+18 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
20 Июня 2023, 05:00

НАИЛ АҒАЙ, РОМАН ДАВАЙ!..

Журалыбыҙҙың тәүгҽ баш мөхәррирҽ, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаев 75 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.

Заман һулышын яҡшы тойған драматургтың төрлө жанрҙағы сәхнә әҫәрҙәре Башҡортостан, Татарстан, Рәсәй, хатта сит ил театрҙары сәхнәләрендә лә ҡат-ҡат ҡуйыла. Яҙыусы булараҡ, 80-се йылдарҙың аҙағында «Ҡара ҡумта» повесы менән киң билдәлелек яуланы ул. Әҫәрҙең сюжеты буйынса, Сибай ҡалаһында бер төркөм малайҙар юғала. Эҙләйҙәр – таба алмайҙар. Етмәһә, ҡала күге өҫтөндә осоусы «тәрилкә»ләр күргеләйҙәр... Серле хәлдең осона милиция сыға алмағас, юғалған малайҙарҙың дуҫтары Батыр менән Хәлит тотона был эшкә. Уларға Әмилә исемле ҡыҙ ярҙам итергә була, тик ул да сит планетанан килгән булып сыға... Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: Сибай ҡалаһы буйлап сит планетанан килгән ҡыҙ йөрөй... Уның ярҙамы менән, береһенән-береһе мажаралыраҡ хәлдәргә юлыҡҡандан һуң, сит планета кешеләре урлаған малайҙарҙы табалар, Батыр хатта Әмиләнең тыуған планетаһына ла барып ҡайта... Улар ултырған ҡара ҡумта үткәндән – киләсәккә, киләсәктән үткәнгә осоп сыға, ваҡытты ла туҡтата ала. Ҡара ҡумта менән, ғөмүмән, кешелек донъяһы менән идара итеүселәр сымһыҙ телефондар аша аралаша... Уйҙырма тиер инең – Сибай ҡалаһы өҫтөндә осоусы «тәрилкә»ләрҙе күреүселәр йышая... Өфө тирәһендә лә күренеп ҡала ул «тәрилкә»ләр... Ҡайҙалыр Ер аҫты станцияһы ла бар, имеш...

Оло юбилейы алдынан Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев менән осрашып, әңгәмәләшеп алырға ниәтләү менән иң тәүҙә уның ошо «Ҡара ҡумта»һы иҫкә төштө. Уҡыусылар йығылып ятып уҡырлыҡ мажаралар ҡора белгән Наил ағай бала сағында нисегерәк булды икән? Сымһыҙ телефондар, ваҡыт тәгәрмәсе йәки осоусы «тәрилкә»ләр уйлап сығарыу тураһында хыялланманымы икән? Ә башҡортса һөйләшә белгән роботтар? Улар ҙа, бәлки, уның бала саҡ хыялылыр?!

– Наил ағай, бала сағығыҙҙа ниндәйерәк малай булдығыҙ? Ниндәй мажараларығыҙ, шуҡлыҡтарығыҙ иҫегеҙҙә ҡалған? Нимәләр уйлап табырға, кем булырға хыялландығыҙ?

– Яҙыусы булырға хыялландым. Уҡырға өйрәнгәс тә, Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ», Әнүәр Бикчәнтәевтың «Ҙур оркестр», «Нисә йәш һиңә, комиссар?» повестарын да ҡабат-ҡабат уҡығандарым иҫтә. Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын әсәйем менән өләсәйемә өс тапҡыр ҡысҡырып уҡып сыҡтым. Әсәйем үҙе аш-һыу әҙерләгән арала минән ҡысҡырып китап уҡыта торғайны. Ғөмүмән, күп уҡыным. Өсөнсө класта мәктәп китапханаһындағы китаптарҙы уҡып бөткәйнем инде. Китапханасының кәңәше буйынса, бер көндө дәрестәрҙән һуң класташым Зиннур Йәрмөхәмәтов менән ҡаланың икенсе осондағы ҡала китапханаһына киттек. Китапхана ҙур, китаптар күп. Шул тиклем байлыҡ күреп шаҡ ҡаттыҡ беҙ. Алып ҡайтырға унар китап алдыҡ. Китапханасының ул тиклем китапты беҙгә биргеһе килмәй. «Ун көн эсендә уҡып бөтөп, кире килтерергә тейешһегеҙ бит һеҙ уларҙы», – ти. Беҙ: «Уҡып бөтәбеҙ, килтерербеҙ», – тип ныҡышабыҙ, сөнки шул тиклем ер килгәс, бер юлы күп итеп алып ҡайтҡы килә. Китаптар мәктәп сумкаһына һыйманы, китапханасы уларҙы төргәкләп бәйләп бирҙе. Алып ҡайтып, ун көн эсендә уҡып бөтөп, кире алып барып бирҙек. Шунан бирле ҡала китапханаһына даими йөрөй башланыҡ, бер нисә йыл эсендә ундағы китаптарҙы ла уҡып бөткәйнек инде.

