– Баалдыҙ! – Ынйыбикә ауырығаны бирле еҙнәһе лә тотлоғоп ҡалғайны. – Бесән йыйышырға барыш әле. Апайыңдың көнө етеп килә, аш бешереп кенә ултырыр.
Ғизметдин ҡәйнәһенең малына бесәнде үҙе эшләй. Ырамлы булһын тинеме, бауыр аҫтынан ел үткәрергә иттеме – ыңғай ғына сыҡты ла китте Ынйыбикә. Ауыл осонда тимер һәнәк тотоп юлға сыҡҡан бер егетте ултыртып алдылар. Сельмаг һатыусыһының армиянан ҡайтҡан улы икән. Әсәһе мал тотмаһа ла, үҙенең ныҡ бесән эшләгеһе килә, ти. Апаһының һөйләгәндәре урыҡ-һурыҡ ҡолағына салынды. “Яҙлы-көҙлө ҡайталар ине лә әүәле армиянан” тигән уйын ҡысҡырып әйтмәне ҡыҙ. Башҡалар менән күптән аралашмағас, хәҙерге законды үҙе белеп бөтмәйҙер.
Ирен, яратып, “Итйотар батыр”ҙан һалдырған апаһы сүлмәк тултырып аш ҡуйҙы. Һеңлеһенең һораулы ҡарашына:
– Кешенекен ашамай бит, үҙе тапҡанды ҡаба. Бер үҙе һыҙғырып йөрөп эшләй бесәнде. Ит ашап йыуанып торһон, – тип етешкән ҡорһағын ыуалап һөйләнде.
“Кит, бынауы селләлә...” – Тырмаһын тотоп, ирҙәр артынан ыңғайланы ҡыҙ. Ғәйрәтле шул еҙнәһе! Эш рәте белмәгән һатыусы малайына самаһын күрһәтеп маҡтанғыһы килдеме, нисә йыл көтөп, атай булыр көнө яңы етеп килеүе дәрт өҫтәнеме – бер һыйырлыҡ бесәнде кәбәнгә һалып та ҡуйҙылар.
Селләлә лә тоҙлоҡло һурпа эсер икән кеше! Мөлдөрәп, күҙләнеп, “Ҡоротла ла эс мине!” тигәндәй уныһы ла! Апаһының өйҙән ҡырҡып килтергән яҫы һалмалы ашын икенсегә һалдырып алған Ынйыбикә үҙенә текәлгән ҡараштан һиҫкәнде. Гимнастеркаһы төҫөндәге йәшкелт күҙле егеткә башын күтәреп ҡарарға көс тапты.
– Тексәймә, тамағыңа торор.
Егет шарҡылдап көлөп ебәрҙе:
– Исемең кем?
– Сәй эсеп бөткәс һорарһың.
– Эсеп бөттөм. Һинең һымаҡ ике туҫтаҡ ашаманым бит. Исемең...
– Шәкәрһылыубишәрифәбаныуһылыухәнифә.
– Шә...әнифә. Исемеңде әйтә белмәһәм дә, бөгөн үк үҙеңде кәләш итеп алам.
– Шунан... Һары йортта йәшәрбеҙме?
– Булған бар. Унда ла кешеләр йәшәй.
Һеңлеһенең һуңғы өс йылда тәүгә яҙылып һөйләшкәненә берсә ҡыуанған, берсә “Әллә тағы ауырый башланымы?” тип һағайған апаһы ваҡиғаның бындай боролошона әҙер түгел ине – ярҙам эҙләп Ғизметдингә ҡараны.
– Әсәң... һыйҙырырмы һуң? – Ниәтенең бойомға аша барғанын башҡаларға һиҙҙермәҫкә маташҡан ире урталай һуҡҡан булды.
– Миңә яҙғаны ошо, ағай! Ике китек күңел бер бөтөн булырбыҙ әле. “Списанный”ға ҡараусылар булмаҫ. Бөгөн, хәҙер барам ҡулын һоратып.
V
Үҙе генә килеп, ижәп уҡытып алды ла ҡайтты армияла баш өйәнәгенә дусар булған һатыусы улы Ынйыбикәне. Яҙлы-көҙлө әле береһе, әле икенсеһе яңылышып, айлап ятып алды “һары балнис”та. Һау-һаҡ ҡыҙҙары, теремек улдары тыуып, ҡәҙимгесә йәшәп алды ла киттеләр. Ҡәйнәһе генә тартымһыҙ булды, ейәндәрен эҫендермәне, шифер башлы фронтонһыҙ өйҙә йәшәгән ҡоҙағыйы менән сәйгә йөрөшөргә кәмһенде.
