+9 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
26 Июня 2023, 10:00

Баймаҡтың Йәмле Ханы

Ябайлығы, ярҙамсыллығы менән үҙенә арбап торған талантлы егет ул Йәмле Хан – Рифат Йәмлихин. Үҙ тырышлығы, үҙ һәләте менән, тере тауышҡа йырлап, үҙе ижад иткән йәки шағирҙар һүҙҙәренә яҙылған халыҡсан йырҙары, матур эстәлекле клиптары менән һөйөү яулаған йәш йырсы бөгөнгө көндә ҡанатлы уй-хыялдарын тормошҡа ашырып йәшәй.

Добавить в предпочтительные источники Google

Таланттарға бай Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында тыуып үҫкән егет бала саҡтан йыр-моңға тартыла. Тыуған ауылының сихри тәбиғәте лә, Алдар батыр эҙҙәрен һаҡлаған ҡыр-урмандар ҙа дәрт-дарман, рухи көс биреп, күңеленә моң һеңдерергә булышлыҡ иткәндер.

Ауыл мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Рәил Сәфәрғәле улы Хәсәнов һәләтле үҫмер егеттәрҙән торған «Нуғай» тигән төркөм төҙөй. Ошо төркөм менән ҡайҙарҙа ғына сығыш яһамай йәш артистар. «Сулпылар» республика телевизион конкурсында гран-при яулап тыуған яҡтарына дан алып ҡайтҡан егеттәргә район етәкселеге кейем дә тектереп бирә. Сәхнәгә илткән һуҡмағы башында фатиха биреп оҙатып ҡалыусы ауыл клубы мөдире Алмабикә Шараповаға, ҡурайҙа уйнарға өйрәткән тәүге уҡытыусыһы булараҡ Рәил Сәфәрғәле улына рәхмәтле Рифат.

Үҫмер саҡтары ла, йәшлек йылдары ла сәхнә тормошона һөйөүҙе арттыра ғына. Башланғыс кластарҙы ауылында тамамлаған егет, урта кластарҙа Сибай гимназия-интернатында белем ала. Үҙе кеүек үк һәләтле, тырыш балалар менән аралашып, һөнәрҙәрен арттырған егет сәнғәт – уның төп тәғәйенләнеше икәнен аңлап ала. Сибай сәнғәт колледжының ҡурай бүлегенә бер ауырлыҡһыҙ уҡырға инә Рифат. Унан инде Өфө дәүләт сәнғәт академияһында ла ҡурай буйынса белемен камиллаштыра. Милли ҡоралыбыҙ ҡурай серҙәренә төшөндөргән остаздары Йәмил Салауат улы Үтәбаевҡа, Фәйез Вилдан улы Шәриповҡа оло рәхмәт хистәре йөрөтә йәш ҡурайсы Рифат Йәмлихин. Күңел тулы йыр-моң йөрөткән егет үҙе лә йырҙар яҙа, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Иң ҙур һәм әһәмиәтле еңеүҙәре итеп Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурай байрамында беренсе урын алыуын һәм «Ҡайтауаз» республика йыр конкурсында гран-приға лайыҡ булыуын һанай.

Сәнғәт институтында уҡыған сағымда уҡ «Каруанһарай» төркөмөнә кастинг иғлан ителеүен ишетеп, ҡатнашып ҡараным һәм һынауҙы уңышлы үтеп, төркөмдөң йырсы-ҡурайсыһы булып киттем. Был ансамблдә биш йыл эшләнем. Төрлө тарафтарҙа, республика эсендә бихисап гастролдәрҙә йөрөргә, концерттар ҡуйырға тура килде. Бер мәл ни сәбәптәндер ошо гастроль тормошо оҡшамай башланы. Шулай итеп, сәнғәтте ташлап, ете йыл Себер тарафтарында эшләп алдым. Әммә күңел барыбер ижадҡа тартылды. Ошо осорҙа республиканың матбуғат баҫмалары менән ныҡлап хеҙмәттәшлек итә башланым, мәҡәләләрем «Йәшлек» гәзитендә, «Шоңҡар» журналында күпләп баҫылды. 2018 йылда Себерҙе ташлап, тыуған яҡта төпләнергә ҡарар иттем. «Тамаша» журналына бүлек мөхәррире булып эшкә урынлаштым, сәнғәткә лә кире ҡайттым, яңынан-яңы йырҙар ижад итергә тотондом. Тормошомда был аҙымды яһауыма әле лә ныҡ ҡыуанам, сөнки башҡарған эшем оҡшай. Үҙем өсөн бөтөнләй ят тармаҡта эшләп, ижади мөхиттең, шул донъяның миңә ни тиклем яҡын булыуын нығыраҡ аңланым. Был минең үҙ-үҙемә ҡайтыуым кеүек булды. Бала саҡтан яратып уҡыған баҫмам – «Һәнәк» журналында эшләп бер аҙ тәжрибә тупланым. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә бар күңелемде биреп ижад итәм, башҡарған хеҙмәтемдән йәм табам, – ти Рифат Йәмлихин.

Хәҙерге ваҡытта, әгәр ялҡауланмаһаң һәр ерҙә лә күңелеңә ятҡан шөғөл табырға була икәнен аңлаған егет тамада ролен дә бик килештереп үтәй. Уны ихлас алып барыусы булараҡ белгән кешеләр Рифаттың был йүнәлештә лә ҙур уңыштарға өлгәшеренә шикләнмәй. Клиптар төшөрөп социаль селтәрҙәрҙә үҙ һөнәрен, ижад емештәрен күрһәтә белгән егеттең йырҙарын йәштәр ҙә, ололар ҙа яратып тыңлай. Бигерәк тә, «Тыуған яҡ», «Ғүмер йылғам», «Минең йөрәк», «Ҡайтығыҙ, китмәгеҙ!», «Көнләшәм» һәм башҡа йырҙарын тамашасылар яратып ҡабул итә. Улар «Юлдаш», «Ашҡаҙар» радиолары, «Ҡурай», Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша яңғырап тора.

«Үҙем үҫкән ғаиләм дә, үҙем төҙөгән ғаиләм дә барлығы менән бәхетлемен мин», – ти Рифат. Кәләше Гөлфинә лә илһамлы күңел йөрөткән йәнкиҫәгенә һәр яҡлап ярҙам итә, кәңәш, эш менән дә таяныс булып тора. Биш ваҡыт намаҙын да ҡалдырмай, иманлы күңел – яҡты күңел икәненә төшөнөп, Аллаһы тәғәлә ярҙамына ысын күңелдән ышанып, үҙ тырышлығы менән юл һалған егет хөрмәткә лайыҡ. Илдәр имен, донъялар тыныс торһа, ваҡытлыса ғына ауырлыҡтарҙы бергәләп еңеп, юҡтан бар яһап, дуҫтар, туғандар таянысын тойоп, ижадын ихтирам иткән дуҫтарын һөйөндөрөп йәшәргә, бирешмәҫкә, алға ҡуйған оло маҡсаттарға ирешергә ынтылған талантлы егет Йәмле Ханға уңыштар юлдаш булһын, тип теләйбеҙ.

 

Миләүшә Ҡыҙрасова

 

Баймаҡтың Йәмле Ханы
Баймаҡтың Йәмле Ханы
Баймаҡтың Йәмле Ханы
Баймаҡтың Йәмле Ханы
Автор:
Читайте нас