«Театр ҡанатты үҫтерҙе, тормошҡа сәм бирҙе, йән өрҙө»
– Исмәғил Ғүмәр улы, «Мораҡҡа ейәнсуралар спектакль менән килә, режиссеры үҙебеҙҙең Ғилманов» хәбәре үк беҙгә аяҙ көндө йәшен йәшнәгәндәй тәьҫир иткәйне тәүҙә. Нисек инде? Күгәрсен һандуғасы режиссерға әүерелгәнме? Нишләп Ейәнсура менән ҡул тотошҡан? Барырғамы-юҡмы?.. Тиҫтәләгән һорау эсте тырнаны. Бер-бер артлы тамашалар ялҡытып китеүгә ҡарамаҫтан, күңелдәргә театр танһыҡ булғанға күрә һәм һеҙгә булған ихтирам йөҙөнән барҙыҡ, мөкиббән китеп ҡараныҡ... һәм таң ҡалдыҡ. Ут күршеләр менән һеҙҙең хеҙмәт емешегеҙ тормош күгенән болот пәрҙәһен тартып ҡуйғандай, артабан йәшәр өсөн йөрәккә көс-дәрт өҫтәгәндәй булды...
– Рәхмәт. Быны мин эшебеҙгә юғары баһа тип ҡабул итәм. Мин үҙем алдан уҡ шул һөҙөмтәгә өмөт итмәһәм, эшкә тотонмаған да булыр инем. Театр ул, ысынлап та, тормош көҙгөһө, ғәләмәт ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, яҡты донъя. Шуны аңлаған кешеләрҙең, театр һөйөүсе тамашасыларҙың күп булыуы – үҙе ҙур ҡыуаныс. Әммә ниндәй генә һәләтле режиссер булмаһын, ижади коллектив режиссер күрһәткән хаталарҙы ваҡытында төҙәтеп яҡшыраҡ эшләргә тырышмаһа, яҡшы һөҙөмтәгә өмөт тә итмә. Беҙ бер-беребеҙҙе аңлап, дәртләндереп, сәхнә әҫәренә үҙебеҙсә йән өрөп берҙәм эш башҡарҙыҡ. Һәләтле актерҙарға һәм ярҙам ҡулы һуҙырға гел әҙер тороусы Ейәнсура районының мәҙәниәт бүлеге, район хакимиәте етәкселегенә, ҡайҙа ғына гастролгә сыҡмайыҡ яҡты йөҙ, йылы алҡыштар менән ҡаршы алып һәм оҙатып ҡалыусы тамашасыларға, эшемде юғары баһалаусы яҡташтарым, күгәрсендәргә оло рәхмәтем.
– Шулай ҙа... «Үҫәргән»дәр тота һалып һеҙгә мөрәжәғәт итмәгәндер бит инде? Тимәк, был өлкәлә тәжрибәгеҙ барлығын белгәндәр... Ғөмүмән, һеҙгә сәхнә «ене»лә, театр «ене» лә, ай-һай, иртәрәк ҡағылғандыр.
– Һүҙемде алы-ы-ыҫ бала саҡтан башлаһам аңлайышлыраҡ булыр. Тыуған ауылым Өмөтбай (ауылдың рәсми исеме – Ибраһим) мәктәбендә уҡығанда атайым Ғүмәр Билал улы сәсемде тап-таҡыр итеп ала, шул ялтыр баш менән сәхнәгә сыға торғайным. Урмансы булып эшләне мәрхүм, ә үҙенең ҡулынан гармун төшмәне. Сәхнәгә сығып йырлағанын хәтерләмәһәм дә, әсәйем Миңсара Бәҙретдин ҡыҙының да тауышы моңло булды, ғаиләлә беҙ һигеҙ бала уның моңло йырҙарын тыңлап, бергә көйләп буй еткерҙек. Ауыл балалары бит, бесән, утынды күмәкләп эшләйбеҙ, атайымдың гармун тартыуына йыр һуҙып ял итеү ғаиләбеҙҙең матур ғәҙәтенә әүерелгәйне. Мораҡ башҡорт мәктәбенә (хәҙерге Мораҡ башҡорт гимназияһы) 5-се класҡа уҡырға барғас та, әлбиттә, һәләтемде тиҙ күреп алдылар. Мәктәптә балаларҙы театр сәнғәтенә йәлеп итеү буйынса Вәсим Әхмәт улы етди шөғөлләнде. 40-лап баланы сәхнә телмәренә, актерлыҡ оҫталығына өйрәтте. Минең 10-сы класта уҡыған сағым ине, остазыбыҙ 9 Май байрамына «Мөхәббәт тураһында йыр» драма әҫәрен сәхнәләштерергә булды. Миңә төп ролдәрҙең береһен башҡарыу бәхете тейҙе. Һалдат формаһында сығыуым хәтеремдә. Нәҡ ошо спектакль тормошомда әһәмиәтле роль уйнаны, тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. «Был –минеке!» тигән уйҙы һеңдереп, киләсәккә үҙ юлымды билдәләргә нигеҙ һалды...
