+24 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
23 Июня 2023, 16:00

Кәнәрей

Ах, тәнде яндыра, ҡура. Түҙеп булмай. Күкрәк тәңгәленә эске яҡлап ҡуҙ баҫҡандар тиерһең, барлы-юҡлы шыйыҡса ла күптән сажлап юҡҡа сыҡҡан, урттарҙы бөрөштөрөп көйөк еҫе килә. Һы-ыу… Фу-у… Өнө менән төшө араһында һаташҡан Сажиҙә һикереп торҙо. Күҙҙәрен асты. Бар бүлмә эсе сайҡала. Әйтерһең, “диңгеҙ сире” ҡағылған уға: уҡшыта, башы әйләнә, тирә-яҡтағы бөтә нәмә бәүелә, күсә, шыла, осоп йөрөй.

Быуынһыҙ тәнен саҡ ҡуҙғалтып, Сажиҙә аяҡтарын аш бүлмәһенә табан шылдырҙы. Кистән үк стаканға һалып ҡуйған һутын һыуытҡыстан алды. Әрһеҙләнеп эсте ул. Урттары тулды, ирен ситтәренән ағып төштө. Тын ала алмайынса торҙо. Хәле бөттө. Тик һуңғы тамсы ҡыҙыл үңәсе буйлап төшөп киткәс кенә ултырғысҡа лып ултырҙы ла аяҡтарын һуҙҙы. Ирен ситтәренән ағып төшкән, ауыҙы тирәһенә буялған шыйыҡсаны тел осо менән әйләндереп алды. Ап-аҡ төнгө күлдәге өҫтөнә тамған ҡыҙыл таптарға ҡағылманы. Уларын һөртөүҙән файҙа юҡ: сепрәккә һеңгәндәр ҙә түш тирәләрен тишкеләгәндәй өтөп торалар. Һо-о…

Үтеп китте буғай. Яйлап тәненә йәшәү ғәләмәте ҡайта башланы. Эс-бауырын өткән ҡуҙ сажлап-пыжлап һүнде, үпкәһенә форточканан саф һауа үтеп инде.

Яҡтырған. Таңғы ҡояш нурҙарын йәлләмәйенсә ҡаршы өйҙәргә һибә. Хатта нурҙар, көҙгө һындырып кире ҡаҡҡандай, стеналарҙан сағылып Сажиҙәнең фатирына ла төшә. Әлегә бында улар тура үтеп инмәй. Тик төш ауышҡас ҡына бүлмәнең уртаһында урын алған бәләкәс өҫтәлде, уға ултыртылған төҫһөҙ вазалағы ҡауырһын сәскәләрҙе, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сығарылған журналдар тышлығындағы шәрә һылыуҙарҙы, мөйөштәге телевизор, радиоаппаратураны, стенкаға теҙелгән алтын-көмөш ҡалаҡ-сәнскене, ҡиммәтле һауыт-һабаны, ҡалған бар бушлыҡты тиерлек ҡаплаған кресло, диванды һәм стенаға беркетелгән ситлектәге йәнһеҙ кәнәрей ҡошон яҡтыртырға аҙаплана. Аҙаплана, сөнки фатир хужаһы иртән эшкә киткәндә ҡорғандарҙы ябып ҡуя. Яратмай ул ҡояш нурының туранан-тура төшкәнен. Ҡорғандар шулай көнө буйы тартылған килеш тора ла кисен тағы асыла. Был сағында ситлектәге йәнһеҙ кәнәрейгә йән өрөргә ниәтләгән ҡояш апай ҡаршы яҡтағы бейек өйҙәрҙең артына ышыҡланған, уларҙың шәүләләре оҙонайып Сажиҙәнең бүлмәһенә үҙ шаршауын тартҡан була. Көн дә шулай. Тик стенаға беркетелгән сәғәт кенә, ҡауырһын кәкүгенең ситлеген аса ла, уға ғүмер һанарға ҡуша: кәк-күк… Ләкин ҡошсоҡто оҙаҡҡа ысҡындырмай, шундуҡ тышауынан кире тарта. Етте, ашыҡма, һин бит йәшәйәсәк ғүмерҙе түгел, йәшәлгәнен һанайһың, ти. Ә кәкүктең эскә ингеһе килмәй, ҡаршылағы йәнһеҙ кәнәрейгә уҡталып-уҡталып ҡуя: кәк-күк, кәк-күк…

Эстә тулышҡан, күкрәк тәңгәлен өтөп, ҡайҙалыр ашыҡтырған тойғо ҡатындың йәнен үртәй. Етмәһә, анау кәкүге иҫ йыйып та өлгөрмәгән мейеһен сүкегәндәй һәр саҡырыуын ижекләп, яйлап ҡына ҡысҡыра: кәк-күк… Ярай әле ситлектәге кәнәрейенең өнө лә, тыны ла сыҡмай: талпынған килеш ҡатҡан да ҡалған.

