военкоматта ҡалды. Мин үҙем генә, ир кеше булып, әсәйем, һеңлемде ултыртып, көрән айғырҙы аҡрын ғына юрттырҙым.
Һәр нәмә бөгөнгөләй күҙ алдымда. Бына шулай, ауырлығы беҙ бәләкәйҙәрҙең елкәһенә лә төшкән дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Атайым беренсе көндәрҙә үк үҙе теләп һуғышҡа китте. Кире ҡайтманы. Был һабантуй атайым менән һуңғы ҡабат бергә булған ваҡиға булып ҡалды. Бер таңда атайымдың мине йоҡлап ятҡан еремдән күтәреп алып күкрәгенә ҡыҫып үпкәне һәм йылмайып: «Йә, улым, колхоз һиңә ҡала. Әсәйеңде тыңла, иркәләреңә ағай була бел. Һин инде хәҙер ҙурһың. Тырышып уҡы. Беҙ еңеп ҡайтырбыҙ», – тип әйткәне минең күҙ алдымдан мәңге китмәйәсәк. Атайымдың йылмайған йөҙөнән тәгәрәп төшкән эре күҙ йәше битте һаман да яндырып торған кеүек. Ул тамсы минең бала йөрәгемә ялҡын булып тамды. Ул ялҡын мәңге һүрелмәйәсәк. Атайҙың яҡты иҫтәлеге минең йәнемдә һәр саҡ янып торасаҡ. Аҙ һүҙле, көнө-төнө эштән бушамаған, халыҡтың мөхәббәте менән йәшәгән атаның тормошо миңә үрнәк булып тора.
Һуғыш инде артта. Өфө, мәктәп, детдом тормошо ла артта. Мәскәүҙәге яҡты көндәрҙең икенсе йылы ла йәшен кеүек ялтлап үтте.
Һынауҙар ваҡыты – минең өсөн тормош һынауы ла. Үтелгәндәрҙең үкенесле булыуын теләмәйем. Хәҙер һуңғы имтихан ҡалды.
Сәғәт 2-лә Вавилин, Али Кәримов менән урманда конспекттарҙы бергәләп уҡып яттыҡ. Кис – волейбол. Яҡшылар менән уйнаным. Насарҙар һәр береһе өйрәтергә тырыша, ләкин бер ни сыҡмай. Насарҙар араһында беренсе булғансы, яҡшылар араһында һуңғы булыу яҡшы.
Кис «Тартюф»ты уҡыным да Даһиға киттем. Иртәгә иртән ҡайтып китә. Оҙатырға кәрәк. Мин барып ингәндә, сыуаш Макар, украинец Пальчик һәм Даһи Есенинды уҡып ултыра ине. Даһиҙың шиғырҙарын тикшерҙек.
https://vk.com/wall-30125918_6530