Өсөнсөгә буйға уҙғанын белгәс, ризыҡ һайлап ҡаҡшаны Ынйыбикә. Ҡарынындағыһы барлығын белдерә башлағас та, ни көҫәгәнен белмәй аптыранды. Шуны уйлап магазин тотҡаһына үрелгәндә, ҡәйнәһе менән иренең әйтешкәнен ишетеп туҡтаны.
– Бисәң өсөнсөгә ҡорҡолдаймы?
– Ҡорҡолдарға ул тауыҡмы, әсәй?
– Тауыҡтың да ниндәйе! Ҡайғым берәү ине, икәү булды, икәү ине, өсәүгә етте. Итәген япһа – арты асыла, артына тартһа – кендеге күренә...
– Һинән ашарға теләнселәп йөрөгән юҡ әле.
– Ишыу как теләнселәйһең! Әллә һиңә аҫтан биргәнде бөтә ауылға һата тип уйланыңмы?
– Алһам, аҡса биреп, һатып алам. Яҙҙырһам, түләп ҡуям.
– Ике йылға бер ҡорҡолдап тора. Бер аҙ һаҡланыр инегеҙ!
Бәреп килеп инде Ынйыбикә:
– Витрина быялаһы аша ялаған кәнфиттең тәме бармы, ҡәйнәм?
Шартланы сельмаг һатыусыһы, төтөнө генә күренмәне:
– Оятһыҙ! Таптырмайым. И все!
Ыҙғый башлаған ҡатынын фельдшерға алып барып өлгөрҙө ире.
VI
Башы сатнап ауырта. Сарсатҡан. Ас ҡорһағы ашарға таптыра. Апаһының һурпаһы күҙ алдына баҫты. Хәлһеҙ ҡулдары менән эс тирәһен һыйпаштырған булды. Ҡарынында тынлыҡ тойоп, юрғанын тибеп ебәреп тороп ултырҙы. Зиһене салт асылып китте бер миҙгел. Хәиз хәлен аңғарҙы. Тәүлектәргә һуҙылған йоҡо аралаш күргән төштөң ысынбарлыҡ булыуынан өшәнде.
...“Шыҡ-шыҡ. Ҡырҡ-ҡырҡ”. Һарыҡ ҡырҡҡыһы тауышы. Кемдең һарығын ҡырҡаларҙыр, үҙенеке юҡ.
– Ҙур күренә. Срогын алдағандар.
– Ҡәйнәһе зав менән һөйләшкән.
...“Шыҡ-шыҡ. Ҡырҡ-ҡырҡ”.
– Бына аяғы – гонаһы ҡәйнәһенә булһын, бына ҡулы – гонаһы завҡа булһын!
– Пенсияға бер генә йыл ҡалды. Ҡөрьән уҡып, намаҙға баҫырмын тигәйнем. Йәнде ҡыйҙыҡ.
...“Шыҡ-шыҡ. Ҡырҡ-ҡырҡ”.
Алғандар бәпесен. Ҡәйнәһе күндергән. Кире һары балнисҡа индереп һалғандар. Ни тип кенә яуап бирер ике балаһына? Малайы “ҡустыма” тип бәләкәс мендәр тултырған, ҡыҙы “һеңлемә” тип тышын сиккән булды. Бәпесте кемдең ҡасан бәүетерен бүлешеп ҡуйғайнылар. Мөлдөрәшеп баҡҡан ике пар күҙ буш сәңгелдәккә тилмерер инде. Ҡайһылайтып ҡотолор был балнистан? Тауыш күтәрһәң, тағы сырмап, аҙналарға һуҙып йоҡлатырҙар.
Янындағы тумбала йылымыс борсаҡ боламығы менән һыуынып өлгөрмәгән сәйҙе күреп, ҡомһоҙланып эсә башланы. Ҡалтыранған ҡулдарының көрөшкәне кире ултыртырға көсө етмәне, уныһы даңғырлап иҙәнгә барып төштө. Аяғына баҫырға ниәтләне ҡатын. Күҙ алдында йәшен уты уйнаны, күк күкрәне – гөрҫләп урынына ауҙы. Һил коридорҙа санитар ирҙең сылбырлы ҡайышы шалтыраны, әкрен генә ишек асылып китте лә янына әзмәүер килеп баҫты.
– Әс-сәләмү ғәләйкүм! Ниндәй ярҙам кәрәк?
Ишеткәне күктәрҙән ебәрелгән сәләм булып тойолдо. Ошондай һүҙҙәрҙе ҡотһоҙ зат әйтә алыуына күңеле икеләнде, теле аңҡауына китте Ынйыбикәнең. Ирендәрен ҡымтыны, тешен ҡыҫты. Әзмәүер крандан һыу ҡойоп бирҙе.
– Ҡасырыш! Ике балам янына ҡайтарыш! Аллаһ хаҡына, балаларым хаҡына! – Күкрәк тауышы һыҡты өндәрен – япрағы өҙөлөргә лә күп ҡалмағандыр.