Был кәнәрейҙе ҡасандыр Сажиҙәне үҙ ғүмеренән дә артыҡ яратып йөрөгән егете бүләк иткәйне. “Күңел баҡсаңда гелән һайрап, былбыл сорнайҙы көткәндәй, ҡауышыуыбыҙҙы теләп торһон”,— тигәйне Рәйес. Ха-ха-ха… Рәхәтләнеп көлдө шул саҡта Сажиҙә. Йоҡоһо туймайынса тыныслыҡ таба алмаған сабыйҙың көйһөҙләнеүе шикелле йәнен үртәгән барлыҡ тойғолар әллә ҡайҙа осто. Эй, был бер ҡатлы ауыл малайы! Юғары белем алмайынса, тормошта үҙ урынын тапмайынса тороп, ебегән бер ужым быҙауына кейәүгә сыға буламы һуң ҡыҙыҡай?! Үрһәләнеп, нәфсеһенә баш була алмаған саҡтарында ярһыуын баҫыр өсөн ажғырып, дәрт-дарманы ташып торған аҡсалы ирҙәр бөткәнме тағы?

Хәҙер, ана, белеме лә етерлек, байлығы ла мул, эш хаҡын да көрәп ала тигәндәй. Тәүҙә техникум тамамлаған ғына булһа ла, яуаплы эш йөкләттеләр. Һуңынан ул аҙлап ҡына вазифаһында үрләй башланы: баш бухгалтер булыр өсөн юғары белем кәрәк ине — аграр университетҡа уҡырға инде, ойошма менән етәкселеккә ынтылырға был ғына ла аҙ һымаҡ тойолдо — идара итеү академияһына документтарын тапшырҙы. Әле ойошма етәксеһенең урынбаҫары йөгөн тарта. Ә теге саҡта кәнәрей бүләк итеүсе ыштанһыҙ Рәйескә сыҡһа, ҡырҡҡа ситкәндә лә дөйөм ятаҡ ҡандалаларын ашатҡан булыр ине. Һис юғы, бурысҡа сумып, йә булмаһа кредитҡа фатир алыр ҙа, ике-өс бала тупылдатып, ире алып ҡайтҡан хәйер аҡсаһын көтөп алыр, ай бөткәнсе тағы бурысҡа батыр, магазин тирәһенә сыҡһа, тиндәрен дә бармаҡ араһынан һурыр ине. Ә былай... Хөрриәт! Әйҙә, торһон ситлектә йәнһеҙ ҡошо. Уныһы тағы, Рәйес әйткәнсә, былбыл булып сорнайып көттө-көттө лә, бер ваҡыт өҙөлөп һайрауҙан туҡтаны, һуңынан бөтөнләй үк йән бирҙе.

Ташламаны уны Сажиҙә. Рәйес һымаҡ уҡ артынан сәскә гөлләмәләре тотоп йүгергән, үҙе генә түгел, хатта сәскәләре лә ялҡытып бөткән биолог булып эшләүсе егеттән ҡарасҡыһын яһатып алды. Уныһы бигерәк килештергән: моңайып, һарыға һабышып үлгән ҡошсоҡ та тимәҫһең — бына-бына осоп китерҙәй булып талпынған, быяла күҙҙәрендә осҡондар уйнай, өҙөлөп һайрағандағылай муйыны алға һонолған. Һуңынан ҡатын ҡошто кире урынына — ситлеккә ултыртып ҡуйҙы. Үҙе артынан егеттәрҙең илай яҙып йөрөүен хәтерләтеп тора бирһен, тип уйланы ул. Етмәһә, мәшәҡәте лә юҡ, аҫтын таҙаларға, ашатырға кәрәкмәй. Анау вазалағы ҡауырһын сәскәләр һымаҡ: ҡойолмайҙар ҙа, һыуын да алыштырып аҙапланаһы түгел…