– Имәндә икән сәтләүек! Бер театр менән «зарарланғас», шул юлдан тайпылманығыҙ ҙа ҡуйҙығыҙ инде әтеү?
– Эйе. 1975 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә уҡырға индем. Биш йыл бында белем алыу дәүерендә беҙ, театрға мөкиббән киткән студенттар булараҡ, Өфө ҡалаһы театрҙарында барған бер спектаклде лә иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ. Был иһә үҙенә күрә өҫтәмә тәжрибә туплау, актерлыҡ оҫталығына өйрәнеү мәктәбе булды. Ҡулға диплом алғас, дүрт йәш белгесте – Байрас Ибраһимов (апаруҡ йылдар аҙаҡ «Нур» татар дәүләт драма театрын етәкләне), Альмира Ҡыуатова, Нәжибә Сәғитова һәм мине Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эшкә йүнәлттеләр. Эх, ул дәртле саҡтар! Гастролдәр менән республиканы арҡылыға-буйға гиҙһәк тә, бер арыттырманы, эшебеҙҙе ихлас яратҡанбыҙ, күрәһең. Яҡшы актер булыр өсөн оҫталыҡ ҡына етмәй, үҙ өҫтөңдә даими эшләргә, камиллашырға ынтылырға тейешһең, ихтыяр көсө һәм хәтер шәплеге мөһим. Драма, художество әҫәрҙәре күп уҡылды, унһыҙ рухи үҫешкә, тел шымартыуға өмөт итеп булмай. 1985 йылға тиклем бай репертуар тупланды, ҙур уңыш килтергән, хәтерҙә ҡалғандарының бер нисәһен генә атап үтке килә: Ә.Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын», Ғ.Байбуриндың «Зәңгәр юлдар», Н.Асанбаевтың «Ҡыҙлы йорт»... Ҡыҫҡаһы, ысынлап та, театр минең ҡанатты үҫтерҙе, тормошҡа сәм бирҙе, йән өрҙө.
– Артабан театрҙы ташланығыҙмы әллә, (ғәжәпләнеүемде йәшерә алмай һорайым) нисек улай килеп сыҡты?
