Рәшит Сәйфетдин улы бөгөн дә эшкә иртәрәк сыҡты. Сессия осоро яҡынлаша бит, эреле-ваҡлы мәшәҡәт ифрат күп, ә факультет деканы уларҙың уртаһында ҡайнай. Бына сәнғәт академияһының яңыртылған, балҡып торған төп бинаһы ла артта ҡалды. Ә һынлы сәнғәт факультеты театр факультеты менән бергә саҡ ҡына арыраҡ, Цюрупа урамында урынлашҡан. Республика етәкселегенә рәхмәт инде, бинаһын да бирҙеләр, ремонтҡа ла аҡса йәлләмәнеләр. Эсе-тышы балҡып торғас, эшләүе лә күңелле.
– Хәйерле иртә, Рәшит Сәйфетдинович!
– Һаумыһығыҙ!
Театр факультеты студенттары икән. Шау-гөр килеп, һөйләшә-көлөшә аудиторияға инеп киттеләр. Ана, ҡайһыһылыр моңло тауыш менән йыр башланы. Үткер ҙә, сая ла шул театр факультетыныҡылар. Хәйер, буласаҡ артистар шулай булырға тейештер ҙә. Ә һынлы сәнғәт серҙәрен өйрәнеүселәр баҫалҡыраҡ та, уйсаныраҡ та. Уларҙың бурыстары, тәғәйенләнеше лә икенсерәк булғанғалыр. Тыуҙырасаҡ образдарың солғанышында йәшәргә, туҡтауһыҙ эҙләнергә, сәнғәт әйберен тыуҙырыр өсөн бөтә аҡылың, талантыңды егергә кәрәк. Сөнки ул тетрәндерергә, һоҡландырырға тейеш. Малай саҡта почта открыткаһында күренекле рәссам Ге яҙған «Петр I улы Алексейҙан һорау ала» картинаһынан репродукцияны күреп, шаҡ ҡатҡайны бит, кеше ҡулдарының шундай мөғжизә тыуҙыра алыуына ышана алмай торғайны. Йөрәгеңдәге ялҡынды, күңелең ауазын картина аша башҡаларға күрһәтә алһаң ғына үҙ бурысыңды үтәлгән итеп иҫәпләй алаһыңдыр.
Рәшит Сәйфетдин улы кабинетына инде лә бөгөн башҡарыласаҡ эштәр исемлегенә күҙ һалды. Ике дәрес үткәрәһе бар. Бөгөн ректор факультеттар һәм кафедралар етәкселәрен йыйып аласаҡ. Һуңынан айырым инергә лә тура килер. Нисек тә донъя сәнғәте тарихы, пластик анатомия буйынса һуңғы дәреслектәрҙе һатып алыу хәстәрен күрергә ине. Уңайлы мольберттар, скульпторҙар өсөн станоктар, байтаҡ ҡына башҡа материал да кәрәк. Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа экскурсиялар ойоштороп, студенттарҙы рус һәм донъя сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләре менән таныштырып тороуҙы традицияға әүерелдерергә ине. Йәштәрҙе каникул осоронда берәй районға алып барыуҙы ойоштороу хаҡында ла алдан хәстәрләргә кәрәк. Буласаҡ рәссам өсөн оҫтаханала көн һайын шөғөлләнеү генә аҙ, асыҡ һауала тәбиғәт һулышын тойоп эшләп өйрәнеү ҙә мөһим.
– Мөмкинме, Рәшит Сәйфетдинович?
Ишектә һынлы сәнғәт кафедраһы мөдире Әмир Мәжитов күренде. Сағыштырмаса йәш булһа ла, үҙен талантлы рәссам һәм булдыҡлы уҡытыусы итеп танытып өлгөргән кеше. Үҙҙәренең уҡыусыһы. Студент йылдарында уҡ төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашты, һуңыраҡ Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды.
Кафедра мөдире менән көндәлек мәсьәләләр буйынса байтаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Ул сыҡҡайны, ҡыйыуһыҙ ғына атлап II курс студенты килеп инде. Факультеттары ҙур түгел, барлығы йөҙләп кеше уҡый, шуға ла декан һәр студентты яҡындан белә. Был егеттең атаһы вафат булғайны, әсәһенә уны уҡытыуы үтә ауырға тура килә. Тиккә генә инмәгәндер.