Ҡатын тағы кәнәрейенә күҙ ташланы. Күкрәк тәңгәлен йылытып, бар тәненә рәхәтлек биреп күҙәнәктәренә эстән аңлаталмаҫлыҡ ләззәтләнеү тойғоһо йүгерҙе, мин-минлеге йөрәген тулатты, ҡупырығы йөҙөнә бәреп сыҡты. Ана ниндәй бит ул Сажиҙә! Һылыу ҙа, ғорур ҙа. Артынан үҙҙәрен көслө зат тип йөрөүсе аҙмы ир ғәләмәттәрен тубыҡландырҙы, әртистәр ҡурсаҡ уйнатҡан шикелле йөрөттө. Ҡайһы ебен тарта, ҡурсаҡ хужаһы теләгән хәрәкәтте эшләгән һымаҡ, барыһы ла уның ихтыярына бирелде. Сажиҙәнең “ебе” яраттыра ала торған сибәрлек, теләһә ниндәй ир-аттың күңелен иретерлек юхалыҡ булды. Кәрәк икән, күҙ һирпеүе менән боҙҙай туң йәндәрҙе иретте, үҙенә кәрәккәндә бер ҡарашы үткер ҡылыстай бәғерҙәрҙе телде, егеттәрҙең таш ҡаялай ғорурлығын ишеп төшөрөп, урындарында ҡан һарҡып торған упҡындар хасил иттерҙе. Ул шунан ләззәт тапты, бөтмәҫ-төкәнмәҫ кинәнес кисерҙе. Хәйер, хәҙер ҙә, ҡырҡты үтһә лә, “ҡурсаҡ” уйнатыуын ташламай. Тик “ҡурсаҡтар” ғына сәтләүек ҡабығы шикелле ҡатылана бара. Ваҡыт үткән һайын үҙенең дә күңелен әллә ниндәй тойғолар биләй, шом баҫа. Бигерәк тә йәш елкенсәк ҡыҙҙарҙы күрһә ене ҡотора. Хатта таныш булмаған ир-ат берәй һылыуыраҡ ҡыҙ менән һөйләшеп торһа ла күкрәк тәңгәлен өҙә-йырта нәфрәте тулыша башлай. Ана, әле лә…

Машинаһын ҡарар өсөн тәҙрәгә баҡҡан ҡатындың тәне янды, күңелен телгән нәфрәте йөҙөнә бәреп сыҡты. “Уф, тағы подъезд төбөнә сығып баҫҡандар. Таң тишегенән үбешмәһәләр күңелдәре булмайҙыр шул, көн дә иртән айырылыша алмай йөҙәйҙәр. Өйләнешкәндәренә биш былтыр, нисек ялыҡмайҙарҙыр, аптырарһың. Мөхәббәтлеләр, имеш…

Атаҡ, былары икеһе ике яҡҡа китеүе булды, анау бисураһы сығып баҫты. Ҡырҡҡа еткәндә лә итәген йыя белмәй, исмаһам кешенән оялыр ине, нисәнсе ай бер күлдәген кейә лә йөрөй. Өс бала тапҡансы, аҙыраҡ үҙенең өҫ-башын ҡарар ине. Нимәгә кәрәктер шул тиклем маңҡалар, илдә хәйерселәр үрсетеп. Былай ҙа машина менән үтерлек түгел, тротуарға һыймайынса йөрөйҙәр”.

Оҙаҡ ҡарап торҙо Сажиҙә тәҙрәнән. Аҫта, унан ете ҡат түбәнлегендә, үҙе уйлауынса — түбәнселектә, үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙең береһен тиргәне, икенсеһен битәрләне, өсөнсөһөнөң кейеменән, атлап йөрөшөнән етешһеҙлек тапты. Ҡаршы өйҙөң подъезынан ике ҡыҙ сыҡҡас, тағы ла ене ҡоторҙо.

