+18 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
29 Июня 2023, 08:00

Актер шул балаһын ҡыйлыҡтан табып ала

Һиндостанда ҡыҙ баланы, артыҡ тамаҡ тип, йыш ҡына үлтереп сүплеккә ташлайҙар икән.

Ир-егеткә ғашиҡ булаһың икәнде мин ошо актер аша белдем. Бөтәһе лә мөкиббән киткәнгә шулай арбалдыммы, әллә ысынлап арбай инеме ул? Һәр хәлдә шуның бәләкәй генә һүрәтен дә табып алып һаҡланым, киноларын дүрт-бишәр ҡараным.

Бер, нимәгәлер йәне көйгән әсәйем, индийский киноға ебәрмәне. Ул үҙе бөтә ауыл менән ҡуша "индийский кина" тип йүгермәне, нишләптер. Илай-илай сипарат айҙандырып ултырһам, атайым килеп инде.
--Нимә булды? - ти.
--Ми-митху-ун Шак-работиға-ааа... ебәр-мәнеее... - тип сеңләйем.
--Барһын шул Митхун Кәкреботона, - тип, көлә-көлә, атайым мине азат иттерҙе. Бәләкәй бүкән (ултырғыс) тотоп алып, аҙыраҡ һуңлап булһа ла барып ултырҙым. Унан әпәт буҙлап ҡайттым. Был юлы Кәкреботи үлде, типтер инде.

Бөгөн Митхун Чакрабортиға 73 йәш (ҡайһы бер ерҙә тыуған көнө 16-һы тип тә яҙалар). Мин уны актер булыуҙан да бигерәк ҡыҙы өсөн хөрмәт итәм. Актер шул балаһын ҡыйлыҡтан табып ала. Һиндостанда ҡыҙ баланы, артыҡ тамаҡ тип, йыш ҡына үлтереп сүплеккә ташлайҙар икән. Ә был ҡыҙыҡай үлеп етмәгән була һәм иҫенә килеп илай башлай. Әммә уның янына берәү ҙә килмәй. Машинаһын парковать итеүгә ҡый бактары яғына үтә биреп туҡтаған Митхун, бала тауышын ишетеп, уны бысраҡ араһынан соҡоп ала һәм дауаханаға алып бара. Унан ҡатыны менән һөйләшеп, ҡыҙыҡайҙы үҙҙәренә алалар. Дүрт улы араһында үҫеп етә, бөгөн ҙур кеше инде.

Үҙе бер дәүер булды бит ул индийский кинолар мәле. Хәҙер шуларҙы ҡарап булмай, ниңәлер ҡыҙығы бөткән...

Миләүшә Ҡаһарманова

27 июнь.

https://vk.com/wall-113815477_35547

 

 

 

Актер шул балаһын ҡыйлыҡтан табып ала
Актер шул балаһын ҡыйлыҡтан табып ала
Актер шул балаһын ҡыйлыҡтан табып ала
Автор:
Читайте нас