– Мин күҙаллаған шуҡ, тиктормаҫ, төрлө мажаралар уйлап сығарырға яратҡан Наилдең һәр ваҡыт ҡулына китап тотоп ултырған күҙлекле «ботаник» булып сығыуы менән килешке килмәй. «Ҡара ҡумта»лағы бер деталь, бер мажара ла һеҙҙең бала саҡ уйынынан, һис юғы хыялығыҙҙан түгелме ни?! Ә сымһыҙ телефондар, ҡара ҡумта, осоусы «тәрилкә»ләр? Һис юғы башҡортса һөйләшеүсе роботтар уйлап сығарырға хылланманығыҙмы ни бала сағығыҙҙа?

– Юҡ, улар яҙыусы фантазияһы ғына. Зөһрә Ҡотлогилдина ныҡышмаһа, «Ҡара ҡумта» яҙылмаҫ та ине әле, бәлки. Өфөгә бер килгәнемдә, Матбуғат йортоноң коридорында Зөһрә мине күреп: «Балалар фантастик әҫәрҙәр һорай. Һин инженер-конструктор бит, яҙып ҡара әле берәй әҫәр», – тип әйтеп һалды. Икенсе килгәнемдә, тағы тап булыштыҡ: «Яҙа башланыңмы?» – тип һораны. Ә мин уйлап та ҡарамағанмын, фантастикаға тотонорға ниәтем дә юҡ. Шунан һуң, әмәлгә ҡалғандай, Өфөгә килгән һайын Зөһрә тап булып тик торҙо юлымда, осраған һайын әле яҙыла ла башламаған фантастик повестың яҙмышы менән ҡыҙыҡһына. Бер күрешкәндә, юҡ тип әйтергә уңайһыҙланып: «Яҙа башланым», – тип әйтеп ысҡындырҙым. Йәнә бер осрашҡаныбыҙҙа: «Яртыһына еттем», – тип шыттырырға тура килде. Ҡайтҡас: «Былай булмай, яҙып, ҡотолоп ҡуйырға кәрәк», – тип уйлап, яҙа башлаған романымды туҡтатып, фантастик повесҡа тотондом. Тәүҙә сюжетын уйлап йөрөнөм, ваҡиғалар бер епкә теҙелгәс, ултырып, өс көндә яҙып бөтөп, машинкала йыйып, «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһына килтереп тапшырҙым. Август аҙағында килтергәйнем, сентябрҙә баҫып та сығарҙылар. Повесть донъя күргәс, мине мәктәптәргә осрашыуҙарға саҡыра башланылар, «Башҡортостан пионеры» гәзите хәбәрселәре лә килә унда. Бер тапҡыр Зөһрә редакциянан күп итеп хат алып килгән: уҡыусылар геройҙарҙың артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһыналар, повестың дауамын һорайҙар. Шулай итеп «Ҡара ҡумта – 2» яҙылды, ул да, яҙылып бөтөү менән, «Башҡортостан пионеры» гәзитендә донъя күрҙе. Уҡыусылар быныһының да дауамын һорап хаттар яҙа башланылар. Бер ваҡыт әлеге лә баяғы «Башҡортостан пионеры» гәзитенең тәүге битендә ҙу-у-р хәрефтәр менән «Наил ағай, повесть давай!» тигән яҙыу сыҡты. Зөһрә Ҡотлогилдинаның идеяһы булған икән. Шул тиклем иғтибарҙы нисек кире ҡағаһың, яҙырға тура килде. «Ҡарсыға менән алыш», «Сит планета кешеһе», «Хушлашыу» исемле китаптарҙан торған фантастик повестар серияһы барлыҡҡа килде. Тағы ла райондар буйлап уҡыусылар конференцияларына, осрашыуҙарға йөрөүҙәр башланды. Үҙем бара алмаған саҡта ла уҡыусылар яҙыусыларҙан: «Наил Ғәйетбаев «Ҡара ҡумта»ның дауамын яҙамы ул?» – тип һорайҙар икән. Ҡәләмдәштәр: «Бөтмәй торған повесть буламы ни?» – тип уйынлы-ысынлы иҫкәрмәләр яһай башлағас, мин башҡаса «Ҡара ҡумтаға» әйләнеп ҡайтманым.

– Яҙыусы булырға хыялланғас, ниңә мәктәпте тамамлағас та, филологик йүнәлеш менән китмәнегеҙ? Ниндәй ғиллә менән Магнитогорск тау-металлургия институтына барып юлыҡтығыҙ? Унда инеү өсөн теүәл фәндәрҙән имтихан бирергә кәрәк булғандыр бит әле.

– Мин үҙем дә: «Бөтә яҙыусылар БДУ-ла уҡыған, мин дә шунда уҡырға барам», – тип йөрөй инем ул, йыраҡ тип, атай Өфөгә ебәрмәне. Беҙ ғаиләлә биш бала, мин иң олоһо, шуға йәшәренә, юлына аҡса яғын да уйлағандыр инде атай – яҡынлата Магнитогорскийға барырға ҡушты. Ниндәй факультетты, ниндәй һөнәр һайларымды белмәйем – киттем. Факультеттар исемлеген, унда ниндәй һөнәргә уҡытасаҡтарын ҡарап торҙом-торҙом да инженер-механик һөнәрен һайланым. Имтихандар ҡурҡытманы, мәктәптә математика, физика, рәсем, черчение дәрестәрен яратып уҡыным. Уҡырға инеп, уйламаған ерҙән инженер-механик булып киттем.