 

Һо-һо-һо! Бигерәк килештерәләр. Әле шытып та етмәгәндәр, арт һындарын уйнатып, атлаған һайын уйнаҡлаған боттарын ҡояшта ялтыратып, был яҡҡа табан киләләр. Етмәһә, юлдары нәҡ Сажиҙәнең өйө ҡырынан үтә бит әле. Туҡталыш был яҡта, имеш. Башҡа туҡталыштан ултырып китеп булмайҙыр шул. Бик улай фартауай булғас машина алһындар. Ана, Сажиҙә алған бит. Әхирәттәр, имеш. Нимәгә кәрәк һуң ул әхирәт? Ҡан эскес, нервы ашағыс бит улар. Ғүмерендә бер генә әхирәте булды үҙенең. Уныһын да биш былтыр күргәне юҡ. Күрмәгәне лә хәйерле…

Сажиҙә менән Гүзәл бер урамда үҫтеләр. Бергә мәктәпкә барҙылар, бер класта уҡынылар, бергә уйнанылар, бергә тәүге мөхәббәт хистәрен татынылар, уҡып һөнәр алырға хыялландылар. Хатта бухгалтерлыҡҡа уҡырға барырға ла бергә хәл итеп, һуңынан ауыл хужалығы техникумын тамамланылар. Шуныһы, Гүзәл кейәүгә сығып, ауылға ҡайтып китте. Ә Сажиҙә ҡаланы үҙ итте. Ошонан башлап һирәк осрашты улар. Гүзәл, кем әйтмешләй, ирҙән уңманы. Ире эсте, ҡатынына ғына түгел, балаларына ла көн күрһәтмәне. Һуңынан, юҡтан ғына ыҙғыш сығарып, йоҙроҡтарына ихтыяр биреп унлап йыл ғүмер йәшәгәс, үҙе бөтөнләй үк донъя менән хушлашып ҡуйҙы: һарайына ингән дә муйынына элмәк һалған. Намыҫы шулай ҡушҡандырмы, Ғазраил фәрештә: “Кил бында, ҡатының менән сабыйҙарыңды этләмә”,— тип салғыһын һелтәгәнме, уныһы үҙенә генә билдәле. Шулай ҙа ҡағыҙ киҫәге яҙып ҡалдырған: “Гүзәл, ғәфү ит, һине бәхетһеҙ иттем. Өҙөлөп яраттым, ләкин шайтан ҡотҡоһонан арына алманым. Былай, исмаһам, һеҙгә тынысыраҡ булыр. Тәүге мәлдә коммерсант әхирәтең ярҙам итер. Ҡалала эшкә урынлашҡас, өйҙө, мал-тыуарҙы һатырһың. Балаларыма атай булырлыҡ кеше осраһа, кейәүгә сыҡ…”

Килде Гүзәл Сажиҙәгә. Ул эшләгән ойошманы эҙләп тапты. Һаҡсы егет инеп: “Сажиҙә Гареевна, унда бер йолҡош ауыл бисәһе килгән. Һеҙҙе һорай. Пропускың ҡайҙа, тигәс, фото күрһәтә. Бына, ти, ул минең әхирәтем, имеш. Үткәрмәнем”. “Дөрөҫ эшләгәнһең”,— тине лә Сажиҙә, тәҙрәгә ҡуйылған жалюзи араһынан урамға баҡты. Ысынлап та, торғаны бер йолҡош баҫып тора ине унда. Ҡалала йәшәүсе күҙлегенән ҡарағанда, бик һәләмә кейенгән ул: өҫтөндә ябай күлдәк, ҡулында аҙыҡ-түлек тултырылған ҙур сумка, башында — яулыҡ. Шулай ғына жалюзи араһынан ҡарар ҙа, кире урынына ултырып, эшен дауам итер ине кабинет хужаһы, тик ул башҡаса уйланы: “Хәҙер исемемде һатып, кәртишкәмде пропуск урынына күрһәтеп, көнө буйы торасаҡ бит был!” Ошо уйы коридор буйлап атлатты, ошо уйы тышҡы ишекте астырҙы. “Быны берәй ашханаға алып барып ашатырға ла, хәбәрен тыңлаған булып ултырып, ҡайтарып ебәрергә кәрәк,— тигән ҡарарға килде ул.— Былай ғына сығарып, йомошон кире ҡағып оҙатһаң, ауылға ҡайтып даныңды таратыр”.