– Аныҡ ҡына сәбәптәрен әйтә алмайым. «Нисек булырға тейешлеге лә, алда үтер юлдарың да маңлайыңа әллә ҡасан яҙылған», тиҙәр бит. Бер нимә лә был тормошта осраҡлы булмай. Әҙәм балаһына, айырыуса ир-егеткә бер урында тапаныу хас түгел, даими үҫеш, үҙгәреш кәрәк. 1985 йылда мине Ырымбур өлкәһенә Ҡыуандыҡ ҡалаһы мәҙәниәт йортона директор вазифаһына эшкә саҡырҙылар. Мин ризалаштым. Бында эшләгән өс йылым тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Үҙебеҙҙең өлкәлә генә түгел, бөтә Рәсәй кимәлендә ҡаҙаныштар яуланыҡ. Етәксе ролендә булһам да, артист булараҡ һәр ҡайҙа үҙем дә сығыш яһаным (һәр өлкәлә етәксе үҙ ҡулы аҫтында эшләгәндәргә өлгө булырға тейеш шул! - авт.). Иң тәүге һорауығыҙға ла ошо ерҙә яуап биреп китәм –
Ейәнсура егете Вафа Мәүлитов менән дә тап шунда таныштыҡ, ул йәш кенә ине әле, Ҡыуандыҡҡа методист булып эшкә килде. Аҙаҡ, күреүегеҙсә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре кимәленә күтәрелде. Уның менән бәйләнеште бер ҙә өҙмәнем, гел аралаштыҡ. Ә үткән йылда «Үҫәргән» халыҡ театрына режиссер булараҡ эшкә саҡырғас, элекке танышыма ҡаршы килә алманым, ут күршеләрҙең йылы ҡабул итеүе йөрәккә дәрт-ялҡын бирҙе, артабан бер ҡаршылыҡһыҙ эшләп киттек. Әйткәндәй, ғүмерлек йәремде – Зөлфиә Миңлеәхмәт ҡыҙын да тап шунда, Ҡыуандыҡта осраттым. Ул Ырымбур медицина университетын бөткәйне, шунан бирле беҙ энә менән еп кеүек бер-беребеҙҙән айырылғыһыҙ. Мин ҡайҙа – ул шунда. Бер ҡыҙ, бер малай үҫтерҙек, бергәләп күп юлдар үттек, һәр эштә уңыштарға өлгәшеүемдә ҡатынымдың өлөшө ҙур. Икебеҙ ике төрлө һөнәр кешеләре булһаҡ та, уй-фекерҙәр, шатлыҡ-көйөнөстәр гел уртаҡ булды.
– Себер яғынан ҡайтып ауылда төпләнеүегеҙ һәр кемгә мәғлүм. Ҡыҙыҡ, ул тарафтарға карьера эшләү теләге алып киткәйнеме?
– Юҡ. Бик баналь сәбәп менән сығып киттем (көлә). Актер, артист даным, атым... – кәрәк үрҙәрҙе яуланым, шикелле, әммә үҙемде ысын ир-ат, ирекле кеше итеп тойор өсөн «тимер атым» етмәне. Хәҙер генә эте лә, бете лә машинала саба, Совет заманында был ҡул етмәҫ хазина ине. Моратыма ирешкәс, эш менән мауығып Себер яғында оҙаҡ тотҡарландым.
– Ғәжәп, ул тарафта башҡорт милләтле ябай ауыл малайы өсөн мәҙәниәт өлкәһендә юлдар асылыуын күҙ алдына килтереүе ҡыйыныраҡ... Хәҙер генә сабыйҙар «етене бөтөп тыуа», рус телен туған теленән яҡшыраҡ белә...
– Дөрөҫөн әйткәндә, бында рус труппаһында уйнауымды иҫәпләмәгәндә, Башҡорт драма театры менән Яҡут театры араһында артыҡ айырма тойманым. Минең әсәйем татар, атайым башҡорт ине, бәлки, ҡан ҡатышлығы ла телемде һығылмалыраҡ иткәндер, был тәңгәлдә мин үҙемде иркен тоттом, рус-башҡорт араһында «барьер» булманы. 1988 йылдан алып 1994 йылға тиклем Яҡут республикаһы актер һәм ҡурсаҡ театрының актеры, бер юлы шул театрҙың баш администраторы ла булдым. Якутияға Ленинград, Мәскәү ҡалаларынан күренекле режиссерҙар йыш килә ине. Улар менән тығыҙ аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу ҙа дөйөм үҫешкә, әлбиттә, йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Өҫтәүенә ҡурсаҡ театры актеры булыуым минең эшмәкәрлекте йөкмәткелерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итте. Ғәмәлдә ҡурсаҡ театрына юғарынан ҡарап ғәҙәтләнгәнбеҙ бит. Әммә эсендә йөҙөп йөрөһәң, ҡараштар үҙгәрә. Уның ни кимәлдә мауыҡтырғыс, ауыр, яуаплы эш икәненә төшөнәһең. Бер яҡтан, ҡурсаҡ һиңә образ тыуҙырырға ярҙам итә, икенсе яҡтан, һин үҙең ҡурсаҡ образын йәнләндерергә тейешһең. Ике йүнәлештә эшләп, бер бөтөн образ тыуҙыраһың, ҡыҫҡаһы. Шуның менән үҙеңдең һөнәри яҡтан үҫкәнеңде асыҡ тойомлайһың...