– Уйламаған ерҙән механик булып та, инженер булып та китеп булалыр, бәлки. Ә һеҙ, институтты тамамлап, машиналар эшләү заводына ябай механиктан инженер-механик, өлкән инженер, конструктор вазифаларына тиклем үрләйһегеҙ. Осраҡлы рәүештә конструктор булып китеп булмайҙыр ҙа инде?

– Конструктор булып китеүем, ысынлап та, осраҡлы килеп сыҡты. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ шахмат менән ҡыҙыҡһына инем, студент йылдарында арыу ғына уйнай башланым, спорт мастерлығына кандидат булып киттем. Мин эш башлаған Кемерево өлкәһендәге Киселевск машиналар эшләү заводының да үҙ командаһы бар ине. Көслө генә команда. Ял ваҡыттарында үҙ-ара уйнайбыҙ, профсоюз ойошторған ярыштарҙа ҡатнашабыҙ. Беҙҙең эш сменалы, икенсе сменала эшләгән ваҡытта ярышта ҡатнаша алмайым. Мин ҡатнашмаһам, команда еңелә лә ҡуя. Ярыштарға иркен йөрөтөр өсөн, завод еткәкселеге мине конструкторлыҡ бюроһына бер сменалы эшкә күсерҙе.

– Сит ерҙә, сит мөхиттә дүрт кенә йыл эсендә заманы өсөн баш әйләндергес карьера яһағанһығыҙ барыбер. Хеҙмәт биографияғыҙ шул тиклем уңышлы башланған. Шунда ҡалһағыҙ, кем белә, бәлки, завод директоры ла булып китер инегеҙ. Ә һеҙ барыһын да ташлап, Сибайға ҡайтаһығыҙ. Тыуған яҡ тарттымы?

– Дүрт йыл ситтә йәшәү еңел булманы, әлбиттә. Тыуған яҡ та, туған телдә аралашыу ҙа һағындырҙы. Аралашыу тик рус телендә генә булғанлыҡтан, башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдар алдыра башланым, ял көндәремде элеккесә уҡып үткәрә инем. «Ағиҙел» журналын көтөп алам, ундағы әҫәрҙәрҙе уҡыйым – һыуһыным ҡанмай ҙа ҡуя, бөтә әҫәрҙәр ҙә бер төрлө һымаҡ. Бала саҡ хыялым үҙен һиҙҙерҙеме – яҙып ҡарарға булдым. Тик ул быға тиклем мин уҡыған әҫәрҙәргә оҡшамаған булырға тейеш! Етмешенсе йылдарҙа әҙәбиәттә башлыса производство темаһы яҡтыртыла ине, ә мин шау мөхәббәт хистәренән торған, әммә аҙағы айырылышыу менән тамамланған повесть яҙҙым. Уны героинямдың исеме менән «Әлфиә» тип атап, «Ағиҙел»гә ебәрҙем. Әҫәрҙе оҡшаттылар, тик аҙағын үҙгәртергә ҡуштылар. Мин үҙгәртмәнем, сөнки геройҙарымдың бергә ҡалыуы тормош ҡанундарына бойһонмай ине. Журнал повесты үҙгәртеп баҫты, уның аҙағы һинд киноларындағы һымаҡ тамамлана: геройҙар шат, бәхетле, улар бер ниндәй ҙә күңел яралары кисермәгән. Йәш яҙыусылар конференцияһына саҡырҙылар, унда минең дә әҫәрҙәрҙе тикшерҙеләр, башҡорт мөхитенән ситтә йәшәмә, Өфөгә ҡайт, тип кәңәш бирҙеләр. Ҡайттым, тик Өфө ҡолас йәйеп ҡаршы алманы – ижади мөхиттә эш тапманым. Ҡулымда филолог дипломы булмауы ла үҙенекен иткәндер инде. Сибайға ҡайтып, Баҡыр-көкөрт комбинатында эш башланым.

– Шул мәлдә Өфөгә һыйһағыҙ, әҙәби-мәҙәни мөхиткә тиҙерәк инеп китер инегеҙ, әлбиттә. Шулай ҙа тыуған яғығыҙға ҡайтып китеп, шунда бил нығытыуығыҙ – ирҙәрсә ҡабул ителгән ҡарар, тип аңлайым. Ҡулығыҙ белгән эшкә тотонғанһығыҙ, эш тәжрибәгеҙ ҙә, етәкселек тәжрибәгеҙ ҙә бар. Ҡайтҡас, аңлауымса, илһамланып ижадҡа тотонғанһығыҙ, бер-бер артлы китаптарығыҙ сыға башлай.

– Сибайға, ысынлап та, яҙышырға тип ҡайтҡайным. Тик производство эше ауыр, арып ҡайтҡас, ҡәләмгә тотоноп булмай. Авария була ҡалһа, төндә лә тороп йүгерәһең. Комбинат бер сәғәт туҡтап торһа, илгә 25 мең һумлыҡ зыян килә! Бер сәғәт эсендә аварияның сәбәптәре асыҡланып, мәсьәлә хәл ителмәһә – үҙебеҙҙең Өлкә Комитет, ике сәғәттән Мәскәү белә, ә авария өсөн инженер яуаплы. Ул эштең бер генә йыуанысы – эш хаҡы 600 һум ине. Заманы өсөн ҙур аҡса. Әммә яҙыша алмауым күңелгә тынғылыҡ бирмәне. Шуға күрә, эш хаҡы 250 һум ғына булһа ла, ижад өсөн ваҡыт күберәк ҡала тип, был юлы үҙем һорап, конструкторлыҡ бюроһына инженер-конструктор булып күстем. Бер сменалы эш, эше әллә ни ауыр түгел, иркенләберәк яҙыша башланым.