—Һаумы, әхирәт,— Сажиҙә көсләп йылмайҙы, тик күрешергә ҡулын да һонманы, элеккесә, йәш саҡтарҙағыса, ҡосаҡлап та алманы. Гүзәлдең яуабын әллә ишетте, әллә юҡ, барып машинаһының ишеген асты.— Әйҙә, ултыр, берәй ерҙә тамаҡ ялғап алайыҡ.

— Э-э… Ней…

— Бер “ней”ҙә түгел, ултыр!

Кафела оҙаҡ ғәпләшмәне улар. Гүзәлгә өҫтәл тултырып ризыҡ алды, үҙенә һут ҡойҙорҙо.

— Аша-аша, юлда асыҡҡанһыңдыр,— тигән булды Сажиҙә.— Миңә ҡарама, төшкә ресторанға саҡырҙылар.

— Рәхмәт, әхирәтем.— Гүзәл бер аҙ тымып ҡалды, тәҙрә аша урамға баҡты, тағы ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына әхирәтенә күҙ һирпте.—Сажиҙә, минең һиңә бик ҙур йомошом бар ине.

— Аҡса кәрәкме?— Сажиҙә уны ҡырт бүлдерҙе. Күҙ алдарында Гүзәлгә бирәсәк аҡсалар пәйҙә булды. Имеш, уларҙы ҡап-ҡап һона икән. Ә әхирәте туймай, һаман һорай. Сажиҙәнең хәле бөтә, тыны быуыла, маңлайына һалҡын тир бәреп сыға.— Күпмерәк кәрәк булыр икән, миндә әллә ни юҡ бит әле…

— Юҡ, аҡса кәрәкмәй миңә…

— Ә нимә кәрәк һуң?— Сажиҙә маңлайындағы тирҙе ҡулъяулығы менән һөртөп алды. Ҡыланышынан үҙенә лә уңайһыҙ булып китте, ахыры, былай тигән булды: — Халыҡ күп ерҙә бигерәк душно шул, тирләтергә генә тора. Шуға ла сәйҙе артығын эсмәҫкә тырышам.

— Миңә, әхирәт, эш кәрәк ине.

— Э-эшш?.. — Сажиҙәнең башына башҡа уй үрмәләне: бөгөндән ойошмаға ике бухгалтер-экономист кәрәк тә бит, тик был ауыл бисәһен нисек эргәгә килтереп ултыртаһың, барыһы ла, ана, һинең әхирәтең, тип бармаҡ төртөп күрһәтәсәк. Етмәһә, Гүзәл үҙенән арттырып та ебәреүе бар, нисек кенә булмаһын, мәктәптә лә яҡшы уҡыны, техникумды ла ҡыҙыл дипломға тамамланы, ишетеүенсә, ситтән тороп институтта ла уҡыған. — Эш тиһең инде?..

— Эйе.— Гүзәлдең күҙҙәрендәге өмөтһөҙлөк ғәләмәттәрен өмөт осҡоно алыштырҙы.— Мине беләһең, ни генә тимә, колхозда баш бухгалтер булып эшләнем, техникумдан һуң институт тамамланым. Экономисмын да. Кеше алдында йөҙөңдө ҡыҙартмам.— Гүзәл берсә етдиләнде, берсә йөҙөнә икеләнеү-ялыныу билдәләре бәреп сыҡты. Тик эске ғорурлығы һынып, тапалып ҡалманы. Шундуҡ инәлеү ғәләмәттәрен башҡаһы алыштырҙы. — Беләһеңме, Сажиҙә, колхоздар тарҡалмаһа, ауылда ғына ла йәшәп ятыр инем. Хәйер, унда өйҙө һатырға йыйынмайым. Ҙур, матур, яҡты ул беҙҙең өй. Етмәһә, яңы. Үҙе эсһә лә, ҡулы оҫта ине бит иремдең.

— Ҡуй, үҙеңә көн күрһәтмәгән иреңде маҡтап ултырма әле.

— Нисек кенә булмаһын, ир — ир булған икән. Шунан, көн дә ғауға ҡуптарманы бит ул, ҡыҙған саҡтарында һәр мужик ысҡынып китә торғандыр инде. Балаларға атай, миңә таяныс ине. Нишләп башына йүнһеҙ уй килгәндер, белмәйем.