Егетте, ысынлап та, ҙур мәсьәлә борсой, документтарын алып академиянан китергә, ниндәйҙер фирмаға эшкә урынлашырға йөрөй. Студентты күрәләтә хата аҙымынан кире күндереү өсөн деканға байтаҡ көс һалырға тура килде. Талант бар егеттә, иң мөһиме шул. Йәшлек аҡылы менән уҡыуын ташлаһа, һуңынан ғүмер буйы үкенер, ә сәнғәтебеҙ һәләтле рәссамдан ҡолаҡ ҡағыр. Ауырлыҡтар булыр инде ул. Бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән улар быуынына еңел булдымы ни?! Эй, ул мөғжизәле бала саҡ, шау михнәттән торған үҫмер саҡ, уңыштар һәм хаталар сиратлап килгән йәш саҡ...
...Биш-алты йәштәрҙәге малай тәҙрә тупһаһына баҫҡан да урамды күҙәтә. Өйҙәге бар нәмә таныш, өйрәнелгән. Ә тышта ҡыҙыҡ. Ана, теге яҡта ла, был яҡта ла, теҙелешеп, һалам башлы өйҙәр ултыра. Өйҙәр артында, әкиәт батырҙары һымаҡ, тирәктәр теҙелгән, уларҙың араһынан, емелдәп, Еҙем йылғаһы ҡайҙалыр ашыға. Ә икенсе яҡта – тулҡын-тулҡын иген баҫыуҙары, серле зәңгәр тауҙар теҙмәһе. Малай өсөн донъяның сите ошо тауҙар аръяғында кеүек. Ошо кескәй генә донъяға һоҡланып баға сабый. Унан дымланған тәҙрә быялаһына бармағы менән шул өйҙәрҙе, ағастарҙы, тауҙарҙы төшөрә. Шунан йәнә тышҡа баға. Бына тауҙар араһынан бер ҡош килеп сыға ла, күк йөҙөнә һыймай, талпынып оса. Икһеҙ-сикһеҙ күк көмбәҙендә үҙен бик иркен тоя ул, малайҙы ла ошо иркенлеккә, нурлы киңлеккә саҡыра кеүек. Их, ҡанаттарың булһын ине лә, ошо ҡоштай рәхәтләнеп ос ине...
Малай үҙенең шомло 1938 йылда донъяға килгәнен дә, тарихта иң дәһшәтле һуғыш осоронда йәшәүен дә һуңыраҡ аңлаясаҡ. Ул иҫ белгәнсе үк атаһы Сәйфетдин һуғышҡа китә һәм, береһенән-береһе бәләкәй балаларын етем итеп, һәләк була. «Берлинға етеп барабыҙ», – тигән һуңғы хаты ғына йыуаныс булып тороп ҡала. Әсәйҙәре Зәкиә апай көн буйы колхоз эшендә. Ғаиләләге дүрт бала һуғыш осороноң бөтә ауырлыҡтарын татып үҫә. Өлкәнерәктәр – Әнүр (буласаҡ яҙыусы һәм ғалим Әнүр Вахитов) менән Әсмә – Рәшит менән иң бәләкәй һеңлеләре Флүрәгә күҙ-ҡолаҡ та, йорт-ҡура тирәһендәге эштәрҙе башҡарыусы ла. Әнүр ағаһы, әҙ генә буш ваҡыты булһа, китапҡа йәбешһә, кескәй Рәшит өсөн иң ҙур ҡыуаныс – берәй ҡағыҙ киҫәген, ҡәләм һынығын ҡулға төшөрөү. Ул сағында инде тирә-яҡтағы мөғжизәле тәбиғәтте, кешеләрҙе, төрлө йәнлек һындарын рәхәтләнеп ҡағыҙға күсерергә мөмкин. Был мәлдә һуғыш йылдарында үҫкән баланың иң ҙур теләге – туйғансы ашау хыялы ла онотолоп торғандай була. Рәшит мәктәпкә төшкәс тә ихлас уҡый, уҡытыусы уның матур яҙыуын, һүрәт төшөрөү менән мауығыуын тиңдәштәренә өлгө итеп ҡуя.
Ғафури районының утыҙлап ҡына йорттан торған ауылдары Яңы Ҡауарҙыла башланғыс мәктәп кенә булғас, бишенсе класҡа һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Иҫке Ҡауарҙыға йөрөп уҡырға тура килде. Михнәт, һынауҙар шул ваҡыттан башланды ла инде. Юл Мәндем һәм Еҙем йылғалары аша ята. Иртәнге сәғәт биштәрҙә сығып китәләр, бурандарҙа юлды юғалтып аҙашҡан, бүреләргә юлығып, ҡот алынған саҡтар ҙа булғылай. Көҙгө һыуыҡта үҙәккә үткес һалҡын һыуҙы кисеп сыҡҡанда, аяҡтар туңа. Өҫтә – бер ҡат кейем, башта, их, туйғансы бер ашаһаң ине, тигән хыял. Ә бит уларҙың ғаиләһе сағыштырмаса етеш йәшәүселәр иҫәбендә. Был төбәктә киң билдәле Абдрахман мулланың ҡыҙы Зәкиә апай – сая ла, иҫ киткес егәрле лә, нисек тә осон-осҡа ялғап йәшәү юлын тапҡан, булдыҡлы ҡатын. Бәрәңгенән өҙөлмәүҙәре лә аслыҡтан аралап ҡала ғаиләне.