– Тәүге китабығыҙҙың исеме менән әйткәндә, һеҙҙең өсөн «Алтын ямғырҙар миҙгеле» башлана: ике йыл һайын яңы китап! Бына ҡайҙа ул ижади ҡомар! Ә һеҙ, тотаһығыҙ ҙа Мәскәүгә, М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына юлланаһығыҙ. Яҙыусыға әҙәби белем кәрәклеген аңлауҙан тыуған ҡарармы Әҙәбиәт институтына ынтылыу?

– Яҙышҡан кешегә китаптарын сығарырға мөмкинлектәр ҙур ине ул заманда. Тыуған яҡ та, яҙған әйберҙәреңдең ваҡытында донъя күреүе лә, бала саҡ хыялыңа ҡайтыу ҙа көс биргәндер инде. Яҙыла ине. Уҡыу, Әҙәбиәт институты уйҙа ла юҡ ине. Бер-бер артлы китаптарым сыға башлағас, Өфөгә барған һайын Динис Бүләков, Рәшит Солтангәрәевтар Әҙәбиәт институтына уҡырға барырға өгөтләй башланылар. Тәүҙә бармай ҡарыштым. Төрлө яҡлап уйлап ҡарағас, Әҙәбиәт институты эргәһендәге ике йыллыҡ Юғары курстарға барырға хәл иттем. Курсанттарға ятаҡ бирәләр, стипендияһы эш хаҡы һымаҡ (үҙемә йәшәргә лә, Сибайҙа ҡалған ғаиләмә ебәрергә лә етерлек), йәшәү шарттары ла матур, рәхәтләнеп ижад итергә мөмкинлек – ижади мөхит бар. Мәскәүҙә «Труд», «Социалистическая индустрия», «Культура» гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек итә башланым. Тыуған яҡҡа шул гәзиттәрҙән командировкалар алып ҡайта инем. Берәр аҙна Магнитогорск, Сибай ҡалаларында булып, ял итеп тә, гәзиттәр өсөн мәҡәләләр яҙып та өлгөрә инем. Нисек тә уҡырға ла, йәшәргә лә, ижад өсөн ваҡыт бүлергә лә тырышылды. Төрлө яҡтан, төрлө илдән килгән яҙыусылар менән аралашыу ҙа күп нәмә бирҙе. Ҡайтҡас, Сибайҙа шул әҙәби мөхитте булдырырға ниәтләп, Урал аръяғы ижадсылары өсөн «Ирәндек» әҙәби берекмәһе ойоштороп ебәрҙем. Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла райондары буйлап бер-беребеҙҙең ижады менән танышырға, яңы әҫәрҙәребеҙҙе тикшерергә күсмә ултырыштарға йөрөйбөҙ, ижади кисәләр үткәрәбеҙ. Өфөнән яҙыусылар, шағирҙар саҡырабыҙ – әҙәби-мәҙәни тормоштоң уртаһында ҡайнайбыҙ. Тап шул йылдарҙа Сибай театры өсөн «Ҡойма ямғырҙа» исемле тәүге пьесамды яҙҙым. Халыҡ яратып ҡабул итте ул спектаклде. Премьераһына Мәҙәниәт министрлығынан да килгәйнеләр һәм мин Мәҙәниәт министрлығынан Мәскәүҙәге Юғары театр курстарына уҡырға барырға тигән яңы тәҡдим алдым. Ул курстарға һайлап алалар: алдан рус телендә бер драма ебәрәһең, оҡшатһалар – саҡыралар. «Ҡойма ямғырҙа»ны рус теленә тәржемә итеп ебәрҙем һәм саҡырыу ҡағыҙы алдым. Курсты тамамлағанда, диплом эше итеп яҙған «Дүрт кешелек табын» исемле пьесамды ла Сибай театрына алып ҡайттым. Ул драманы ла яҡшы ҡабул иттеләр, күрҙеләр, баһаланылар. Шунан һуң миңә төрлө театрҙар пьесалар һорап мөрәжәғәт итә башланы.

– Һәм һеҙ яңы мөмкинлектәр, яңы киңлектәр артынан Өфөгә юлланаһығыҙ...