— Короче, Гүзәл, уйлап-уйлап торам да, һаман шул ир ҡоло, балалар ҡоло, һыйыр ҡоло булыуҙан туҡтамағанһың икән, тим. Ана, балаларыңды интернатҡа урынлаштыр ҙа, мин һиңә бынамын тигән ир табып бирәм. Шунда эшен дә һөйләшербеҙ. Әлегә урын юҡ. Ғәфү ит, әхирәт, мин ҡабаланам.—Сажиҙә урынынан торҙо.— Һин аша, юлда асыҡҡанһыңдыр. Дә, тағы бер нәмә, башҡаса беҙҙең ойошма яғына барма, йәме. Солидный урын, үҙең аңлай торғанһыңдыр…

Шулай тине лә Сажиҙә, тек-тек баҫып, сығыр яҡҡа ыңғайланы. Гүзәл, был һинме минең берҙән-бер әхирәтем, тигән шикелле, аптырап ултырып ҡалды…

Тәҙрәнән күҙен алмаған, эшенә лә әллә ни ҡабаланмай ғына урам яғын күҙәткән Сажиҙәнең иҫенә нишләптер ошо ваҡиға килеп төштө. Башҡаса күрешмәне улар Гүзәл менән. Ишетеүенсә, ниндәйҙер фирмаға эшкә урынлашҡан икән. Тәүҙә бухгалтер, һуңынан экономист, әле, имеш, бүлек мөдире булып эшләй, ти. Машина ла алған, тиҙәр. Ауылды ла ташламаған, кәртә-ҡураһын нығыттырып, баҡса үҫтереп ята. Балаларын бында гимназияла уҡыта. Аҙна һайын ауылға ҡайтып, өйҙәрендә ял итеп киләләр, имеш. Сажиҙәнең башына бер нәмә генә һыймай: балалар, инде бер аяҡтары бында, икенсеһе гүрҙә булған ҡарт ата-әсә тип, ауылдағы өй тип ниңә шул саҡлы өҙгөләнергә кәрәк икән кешегә? Теге ваҡытта балаларын интернатҡа биргән булһа, мең артыҡ булыр ине бит. Өйөн һатһа, бында һис юғы бүлмә алыр ине. Юҡ шул, Гүзәлдең башы эшләмәйҙер… Хәйер, әхирәттәр һоранып йөрөргә генә беләләр. Ғөмүмән, туғандар ҙа һинән ниҙер көтөп кенә ята, әхирәттәр ҙә өмөт итеп кенә тора. Иң яҡшыһы — үҙеңде генә ҡарап, үҙеңде генә уйлап йәшә лә ят.

Кәк-күк… Кәк-күк… Кәк-күк…

Бәй, эшенә барырға ла ваҡыт еткән дәһә. Ә ул һаман тәҙрәгә баҡҡан да теләһә ни уйлап тик тора. Аҙ ғына эшкә һуңлаһаң да ундағы бисәләр аҙа башлай: килеп етмәйҙәр — сәй ҡуялар, биҙәнәләр-төҙәнәләр. Әйтерһең, өйҙәрендә ваҡыттары юҡ. Баштарын хыялыйға һалып кейәүгә сығалар ҙа, бер нәмәләренә баш була алмайынса бала тупылдаталар. Шунан, әйҙә, больничныйҙа йөрөйҙәр, таңдан яслеһенә сабалар. Кәнишнә, ҡайҙан етһен үҙеңде ҡарар ваҡыт. Ә эш ваҡытында маникюр яһарға тотоналар. Етмәһә, маҡтаныша башлайҙар: имеш, минең ирем фәлән дә фәсмәтән, шунса эш хаҡы алып ҡайтҡан, балаларҙы ҡарай… Яратмай ошо бисәләрҙең ҡылыҡтарын Сажиҙә. Нисек яратаһың инде уларҙы, үҙҙәре генә донъя һаҙлығына төшкәндәре етмәгән, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарҙы ла ҡоторталар. Ҡасан кейәүгә сығаһың, ваҡытында сығып ҡалығыҙ, тип йөҙәтәләр. Әйтерһең, уның тәғәйен генә ваҡыты бар? Кем белә…

