+15 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
17 Июня 2023, 10:08

Үҙе бер һоҡланып бөтмәҫ тамаша

-

Альбина Хажим ҡыҙы Исхаҡова 1938 йылда Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа балалар йортонда тәрбиәләнә, Өфөләге 1-се мәктәп-интернатты тамамлай. Спорт менән шөғөлләнә, саңғы, волейбол, еңел атлетика буйынса разрядтары бар, спорт гимнастикаһы буйынса Башҡортостан һәм Рәсәй чемпионы. Тормош иптәше Фәнис Исхаҡов менән бергә элекке СССР-ҙың төрлө нөктәләрендә газ торбаһы трассаларында эшләй, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Альбина Хажим ҡыҙы йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша башлай, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе була, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәгендә өләсәйҙәр клубын етәкләй. Өлкән ейәндәре Сыңғыҙ менән Искәндәр Ханнановтарҙа бала саҡтан уҡ сәнғәткә һәм ижадҡа һөйөү тәрбиәләй.

Тәрбиәгә алынған ейәндәре Камилә менән Арыҫлан Биҡҡоловтар ҙа үҙҙәрен тапҡан: Камилә Мәскәү консерваторияһын тамамлай, Арыҫлан - Башҡорт дәүләт университетын. 2008 йылда Исхаҡовтарҙың опекун ғаиләһе иң яҡшы ғаилә тип таныла һәм Башҡортостан Президентының премияһына лайыҡ була.

Альбина Хажим ҡыҙы йәш быуынға белем биреп кенә ҡалмай, үҙенең өлгөһөндә тәрбиәләй ҙә. Халыҡтың биҙәү сәнғәтенә, башҡорт кейеменә ҡыҙыҡһыныу уята, барлыҡ сараларҙа ла милли кейемдә ҡатнаша, ул тәүгеләрҙән булып башҡорт түшелдеректәрен тергеҙә һәм эшләй башланы. 72 йәшендә иһә үҙен бейеүҙә һынап ҡарарға теләп, ҙур сәхнәгә сыҡты. 2010-2011 йылдарҙа «Байыҡ» республика телевизион конкурсы, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторған «Факел» художестволы үҙешмәкәрлек фестивале лауреаты булды.

Альбина Исхаҡова — фольклор байрамдарында, ҡала концерттарында, балалар йорттары һәм мәктәптәрҙәге осрашыуҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Уның тормошо һәм ижады хаҡында фильм төшөрөлгән. «Тамыр» телестудияһы Альбина Исхаҡованы «Тамыр» өләсәйе» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләне. 79 йәшлек «халыҡ өләсәйе» ГТО нормаларын үтәне.

Үҙе бер һоҡланып бөтмәҫ тамаша
Үҙе бер һоҡланып бөтмәҫ тамаша
Автор:
Читайте нас