хатта Мәскәү ҡалаһына, Чайковский консерваторияһына барып, шым ғына вахта аша үтеп китеп, ундағы вокал буйынса иң төп белгестәргә мөрәжәғәт иттем: «Миңә артабан ни эшләргә, нисек дөрөҫ юл табырға?» Мәскәү белгестәре тыңлап ҡарауҙарҙы түләүһеҙ эшләмәһәләр ҙә, мине, ни сәбәптәндер, ҡағиҙәнән ситләшеп, бушлай ғына тыңларға булдылар. Концертмейстерға ноталарҙы биреп, Ленскийҙың арияһын йырлап күрһәттем. Улар миңә «Һин, балаҡай, уҡытыусыңды алыштыр, һәм, артабан үҫергә тырыш. Тауышыңды яңынан тергеҙ!» тигән кәңәш бирҙе. Ул йылды мин шулай төшөнкө күңел, ҡайырылған ҡанаттар менән тамамлап ҡуйҙым да, Яңы йылдан өр яңы тормош башларға ҡарар иттем. Иҙрис Ғәзиев ҡулы аҫтында шөғөлләнә башланым. Тағы ла бер көслө һынау булып Ковид ауырыуы менән сирләп китеүем булды. Тын алыуы ауырлашып, бөтөнләй яҡты донъя менән хушлашам икән, тигән ҡурҡыныс уйҙар аҫтында, бик оҙаҡ дауаланырға тура килде. Йыр менән, йырлай алыу шатлығы менән хушлашыу ошолай булырмы икән ни, тигән күңелһеҙ, ауыр уйҙар йөрәкте өйкәй ине. Һаулыҡ иң мөһиме, бер нимәгә ҡарамай йәшәү өсөн көрәшергә кәрәк икәнлекте аңланым. Үҙемде бирешмәҫкә өгөтләп, төрлө физик күнегеүҙәр эшләп, даими шар өрөү күнекмәһе эшләп, яйлап һауығыуға табан барыуым өмөт уятты. Ярты йылдан ашыу яфаланғас, яйлап тауышым ҡайтанан барлыҡҡа килде, көс-дәрт өҫтәлде. Ошо һынауҙарҙы уҙа алғас, мин әлеге мәлдә кескәй генә ығы-зығыларға бирешмәй, ҡыуанып-шатланып ижад итәм. Киләсәктә лә тамашасыларым менән бергә ҡалып, йыр-моң илендә йәшәргә тигән матур ниәт менән йәшәйем.
– Әлбиттә, Алмаз! Сәхнә тырыштарҙы бик ярата. Киләсәктә Алмаз Әйүпов исемле яҡты сәхнә йондоҙо бик күп тамаша залдарын, оло сәхнәләрҙе биҙәр әле! Уңыштар теләйбеҙ һиңә.
Миләүшә Ҡыҙрасова