«Уларҙың төп бурысы - йәш быуынды тәрбиәләүгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү, уларға тарихыбыҙ, туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, рухыбыҙ, асылыбыҙ тураһындағы хәҡиҡәтте түкмәй-сәсмәй тапшырыу. Шулай уҡ ауыл халҡы менән бергәләп этник мәҙәниәтте, рухи традицияларҙы, йолаларҙы, халыҡ педагогикаһының иң яҡшы өлгөләрен тергеҙеү, һаҡлау, үҫтереү, башҡорт ҡатын-ҡыҙының һәм ир-егетенең йәмғиәттәге, дәүләттәге социаль статусын күтәреү, уларҙың заман талаптарына ярашлы шөғөлө, карьераһына булышлыҡ ҡылыу, шулай уҡ «Башҡорт ғаиләһе» статусын күтәреү, башҡорт ғаиләһен нығытыу буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.
Ошо көндәрҙә Әбдрәхим ауылында «Серле яулыҡ» тигән сара үтте. Унда республика «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист Гөлфиә Янбаева, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Анфиса Ишмөхәмәтова, район «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, район музейы етәксеһе Нәзирә Әхкәмова, Йонос ауыл биләмәһе башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин һәм ғүмер буйы халҡына, милләтенә хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ хеҙмәтенән ләззәт, ҡыуаныс, йәм табып йәшәгән, төрлө өлкәлә эшләп, тыуған еребеҙҙең данын арттырыуға күп көс һалған Балаҡатай, Дыуан һәм Мәсетле райондарынан иң шәп ағинәйҙәре килде.
Ошо сараны тырышып, бар күңелен биреп, ауылым, халҡым, тыуған ерем тип янып йәшәүсе Әбдрәхим ауылы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Сажиҙә Әғзәм ҡыҙы Фәйзрахманова ойошторҙо. Әйткәндәй, бөгөнгө байрам ошо ойошманың ун йыллығы сиктәрендә үтте. Тәүгеләрҙән булып улар экологик акциялар ойошторҙо, милли кейемде тергеҙеү буйынса ҙур эштәр алып барҙы. Махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам ебәреүҙә лә уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
«Серле яулыҡ» сараһының төп маҡсаты – яулыҡ бәйләүҙең мөһимлеген, әһәмиәтен иҫкә төшөрөү. Әбдрәхим ағинәйҙәре боронғо яулыҡтар тарихы менән таныштырҙы. Бөгөн бында француз яулығынан алып, замансаларына тиклем һәр төрлөһөн күрергә мөмкин ине. Яулыҡ – ул баш кейеме генә түгел, мосолман ҡатын-ҡыҙының иманлылығын, тәрбиләлелеген билдәләүсе, һаҡлаусы ҡалҡаны булып тора, тип иҫәпләй улар. Сара халҡыбыҙҙың йолалары, уйындары, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Балалар башҡарыуындағы «Йәшерәм, йәшерәм яулығымды йәшел ҡайын артына» уйыны барыһының да күңеленә хуш килде. Шуныһы ҡыуаныслы, Әбдрәхим ауылы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы уҡытыусылар, уҡыусылар менән берҙәм эш алып бара. Тимәк, улар дөрөҫ юлда.
Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла ағинәйҙәрҙең оло ролен билдәләп үтте. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы «Ағинәйҙәр ҡоро»ноң бурыстарын аңлатып, ҡатындарға таныҡлыҡтар тапшырҙы. Нәзирә Фазылйән ҡыҙы киләсәккә яңы пландар ҡуйҙы, дөрөҫ йүнәлеш бирҙе. Тарихыбыҙҙы һаҡлауға йүнәтелгән ағинәйҙәр ҡоро барыһының да күңеленә хуш килде. Осрашыу мул ризыҡтан һығылып торған өҫтәл артында дауам итте. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап, йәш быуынға тапшырыусылар булғанда, милләтебеҙ киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа, тип ышанабыҙ», - тип хәбәр ителә Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә.
https://vk.com/kurultaibashkir