Шулай ҙа бала саҡта бөрөләнгән хыялдың иң ҙурына – кешеләр һоҡланырлыҡ картиналар ижад итеүгә өлгәшеү өсөн урау һәм һикәлтәле юлдар үтергә тура килде. Ун биш йәштә «үҙ йүнен үҙе күрергә» Өфөгә сығып китеүе, ҡайҙа етте шунда ҡунып, аслы-туҡлы йән аҫрауы, унан Салауат ҡалаһындағы училищела токарь һөнәрен үҙләштереп, заводта эшләүе, өс йыл армияла хеҙмәт иткәс, йәнә шунда ҡайтыуы Рәшит Зәйнетдиновтың хәтерендә төш кеүек кенә ҡалған. Тормошо ла яйға һалынды, ғүмерлек мөхәббәтен осратып, өйләнде, тәүге малайҙары Таһир, унан Урал донъяға килде, фатир алдылар. Тик күңелдә тулы ҡәнәғәтлек юҡ, рәссам булыу хыялы тынғылыҡ бирмәй, Әнүр ағаһы ла, талантың, барымың бар, мотлаҡ уҡырға ин, тип дәртләндерә. Тәүәккәлләп, Салауаттағы фатирын ҡалдырып, Өфөгә күсеп килделәр ҙә рәссам һөнәренең нескәлектәрен өйрәнә башланы. Белемгә һыуһап йөрөгәс, кинәнеп, хатта ҡомһоҙланып уҡыны, төркөмдәрендә иң өлкәне лә, иң алдынғы уҡыусы ла – ул.
Өфө сәнғәт училищеһын, унан сәнғәт институтын тамамлағас та ижад даръяһында ҡолас ташлап йөҙөргә форсат сыҡмай торҙо. Остазы Рәшит Нурмөхәмәтов тәҡдиме менән «ҡыҙыл» дипломлы белгесте Башҡортостан художество фондының баш рәссамы итеп тәғәйенләнеләр, бер үк ваҡытта байтаҡ йылдар Рәссамдар союзының партия ойошмаһы секретары йөгөн тартырға тура килде. Ә 1990 йылдан инде Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультеты деканы вазифаһын башҡара.
Эйе, үҙ ғүмерендә токарь, слесарь, авиация механигы, рәссам-биҙәүсе, баш рәссам, партия ойошмаһы секретары булып эшләп, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәһә лә, ижад ҡаҙаныштары ла байтаҡ икән. Ял, байрам көндәрен, тотош отпускыларҙы оҫтаханала мольбертҡа төбәлеп үткәреүе һөҙөмтәһе был. Эшселәр тормошонан яҙылған «Трассовиктар. 720-се км» тип аталған диплом эше илдә үткәрелгән ҙур күргәҙмәләргә, СССР һәм Рәсәй Рәссамдар союзына инеүгә юл асты. Был картинаны Францияның абруйлы галереяһы өсөн һатып алдылар. Унан һуң халҡыбыҙҙың лайыҡлы шәхестәренең портреттары ғына ла йөҙҙән ашыу. Улар араһында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Шәйехзада Бабич, Жәлил Кейекбаев, Әнүр Вахитов кеүек халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре бар. Был портреттар Георгий Калитов менән берлектә «Ер рухы» тип аталған монументаль триптих ижад итеүгә ныҡлы нигеҙ булғандыр ҙа. Башҡорттоң иң арҙаҡлы шәхестәрен, башҡорт рухиәтенә, мәҙәниәтенә йоғонтоһо ҙур булған Пушкин, Толстой кеүек генийҙарҙы һүрәтләгән «Мираҫ», «Ер рухы», «Ҡымыҙ» тип аталған картиналарҙан торған был триптих Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булды. Йоҡоһоҙ төндәр, туҡтауһыҙ мейене сүкегән уйҙар, тыуҙырыласаҡ образдарҙы һүрәтләү алымдарын эҙләү үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе. Береһенән-береһе сағыуыраҡ шәхестәр солғанышында, иң уртала ултырған мөһабәт кәүҙәле Салауат батыр ҡарашында ҡорос ныҡлығы һәм тәүәккәллек сағылыуы, талпынып осорға әҙерләнгән бөркөттө хәтерләтеүе тәбиғиҙер. Батшаларҙы дер һелкеткән баһадир тап шундай булырға тейештер ҙә. Зәки Вәлиди, Аҡмулла, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов... Һәр береһе – башҡорттоң ғорурлығы, милләт йөҙөн билдәләүсе шәхес, һәр береһенең образын асыуға ғәйәт ҙур көс һалынған. Ғөмүмән, кемдеңдер портретын яҙырға йыйынаһың икән, уның эске донъяһын аңларға ынтылыу, юғары талант менән бергә үҙ-үҙеңә ҙур талап берләшеүе, тыуҙырасаҡ геройыңды ысын күңелдән яратыу һәм уға һоҡланыу мөһим.