– Шул тиклем мауыҡтырғыс, күңелегеҙгә ятҡан эштән китергә нимә мәжбүр итте һуң?
– Ямал-Ненецк автономлы округында урынлашҡан Губкинск ҡалаһы гимназияһына эшкә саҡырҙылар. Театр студияһын асып, үҙем режиссер булараҡ уны етәкләргә тейеш инем. Әлбиттә, үҙемде режиссер ролендә һынап ҡарағым килде. Сәнғәт, мәҙәниәт шундай өлкә бит ул, тегеһенән дә, быныһынан да ауыҙ итке килә, үҙеңдең мөмкинлектәреңдең киңлеген, белемеңдең тәрәнме-һаймы икәнен белге килә. Алты йыл «Диалог» театр студияһының етәксеһе һәм режиссеры булып эшләүем йәнә лә үҙ-үҙемә, көсөмә ышанысты арттырҙы, телде байытты. Көндөҙ уҡыусыларҙы театр сәнғәтенә өйрәтәһең, төндә әҙәбиәт уҡыйһың, сәхнәгә артабан сығарасаҡ яңы драма әҫәрҙәрен, геройҙарҙың характерҙарын үҙең матурлап өйрәнмәй тороп, ролдәрҙе дөрөҫ бүлеү ҙә мөмкин түгел. Ғөмүмән, мин үҙ-үҙемә гел талапсан булдым. Нәҡ шул күпте белергә, яңылыҡҡа ынтылышым, талапсанлығым мине артабан журналистика өлкәһе менән бәйләгәндер ҙә...
– Бына нимәлә икән хикмәт! Әйтәм һеҙ һүҙ ҡәҙерен, һүҙ баһаһын белеп эш итәһегеҙ. Заман журналистикаһына ҡағылышлы тәнҡит һүҙҙәрегеҙ ҙә хаҡлы яңғыраны шул (бер нисә йыл элек әңгәмәсем менән ике арала булған күңелһеҙ аралашыуҙы иҫкә алып йылмайып ҡуям)... Театрҙан икенсе өлкәгә күсеү эшегеҙҙе ауырайтманымы?
– Театр ҙа, журналистика ла шул һүҙ сәнғәтенә нигеҙләнә бит инде. Телевидениела эшләр өсөн бигерәк тә һүҙ менән дуҫ булыу мөһим. Ике меңенсе йылда, шулайтып, Ямалда «Вектор» телевидениеһының «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә журналист булып эш башланым. Сәнғәт институтынан алынған ныҡлы белемем, театрҙа тупланған бай лексик запасым миңә файҙаға ғына булды. Дикцияны ла юғары баһаланылар, күрәһең, бер йылдан үҙемде редактор итеп ҡуйҙылар. Теүәл ун йыл «Вектор»ҙа эшләгән дәүеремдә тура эфир алып барырға ғына түгел, үҙемә байтаҡ документаль фильмдар төшөрөргә, редактор хеҙмәтенең ни ҡәҙәр ауыр ҙа, яуаплы ла, мауыҡтырғыс та икәнен үҙ елкәмдә татырға тура килде. Ә инде яуланаһы үрҙәр яуланғас, йәш үҙенекен иткәс, тыуған яҡ елдәре үҙенә тартты. Сит тарафтарҙа ни тиклем генә рәхәт булмаһын, барыбер үҙ ереңдең һауаһы ла, һыуы ла шифалыраҡ.
– Халыҡта «ҡара һаҡалың ғүмер буйы үҙеңдән ҡалмай», тиҙәр. Һеҙҙең осраҡта, ҡара түгел, аҡ һаҡалығыҙ, элекке данығыҙ, театр тормошонда һыҙған яҡты эҙегеҙ, һәләтегеҙ һеҙгә тыныслап ял итергә лә ирек бирмәй, ивет? Күгәрсендәр өсөн генә түгел, хәҙер «үҫәргән»дәр, ейәнсуралар өсөн һеҙ бик ҡәҙерле һәм кәрәкле кеше?