– Шулай ҙа, түгел дә. Сибайҙың тарыраҡ икәнлеген аңлай инем, ҡасан да булһа Өфөгә күсер инем барыбер. Ҡатыным менән айырылышыу Өфө мәсьәләһен тиҙләтте генә. Яҙыусылар союзы идараһына әҙәби консультант кәрәк булған – шунда эш башланым. Ә мин эшкә ваҡыт уҙғарыр өсөн генә йөрөп өйрәнмәгәнмен – эш булғас, тормош һинең тирәлә ҡайнап торһон ул. Бында ла шулай булды: төрлө осрашыуҙар, әҙәби кисәләр, конференциялар, ҡулъяҙмалалар тикшереү – үҙ ижадым йәнә икенсе планға күсте лә ҡуйҙы. Етмәһә, донъя мәшәҡәттәре артты, яңы ғаиләмдә балабыҙ тыуҙы. Йәш бала менән ҡәйнә-ҡайнымдарҙа йәшәү егетлек түгел бит инде тип, Өфө тирәһендә шәхси йорт эҙләй башланым. Эҙләй торғас, Мишкә районы Оло Шаҙы ауылына барып төпләнеп, башкөллө ижадҡа сумдым. Китаптарым сыға, пьесаларым ҡуйыла, гонорарҙар килеп тора. Азат яҙыусы булып, рәхәтлектә йәшәп ятҡанда, Мәҙәниәт министрлығына саҡыртып, Мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһын тәҡдим иттеләр. Мин тәүҙә баш тарттым, ҡатыным да ҡаршы булды. Ике бүлмәле фатир бирәбеҙ тигәстәр, фатир алғандан һуң әҙерәк кенә эшләрмен дә, ижадҡа кире ҡайтырмын тигән пландар менән генә ризалашҡайным – ете йыл эшләп ташланым! Өфөлә республика уҡыу методик үҙәге, Стәрлетамаҡта – филармония һәм Бейеү театры, Сибайҙа – махсус музыка лицейы, «Сулпан» балалар театры, филармония, сәнғәт училищеһы асылды ул йылдарҙа. Милли әҙәбиәт музейы эш башланы, һуңынан уны үҙемә етәкләргә тура килде. «Театр яҙы» фестивалдәре үткәрелде, йыл һайын Баймаҡ ял йортонда йәш драматургтар өсөн семинарҙар ойошторолдо.

– Йәш драматургтар семинары тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле.

– Театрҙарҙың репертуарын байытыу идеяһынан башланғайны ул эш. Ике аҙна дауамында тәүҙә – Өфөлә, һуңынан Баймаҡта, Талҡаҫ күле буйында үткәрелде. Тамара Ғәниева, Таңсулпан Ғарипова, Сабир Шәрипов, Рәлиф Кинйәбаев, Сәрүәр Сурина, Зөһрә Фәйзуллина, Сөләймән Латипов кеүек үҙҙәрен драматургияла һынап ҡараған яҙыусы-шағирҙарҙы һәм талантлы йәштәрҙе йыйып алдым. Улар араһында Салауат Әбүзәр, Мөнир Ҡунафин, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Лариса Абдуллиналар бар ине. Семинар эшенә һәр театрҙың баш режиссерҙары, театр тәнҡитселәре йәлеп ителде. Лекциялар уҡырға Мәскәүҙең Мәҙәниәт департаменты белгесе, тәнҡитсе Валентина Федорова, Екатеринбург сәнғәт институтының драматургия курсы етәксеһе Николай Коляда, «Современная драматургия» журналының баш мөхәррире Николай Мирошниченко кеүек донъя кимәлендә танылыу яулаған драматургтар саҡырылды. Семинарҙар бик йәнле, ике яҡ өсөн дә файҙалы үтте. Яңы яҙылған пьесаларға әҙәби майҙан кәрәк ине – шулай итеп «Тамаша», «Рампа» журналдарын ойоштороу идеяһы тыуҙы. Үҙемдең ижад йәнә һүлпәнәйҙе, «Тамаша» журналын асып, шунда эшкә күскәс кенә ижадҡа ныҡлабыраҡ тотонорға форсат тыуҙы. Унда ла ҡатынымдың ярҙамы ҙур: журналдың корректураһын өйгә алып ҡайтам да, үҙем яҙышырға ултырам, журналды ҡатыным уҡый ине.

– Ҡатынығыҙ «яҙыусы ҡатыны» вазифаһын теүәл башҡарҙы, тимәк?

– Эйе, ул әле лә шул вазифала: тәүге уҡыусым да, тәүге тәнҡитсем дә ул. Мине ваҡ-төйәк донъя һорауҙары менән артыҡ борсоманы, ҡасан ҡайтһам да, нисек ҡайтһам да аңлап ҡабул итте, көнләшеп йонсотманы. Дүрт балабыҙ ҙа махсус музыка мәктәбендә уҡынылар. Уларҙы мәктәпкә йөрөтөү, дәрестәрҙән һуң музыка мәктәбенә алып барыу, йыйылыштарына йөрөү, уҡыуҙарын контролдә тотоу һәм башҡа бик күп мәшәҡәттәр барыһы ла уның ҡарамағында булды. Тәүге ғаиләмдәге ике улым да, студент ваҡыттарында беҙҙә йәшәне, бер арауыҡ шулай алты бала ҡарап ултырҙы әле ул өйҙә. Хәҙер өйҙә икебеҙ генә. Мин бер яҙыша башланыммы, донъямды онотам: ишетмәйем дә, күрмәйем дә. Хатта ҡунаҡта, табын артында ла башымда берәй сюжет ҡороп ултыра алам. Әҫәр аҡ ҡағыҙға төшкәс, ҡатынымдың эше күбәйә – компьютерҙа ул йыя. Ғәҙәттә, ул төндә эшләй. «Бабич» романы яҙылғас, тауышҡа уянып китһәм, Эмма: «Йомабикәне ниңә үлтерҙең?» – тип илап ултыра.