Сажиҙәнең аяҡтары нишләптер бөгөн эшенә тартманы. Ул йә ваннала тотҡарланды, йә кейемен, машина документтарын, асҡысын таба алмайынса ҡаңғырҙы. Ишегенең йоҙағы бикләнмәйенсә аҙапланы. Хатта лифт та бына-бына ике ҡат араһында туҡтап ҡалыр төҫлө тойолдо. Юҡ, тартманы аяғы эшенә…

Светофоры ла тиҫкәре һымаҡ. Нәҡ Сажиҙә килеп етте генә тигәндә ҡыҙыл уты яна ла тора. “Ах, инәңде,— тип ирҙәрсә әсе һүгенде ул икенсе юл сатына етәрәк.— Бер килмәһә килмәй бит, тағы ҡыҙыл янасаҡ…” Сажиҙәнең мейеһенә ошо уй үрмәләп тә өлгөрмәне, аяҡтары газ педаленә нығыраҡ баҫты. Светофорҙың ҡыҙыл уты “иномарка”ны туҡтата алманы. Ләкин… А-ах!!! Йөк машинаһы шоферы тормозға баҫты. Һуң ине…

Кә-кә-кә-күк… Бәй, кәкүк һаҡауланғансы. Кә-кә-кәк-күк… Ваҡыт туҡтап ҡалды һымаҡ. Ә Сажиҙәгә шундай рәхәт. Әйтерһең, кәкүк түгел, үҙе ағастан ағасҡа осоп ҡунып, ғүмер һанаусы ҡош һымаҡ саҡыра. Эйе шул, үҙе. Ана әле ул ялан өҫтөнән, әсәһе, өләсәһе, Гүзәл әхирәте менән еләк, сәскә йыйған ялан өҫтөнән оса. Ррәх-хә-әт… Бәй, эргәлә ниндәй ҡош талпына? Кәнәрей бит был! “Һин тереме ни, кәнәрей?” “Эйе, минең бит йәнем — мөхәббәт. Ә ул бер генә йәндә йәшәһә лә мәңгелек! Мөхәббәт үлмәй!” “Кәнәрей, әйҙә бергә осайыҡ. “Юҡ, мин бит ситлек ҡошо, мин, былбыл сорнайҙы көткәндәй, өҙөлөп-өҙөлөп һайрармын. Ситлеккә ҡайтам. Мин — ситлек ҡошо-о… Һин дә ситлек ҡошо, һин әлегә сәғәт эсендәге ҡауырһын кәкүк. Ваҡыт һанайһың. Ысын кәкүк һымаҡ йәшәйәсәген түгел, йәшәлгәнен. Юҡ, һин кәкүк түгел, һин минең һымаҡ уҡ кәнәрей, үҙең ҡорған ситлектең ҡошо… Һин — яңғыҙ кәнәре-ей… Һин — йәнһеҙ кәнәрей ҡарасҡыһы-ы… Минең йәнем — мөхәббәт. Һин — йәнһеҙ кәнәре-ей…”

— Кәнә-кәнә…

— Аңына килә башланы, врачты саҡырығыҙ, врачты… Сажиҙә, Сажиҙәкәйем…

— Кәнәр… Кәнәр-рей…

— Һаташа бахырҡайым… Сестра, врачты саҡырығыҙ! Сажиҙә, Сажиҙә, ас күҙеңде, ас, Сажиҙәкәйем… Түҙ, бәғеркәйем, умыртҡа һөйәгең ауыртамы? Һынған, тиҙәр шул. Уф, Аллаҡайым. Түҙ, Сажиҙәкәйем...

Сажиҙә күҙҙәрен асты. Ҡайҙа ята ул? Эргәлә талпынған кәнәрей ҙә яйлап әллә ҡайҙа юғалды. Ә үҙе һуң? Осҡан һайын һауа ағымына ҡаршы торорлоҡ көсө бөтә бара. Тәне ауырайғандан ауырая. Ҡанаттары тала. У-уфф, ергә ҡолай түгелме?

— А-ай… Ба-башы-ым… Уф, а-арҡам-м…

— Хәҙер врачты алып киләләр, Сажиҙә, түҙ аҙ ғына… Укол ҡаҙағас, еңел булып китер. Һауығырһың, Аллаһы бойорһа. Бына күрерһең, һауығасаҡһың. Шуңарсы эргәңдән китмәм, үҙем тәрбиәләп торормон, тәрбиәсе табырмын. Түҙ аҙ ғына, Сажиҙәкәйем…

Кемдең тауышы был? Таныш та, таныш та түгел һымаҡ. Бар нәмә зыр әйләнә, сайҡала. Бәй, ҡайҙа ята һуң ул? Баш осонда ғына лампа һелкенә, стеналар бәүелә. Ә ҡаршыһында… Ке-ем? Г-гүз-зә-әл!