Һуңғы йылдарҙа ла Г.Калитов менән ижади хеҙмәттәшлек дауам итте. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында төрлө йылдарҙа эшләгән күренекле артистарҙы һүрәтләгән «Йондоҙлоҡ», Зәки Вәлиди һәм уның көрәштәштәрен тасуирлаған «Темәстә сәй эсеү» һәм башҡа картиналарҙың яҙмышы ла яҡты булыр кеүек. Әле башҡорт илселәренең Мәскәү батшаһы менән осрашыуы хаҡында ҙур картинаны тамамланылар. Шулай ҙа ижад кешеһе күберәк ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо менән йәшәй, үҙ-үҙенә тәнҡит күҙлегенән ҡарай шул. Ә бит эштәре иң абруйлы күргәҙмәләрҙә күрһәтелә, «Рәсәйҙең һынлы сәнғәте» кеүек Мәскәүҙә сығарылған китаптарҙа талапсан коллегалары уның эштәренә ҙур урын һәм яҡшы баһа бирә. Республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеме, бихисап Маҡтау грамотаhы менән бүләкләнеләр, «Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы» исеме бирелде. Әлбиттә, хеҙмәтеңдең шундай ҙур баһа алыуы ҡанат ҡуя. Ғафури районындағы бәләкәй генә ауылда ауырлыҡтар татып үҫкән малай был хаҡта хыяллана ла алмай ине бит.
...Рәшит Сәйфетдин улы эштән һуң ғына ҡайтырға сыҡты. Көндәлек ығы-зығы, мәшәҡәттәр менән тағы ла бер көн үтеп китте. Дәрестәрҙә студенттарға һынлы сәнғәт серҙәрен аңлатырға тырышты, байтаҡ хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итте, ректор уның уҡыу процесын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәре менән килеште. Һәләтле студентты белемен дауам итергә күндерҙе. Ҡара әле, был көн дә емешле генә булған икән дә. Ә иртәгә – ял. Иртә менән оҫтаханаһына йүнәлер ҙә, кинәнеп ижад даръяһына сумыр.
Мостай Кәрим урамында урынлашҡан йортона яҡынлашҡас, ул икенсе ҡаттағы фатирына күҙ һалды ла... туҡтап ҡалды. Тәҙрәлә иң ҡәҙерле кешеләре күренә. Инде илле йыл һуҙымында ижадта көс биреүсе, тормошонда таймаҫ терәк булған, улдары Таһир менән Уралды тәрбиәләп үҫтереүҙә бөтә хәстәрлектәрҙе үҙ иңенә алыусы ҡатыны Лимма мөләйем йылмая. Ул Таһирҙың телдәр ейәнсәрен ҡосаҡлаған. Сабый, ҡыҙыҡһынып, берсә урамдағы бейек йорттарға, машиналарға ҡарай. Бына ул, зәңгәр күктә ҡанаттарын елпеп осҡан ҡошто күреп, үҙе лә талпынып ҡуйҙы.
Ә Рәшит Сәйфетдин улы тәҙрәгә, был мөғжизәле картинаға ҡарап торҙо ла торҙо. Әллә үҙенең алыҫта ҡалған бала сағын хәтерләне, әллә тормош юлында Лимма менән осраштырған яҙмышына рәхмәт уҡыны. Бәлки, Зәйнетдиновтарҙың иң йәш вәкиле хаҡында хәстәрлекле уйҙарға бирелгәндер. Күңелендә өр-яңы картинаның бөрөләнә башлауы ла ихтимал. Кеше, Шәхес, тормош тантанаһы хаҡында монументаль картина булырға тейеш ул. Яҙыр, әлбиттә. Мин был ерҙе һүрәтләргә тыуҙым, тип ғорурлыҡ менән әйтә алырлыҡ Шәхес һәм Рәссам бит ул Рәшит Зәйнетдинов.
Марат ӘМИНЕВ
(Мәҡәлә 2013 йылда яҙылған.)