– Ут күршеләр артабан да бергә-бергә хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итә. Элек, 16 йыл, Радмир Дәүләтбәков етәкләгән «Үҫәргән» өлгөлө халыҡ театры коллективы бер нисә ай эсендә минең өсөн икенсе ғаиләмә әүерелде. Гармунсы дуҫым Вафа Мәүлитов, театрҙың художество етәксеһе Хәлиҙә Ҡолшәрипова, Фәнүр Тоҡомбәтов, Юлай Арҫланбаев, Гөлназ Танһыҡҡужина менән Зәлифә Бербасова... – һәр береһе үҙенсәлекле шәхес; йырсы һандуғас та улар, оҫта актер ҙа. Ә ысын таланттар менән эшләүе һәр саҡ күңелле. Йәл, әлбиттә, йәш бара, йөрәк кенә һаман ун һигеҙҙә (көлөмһөрәп көрһөнөп ҡуя). Насип булһа, тағы ла сәхнәгә матур тамашалар әҙерләрбеҙ, Ейәнсура-Күгәрсен араһына саң төшөрмәбеҙ, тип ышандырғы килә. Киләсәктә Бөйөк Ватан һуғышы темаһын яҡтыртҡан әҫәрҙәрҙе сәхнәгә сығарыу уйыбыҙҙа, был тема һәр кемдең күңеленә яҡыныраҡ, сөнки һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ беҙҙә, ә хәтер – ул мәңгелек. Хәҙерге заманда бигерәк тә илебеҙҙең данлы үткәне бар сағыу төҫтәрҙә яҡтыртылырға тейеш.
– Хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға, беҙгә, тамашасыларға, тағы ла һеҙҙең татлы һәм фәһемле хеҙмәт емештәрегеҙҙән «ауыҙ итергә» насип булһын берүк!
*Һүҙ ахырында...
Эйе, тормошта Хоҙай тарафынан инселәнгән урыныңды табып, халыҡ күңелен яулауҙан, уның хөрмәтен ҡаҙаныуҙан да олораҡ бәхет юҡтыр донъяла. Икһеҙ-сикһеҙ тормош диңгеҙендә аҙашмайынса, үҙ-үҙен булдырған, тәбиғәттән бирелгән һәләткә йөҙ процент егәрлеген ҡушып ҙур профессиональ кимәлгә күтәрелгән көслө һәм күркәм, бик бәхетле кеше ул Исмәғил Ғилманов.
Тағы ла... Дини байрамдарҙан ситтә ҡалмауын, ике тапҡыр хажға барып ҡайтыуын, донъя ваҡлыҡтарынан һәр саҡ өҫтөн ҡала белеү һәләтен, һау-сәләмәт тормош алып барыуын иҫәпкә алһаң, үҙенсәлекле шәхестең иман юлында булыуына ла шигебеҙ юҡ. Тик был хаҡта артыҡ һүҙ ҡуйыртыуҙы кәрәк тип тапмай ул. «Хоҙайға ышаныу, һыйыныу – һәр кемдең аңында, күңелендә, быға кеше аңлы рәүештә үҙе килергә тейеш. Сәләмәт йәшәү, мәҙәни яҡтан үҫешкә ынтылыуҙы ла кешегә көсләп тағып булмай, әҙәм затына бының иң тәү сиратта үҙе өсөн мөһимлеген аңларға кәрәк», – ти Исмәғил Ғүмәр улы.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлтелгән эштәрҙә ҡайнап, сәхнә түрен биҙәп тирә-яҡҡа нур өләшергә лә өлгөрөүсе ир аҫылы донъяуи ҡараштары менән дә күптәргә өлгө булып тора. Күреүегеҙсә, киләсәккә лә пландары елле, маҡсаттары юғары. Халҡыбыҙҙың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, мәҙәни аңын үҫтереү, күңел күтәренкелеген һаҡлау ниәтендә атҡарылған эштәре тик ырамлы булһын да, ижад ҡанаттары талмаһын!
Гөлшат ВӘЛИЕВА
Күгәрсен районы, «Мораҙым» гәзите хәбәрсеһе