– Балаларығыҙ китаптарығыҙҙы уҡыймы? Ниндәй һөнәр һайланылар? Башҡортса һөйләшәләрме?

– Һөйләшәләр, әлбиттә. Ул һорау ғаиләлә ҡаты ҡуйылған: аралашыу тик башҡортса. Балалар баҡсаһында русса ғына һөйләшеп ҡайтҡандан һуң, өйҙә рус телендә һөйләшергә маташһалар, мин уларға һәр ваҡыт: «Мин русса белмәйем», – тип яуаплай инем. Әсәһе русса әйтеп ысҡындырһа, бәләкәй малай: «Әсәй, ниңә русса һөйләшәһең, атай русса белмәй бит», – тип иҫкәрмәләр яһай торғайны. Уларға: «Үҙ балаларығыҙ менән башҡортса һөйләшегеҙ», – тип әйтеп ҡуйғанмын, әлегә ике генә ейәнсәрем бар, улар ҙа башҡортса таҙа һөйләшәләр. Өс улым техник белемле, бәләкәй улым – ашнаҡсы булып китте. Ҡыҙҙарым экономист һөнәрен һайланылар. Китаптарымды уҡып үҫтеләр. Улар бәләкәй ваҡытта, өйҙә яҙышып ултырғанда, яҙып бөткән бер битемде уларға бирәм: «Мин уҡыйым, мин уҡыйым!» – тип сиратлап ҡысҡырып уҡый торғайнылар. Әле лә уҡыйҙар, әҫәрҙәрем буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашалар. Ҡыҙҙарым бигрәк тә. Малайҙарым ғына, ситтә йәшәгәнгәме (икәүһе Себерҙә, береһе Таиландта йәшәй), башҡортса һөйләшһәләр ҙә, әҙәби телде аңлауы ауыр, тип әйтеп һалдылар.

– Бергәләшеп йыйылышҡан мәлдәрегеҙҙә шахмат буйынса ғаилә турниры үткәрмәйһегеҙме?

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Балаларым бәләкәй ваҡытта мин уларҙы көсләп шахмат уйнарға өйрәтеп маташтым ул. Ана шул ныҡышыуым хата булған, күрәһең:  уйнарға өйрәтергә түгел, шахматҡа ғашиҡ иттерергә кәрәк булған – ә мин шахмат уйынын яраттыра алманым.

– Шахмат таҡтаһында уйынды нисә йөрөш алдан күрәһегеҙ? Ғөмүмән, шахмат уйыны һеҙҙе нимәгә өйрәтте?

– Шахматтан бигрәк, мине инженер булыу күп нәмәгә өйрәтте: эшләргә лә, уйларға ла, уйларға ғына түгел – киң һәм тәрән итеп фекерләргә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ситуацияны дөрөҫ баһалап, эффектив ҡарарҙар ҡабул итергә лә, эшләгән эшең өсөн яуаплы булырға ла. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, шул холҡомдан арына алманым. Ә шахмат уйынында бер-ике йөрөш кенә алдан күреп була, ҡалғаны ике яҡтың да оҫталығына бәйләнгән. Ыңғай яҡтары бар инде. Уйын бөткәнсе сәбәләнмәй, ярһымай ғына, үҙеңде һалҡын аҡыл менән уйларға күнектерәһең, мейең көсөргәнешле эшләргә өйрәнә. Уйын бөткәс тә, мейегә ял юҡ, уйынды яңынан иҫкә төшөрөп, хаталарыңды анализлайһың, киләсәктә шул хаталарҙы ҡабатламаҫҡа тырышаһың. Шул ғәҙәтем яйлап холҡома ла төҙәтмәләр индергәндер, тип уйлайым.

– Ә тормош ҡуйған мәсьәләләрҙең сиселешен алдан күреп, яңылыш аҙымдарҙан һаҡланырға өйрәндегеҙме? Тормоштоң «шах» йә «мат» ҡуйған осраҡтары ла барҙыр, уларҙы нисек ҡабул итәһегеҙ?

– Тормош шахмат таҡтаһы түгел бит, ҡайҙа хаталанырыңды алдан күреп булмай. Хаталанғанһың икән, барыбер үҙеңә яуап бирергә. Хаталарымды ла, «шах» йә «мат»тарҙы ла ҡабул итергә тырышам. Бына быныһын шахмат өйрәтте.

– Әле һаман мөмкинлек булған ерҙә шахмат уйнап алыу ғәҙәтен ташламанығыҙмы?

– Ҡанға һеңгән ғәҙәт бит, мөмкинлек булғанда уйнайым. Олоғая килә уйын ҡомары һүрелә икән шулай ҙа, хәҙер хромка уйнап, киске уйындарға йөрөгән мәлдәрҙе һағынып, ностальгияға бирелгән мәлдәр йышая...

– Байтаҡ йылдар төрлө урындарҙа төрлө кимәлдәге вазифалы урындарҙа эшләйһегеҙ. Ниндәйерәк етәксе булдығыҙ, ниндәйҙер ҡарарҙарығыҙ өсөн үкенергә тура килгәне булманымы?