– Булмай. Хәлең юҡ. – Баш сайҡаны ир. – Гинекологиянан күсергәс, өс көн коридорҙа дежурҙа торҙом. Өс көн Ҡөрьән һорап ҡысҡырҙың.
– Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Балаларыма ҡайтарыш.
Сылбырлы ҡайыш тотҡан әзмәүер палатанан ипле генә сығып китте.
VII
Ынйыбикә әзмәүер килтергән Ҡөрьәнде әкренләп ҡулына ала башланы. Көн аралаш тумбаһына ҡунаҡлаған һурпаны ла кем килтергәнен һорамай ғына һемереүен белде. Ер өҫтөн яба барған аҡ ҡарға ҡарап көндәрен тоҫмалларға тырышты. Уның һайын ғәзиздәрен уйлап йөрәге һыҡраны. Ошо бәләләрҙән үҙен ныҡлап ашау һәм Ҡөрьән генә ҡотҡарырҙай күрҙе.
Пакланып, ихласлап тотондо ҡатын изге китаптың тәфсирен уҡырға. Уның һайын зиһене салтланды, уйҙары тәртипкә килде. Изге ғәмәлде күңелен һалып атҡарһа, ҡайтыр мәле яҡынайыр кеүек тойолдо. Көн дә бер һорау менән ялҡытмағас, обход яһаған йәш табип та мөләйемгә әйләнде, ул аҡлыҡ бөркөп торған пациентының йөҙө тулыланыуын, күңеле нурланыуын үҙенең эш һөҙөмтәһе тип теркәй барҙы.
...Ҡолас ташлап бесән сапҡан иренә бер сүлмәк аш һалған да, ләпәкәйҙән ҡасып, усаҡ янына һыйына. Сытыр менән генә тоҡандырғандай ине – әллә ниндәй пластмасса, көйөк еҫтәре тынын ҡурғандай. Төтөнгә сәсәп ҡуймаһын тип, сабыйын ҡуйынына ҡыҫа – уныһы тимер кеүек ҡаты ҡулдары менән әсәһенең һөт төшмәгән түшен төрткөләй...
Аҡ туҡымаға урап баш осона һалған Ҡөрьәнде сабыйылай күреп ҡосаҡлап ятҡан икән. Төн ҡараңғылығында ла нур бөркөлә үҙенән! Шунда ғына сәйер көйөк еҫен, нимәнеңдер сытырлап янғанын аңғарҙы ҡатын. Бала кеүек биләп һалынған Ҡөрьәндең тышын сисеп алып, кран аҫтындағы һыуға тотоп еүешләп, ауыҙ-моронона бәйләне. Бер килке тыштағы тауышҡа ҡолаҡ һалып, янғындың ҡайһы яҡтан килеү ихтималлығын самаланы. Асыҡ ятҡан изге китапты һаҡлыҡ менән генә түшенә ҡыҫты ла коридорҙан ут бөркөп килгән албаҫты ҡаршыһына атланы. Кемделер ярҙамға саҡырырға, башҡаларға һөрәнләргә маташманы.
– Борол! – Сылбырлы ҡайыш шалтырауын ишетеп алға ташланған Ынйыбикәне ике һикереүҙә килеп еткән әзмәүер, елкәһенән тотоп, кире яҡҡа өҫтөрәне. Палатаһынан имгәкләп сыҡҡан бумалабашты, тыпырсынмаһын өсөн ҡулдарын сырмап, яурыны аша һелтәп алды, тауышҡа йыйылғандарҙы бер көтөү малдай һажлатып коридор буйлап ҡыуаланы. Төтөнгә сәсәп йығылғандарҙы арттағылар тапаны, әзмәүер кемен типкеләп, кемен һөйрәтеп алып китте. Ҡабат урап килеп, аяғына баҫа алғандарын сылбырлы ҡайышына тотондороп, ҡоҙоҡтан биҙрә һөйрәгәндәй өҫтөрәне, үҙе факел булып янғанса тереләрен дә, үлектәрен дә ташыуын белде.
...Тышһыҙ Ҡөрьәнде түшенә ҡыҫҡан Ынйыбикә алға атлауын белде. Арттағыларҙың кәмеүе лә, халатының ең осона осҡон төшөүе лә уны ҡурҡытманы, бынан сығыу юлы тик ошо тип күреп, туҡтаманы. Етмеш ауырыулы диспансерҙан Ҡөрьәнле өсөнсө ҡаттағы ун дүрт кешенең тере ҡалғанын, еңдәре өтөлгән ҡулдарындағы изге китаптың янмаҫын да белмәй әле – Ҡөрьән нурына ҡойоноп, ялан аяҡтарынан ҡарҙа ҡан эҙҙәре ҡалдырып атланы ла атланы...