— Аңыңа килдең, әхирәткәйем, Аллаға шөкөр. Өс көн буйы һушһыҙ яттың, өс көн буйы Аллаһы тәғәләнән һинең ғүмереңде алып ҡалыуын һорап ялбарҙым. Аллаға шөкөр…— Гүзәл ихлас йылмайҙы. Сажиҙәнең ҡулын иркәләне, битенән үпте.

— М-мин ҡайҙа, Гүз-зәл? Һ-һин ни-нишләйһең б-бында…— Сажиҙәнең хәлһеҙ ирендәре ҡалтыранды.

— Һәләкәткә осрауыңды йөрәгем менән тойоп, күңелем һиҙеп эшеңә шылтыратҡайным. Унда һине, аварияға осраған, тинеләр.

— Кү-күңелең һиҙендеме-е?

— Эйе, беҙ бит әхирәттәр, ҡасандыр бер туғандай йәшәргә, бер-беребеҙҙе ташламаҫҡа ант бирешкәйнек.— Гүзәл Сажиҙәнең ҡулын иркәләне, сикәһе буйлап юл алған күҙ йәштәрен һөрттө.

— Әхирәттәр, э-эйеме, Г-Гүзәл. Әх-хирәттә-әр…

Был сағында шундай рәхәт ине Сажиҙәгә. Ул күҙҙәрен йомдо. Тирә-яҡты төрлө төҫтәргә мансып сыҡҡан йәйғорҙоң бер осо, әйтерһең, уның фатирына үтеп ингән дә, ниндәйҙер сихри көс ошо күперҙән атларға ҡуша, имеш. Ҡатын кәнәрейенең ситлеген аса. “Ос, былбыл сорнайҙы көткәндәй моңайма, үҙ ишеңде эҙләп тап”,— ти. Кәнәрей, фатир буйлап бер пырлап осто ла, кире ситлегенә инде.—Нимә, ҡошҡайым, ғүмереңде ситлектә үткәрмәксеһеңме? Ә мин емерәм уны, үҙем төҙөгән ситлекте. Урыным унда түгел минең…” Сажиҙә йәйғор-күпер буйлап атланы…

— Ойома, Сажиҙәкәйем, ойома. Ана, врач та килә. Зинһар, ойома берүк…

Ауырыу күҙҙәрен асты.

— Г-Гүз-зәл… Бе-беҙ бит әх-хир-рәттә…әр… М-мин һа-һауыҡһам да йө-йөрөй ал-ма-маясаҡмы-ын, әхир-рәткәйе-ем… М-ми-ин ҡар-ҡарас-ҡыһын ү-үҙем яһ-һаты-ып с-ситлеккә ултыртҡа-ан к-кәнәр-рей… Атай ме-менән әс-сәй ҡ-ҡартайған, т-туғанда-ар б-биҙ-гән, б-балалар ю-уҡ… Ир-рем дә… Ми-мине к-кем ҡа-ҡарар? М-мин — кәнәрре-ей… С-ситлектәге к-кәнәрей…

— Өҙгөләнмә, әх-хирәткәйем, беҙ бит — әхирәттәр. Ғүмергә бергә булырға ант биргән кешеләр. Ташлай буламмы һуң һине, Сажиҙә?! Үҙем ҡарармын, туғандарың да ташламаҫ, Аллаһы бойорһа. Бына күрерһең, һин мотлаҡ һауығырһың. Атлап ҡына түгел, йүгереп, бейеп йөрөрһөң. Һин бит көслө кеше!

Сажиҙәнең сикәһе буйлап йәш тәгәрәне. Был юлы һөртмәне уны Гүзәл. Үҙенең күҙ йәштәрен дә тыйманы. Әхирәтенең ҡулдарын ирендәренә терәне лә, хис-тойғоларына ирек ҡуйҙы…

 

Рәлис УРАҘҒОЛОВ

Кәнәрей
Кәнәрей
Автор:
Читайте нас