– Үҙемдең ҡул аҫтында эшләгәндәргә ышанған етәксе булдым. Төп талабым – эшкә яуаплылыҡ ине. Тотонғанһың икән – эшлә, һүҙ биргәнһең икән – һүҙеңдә тор. Ниңәлер, кешеләрҙең насар яҡтарын күрә белмәнем. Һәйбәт яҡтарын ғына күреп, ышанмаҫтай кешеләргә лә артыҡ ныҡ ышанған саҡтарым, шул айҡанлы изге уй менән әйткән һүҙҙәрем дә, изге ниәт эшләгән эштәрем дә үҙемә насарлыҡ булып ҡайтҡыланы. Етәксе вазифаларға тәғәйенләгән кешеләр ышанысымды аҡламаған саҡтарҙа ла һәр саҡ уларҙы аңларға, яҡларға, аҡларға тырыштым. Ҡаты һүҙле, ҡаты холоҡло етәксе була алманым.

– Наил ағай, оло юбилейығыҙҙы ике роман менән ҡаршы алаһығыҙ: «Бабич» һәм «Йән» романдары. Шәхсән үҙем икеһен дә тулы вариантында мауығып уҡыным. Романдар тетрәндерҙе, уҡығандан һуң байтаҡ шаңҡып йөрөлдө. Бабич тураһында ике пьеса яҙғандан һуң тағы ла роман яҙырлыҡ кимәлдә ҡыҙыҡһыныуығыҙҙың сере нимәлә? Үҙегеҙҙе үҙегеҙ ҡабатлауҙан ҡурҡманығыҙмы?

– Сере – яп-ябай. Сибай театры Бабич хаҡында пьеса һорағанға тотондом ул темаға. Бабич тураһында монографик хеҙмәттәр бар, фильм төшөрөлдө, шуларҙан да уҙып ниндәй һүҙ әйтә алам тип, тәүҙәрәк баҙап ҡалдым. Архивтарҙа документтар өйрәнә башлағайным, аҡтарылмаған сиҙәмгә юлыҡҡанымды, әҙәбиәттә Бабич образының бөтөнләй яҡтыртылмағанлығын аңланым. Материалдар шул тиклем күп, уларҙы өйрәнеүем йылдарға һуҙылды. Тәүҙә шағир һәм дәүләт эшмәкәре Бабич тураһында «Башҡортомдоң күҙ йәше» тигән драма, унда Бабичтың юмор оҫтаһы булыуы һыймай ҡалғас, «Бабич – атҡаҙанған әртис» тигән комедия яҙҙым. Уларҙың икеһен дә Сибай театры сәхнәгә сығарҙы. Йыйған материалдарым был пьесаларҙан да артып ҡалды. Үҙемдең Бабичты телеэкрандарға сыҡҡан Бабич менән дә, уның тураһындағы публицистик материалдарҙағы Бабич менән дә сағыштырып ҡараным да – Бабичты яңыса яҡтыртырға булдым. Ул киң даирәле, көслө шәхес булған. Шағир ҙа, сәхнәгә бер сығыуы менән генә ҡыҙҙарҙы үҙенә ғашиҡ иттергән йәш егет тә, бер ҡараһаң – бабайға, бер ҡараһаң, әбейгә йә балаға әйләнә алған әртис тә, ҡаҙаҡ аҡындары менән әйтештә еңеүсе сәсән дә, оҫта ойоштороусы ла, ниндәй ҡатмарлы заманда сәйәси ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған көрәшсе лә. Романда шундай Бабичты яҡтыртырға тырыштым. Бабич тураһында яҙырға ла яҙырға әле!

– Роман китап булып сыҡҡас, Бабичты өйрәнеүселәрҙең әҫәрҙә һүрәтләнгән Бабичҡа ҡағылышлы һорауҙары булыр әле, моғайын. Ябай уҡыусы булараҡ, һеҙ тыуҙырған Бабич образына мин ғашиҡ булдым. Уҡығанда, ҡатынығыҙ кеүек, мин дә Бабичты ла, Йомабикәне лә йәлләп иланым. Ысынлап та, Бабичтың Йомабикә исемле мөхәббәте булғанмы, һәм ул, ысынлап та, атай йортонан ҡасып, ҡаҙаҡ далаларын яңғыҙы үтеп, Башҡортостанға Бабичты эҙләп килгәнме?

– Эйе, Йомабикә тураһында архив докуметтары бар һәм ул Бабич менән бергә ауыр ҙа, аяуһыҙ ҙа, һоҡланғыс та көрәш юлы үткән. Ә романдың ҡулъяҙма вариантын мин Бабич йәшәгән йылдарҙы, шул йылдарҙағы милли хәрәкәтте өйрәнгән Марат Ҡолшәрипов, Сәлмән Ярмуллин, Рәиф Әмиров кеүек тарихсыларға уҡыттым, уларҙың миңә һорауҙары булманы.

– «Йән» романын телгә алмаһаҡ, һөйләшеү тулы булмаҫ кеүек. Йән темаһын һеҙ бынан байтаҡ йылдар элек үк, «Ҡапҡан» повесында күтәреп сығаһығыҙ, әммә ул повеста, кеше үлгәс, уның йәненең икенсе тәнгә күсеүен уйҙырма, фантастика итеп бирәһегеҙ, ә был романда шул уҡ теманы реаль ваҡиғаларға нигеҙләп һүрәтләйһегеҙ. Ҡайһыһына ышанырға? «Йән» романында һүрәтләнгән ғәжәйеп ваҡиғаларҙың реаль тормошта булыу мөмкинлегенә үҙегеҙ ышанаһығыҙмы?

