Барлығы ун ете дәүләттә йылғалар юҡ. Сәғүд Ғәрәбстанында, Оманда, Катарҙа, Йәмәндә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Бахрейнда, Кувейтта ҡороған йылға үҙәндәре генә тороп ҡалған. Ямғыр мәлендә йылға үҙәндәре һыу менән тулышһа ла, йылғаларҙағы кеүек ағым булмай. Бында сөсө һыу сит илдән индерелә, йәки химия сәнәғәте предприятиеларында етештерелә.