– Ышанам. Элек ул турала төптән уйланырға форсат булманы, бәлки, ваҡыты етмәгән булғандыр. Хәҙер ышанам. Мәскәүҙә уҡып йөрөгән йылдарҙа ҡулыма Америка ғалимы Рэймонд Моудиҙың «Үлемдән һуңғы тормош» тигән китабы килеп эләкте. Ул клиник үлем кисергәндәрҙең терелгәнгә тиклем биш-ун минут ваҡыт арауығында нимә күргәндәрен өйрәнгән. Китапты уҡып, хайран ҡалып, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй йөрөнөм. Шул кисерештәрем нигеҙендә «Хазина» тигән пьеса яҙҙым, унда төп героиня клиник үлем кисерә. Бына ошо песаны сәхнәләштергән ваҡытта, әртистәр араһында ундай хәлдең булыуы мөмкин түгел, тигән һымағыраҡ бәхәс китте һәм төп героиняны уйнаған актриса үҙенең дә үлеп терелгәнлеген һөйләне. Баҡһаң, беҙҙең арала ла клиник үлем кисергән кешеләр байтаҡ икән. Йән тураһында роман яҙыу уйы шул ваҡытта тоҡанды. Һөйләшә торғас, һораша торғас, миндә лә йән менән бәйле байтаҡ тарих тупланды. Романды реаль ваҡиғалар хаҡындағы әҫәр тип әйтерлек нигеҙ бар.

– Тажзәхмәт эләктереп, үлем менән көрәшеп ятҡанда, мин дә шул хәлдә булдым шикелле, һәр хәлдә, йәшләй генә мәрхүм булған иң бәләкәй һеңлемде эҙләп йөрөп, бөтә үлгән туғандарым араһында күпмелер йәшәп ҡайттым. Һеңлем йәшәгән «өй»ҙө барып тапҡайным инде – индермәне. «Үҙең сыҡ әтеү!..» – тип ҡысҡырып ҡараным – сыҡманы. Шул арала әсәйем, елкәмдән тотоп үҙенә тартып алды ла, үҙебеҙ йәшәгән өйгә алып инде... Һәм мин уянып киттем. Уяныпмы, терелепме... «Йән»де уҡығанға тиклем һаташҡанмындыр, тип уйлай инем, романды уҡығас, кисерештәремдә терелеп китеүемде яңынан тойғандай булдым. Кеше үлгәндән һуң йәндең икенсе тәндә ҡабаттан донъяға килеүенә ышаныу шәхсән үҙегеҙҙә ниндәй кисерештәр уятты?

– Ниндәй тәнгә, нинәй һынға күсһә лә, был донъяға ғазапланыр өсөн килмәһен ине йәнебеҙ. Һуңғы арала шул хаҡта, белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтар хаҡында уйланам...

– Ә «Йән» романының дауамы буласаҡмы? Санияны бәхетһеҙ итеп, Айҙар менән бәхетле тормош ҡороу тураһында хыялланған Хәкимәнең артабанғы яҙмышын белге килә бит әле.

– Яңыраҡ Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында романы буйынса тәүге һөйләшеү булды. Осрашыуға килеүселәр ҙә һораны романдың дауамын. Йән тураһында мин яҙа торғанымды яҙып бөттөм, тип иҫәпләйем үҙем әлегә, ә Айҙар менән Хәкимәнең артабанғы яҙмыштары тураһында уйларға була.

– «Наил ағай, роман давай!» – тип Зөһрә апай Ҡотлогилдинаны ҡабатларға тура килә инде былай булғас. Тағы ла ҡомарланып ижад итер өсөн һаулыҡ һәм оҙон ғүмер насип итһен! Һөйләшеү барышында ижадҡа, Хоҙайҙан бирелгән ҡәләм ҡөҙрәтенә мөнәсәбәт хаҡында уйланып ултырҙым. Үҙегеҙгә бирелгән шул ҡөҙрәткә һеҙ иғтибарлы һәм талапсанһығыҙ: 40 йыл самаһы ижади ғүмер дәүерендә 60-ҡа яҡын пьеса, 5 роман, 15 повесть, 80-дән ашыу хикәйә ингән 26 китап! Ҡәләмегеҙ хеҙмәт биографияғыҙ башланған заводтарҙа юғалып ҡалһа, ғәмәл дәфтәрегеҙгә ғәфү ителгеһеҙ гонаһ яҙылыр ине. Яҙа алмауҙан күпме йән ғазабы кисерер инегеҙ?! Ҡәләм ҡөҙрәте артабан да ташламаһын һеҙҙе. Йәнле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА

"Тамаша" журналы №3-2023 йыл

НАИЛ АҒАЙ, РОМАН ДАВАЙ!..
НАИЛ АҒАЙ, РОМАН ДАВАЙ!..
НАИЛ АҒАЙ, РОМАН ДАВАЙ!..
НАИЛ АҒАЙ, РОМАН ДАВАЙ!..
НАИЛ АҒАЙ, РОМАН ДАВАЙ!..
Автор:
Читайте нас