Баш әйләнгәнде әле лә, шуға тынын тыныс ала башланы Ишҡәле.
...Бер көндө, Ишҡәленән күрмәксе, ҡустыһы Ишбирҙе ауыҙ тултырып тын алған булып, утҡа өрҙө лә тынын эскә тартты.. Борҡ итеп ҡалған көл уның ауыҙына, күҙҙәренә тулды, битенә һыланды. Сәсәп, сәбәләнеп илаған Ишбирҙене битен йыуып, һыу эсереп, саҡ тымыҙып алғайны. Ҡустыһын Ишҡәле ҡараны, атай - әсәй эштән ҡайтып инә белмәнеләр.
...Ут тоҡанды. Пелитә уйымындағы ҡаҙан һыуҙы тиҙ ҡайнатып сығара. Бындай пелитәләр бөтә кешелә лә юҡ. Тимерсе атаһы күзнәлә үҙе эшләп алған. Мейесте лә үҙе сығарған. Ҡулы белмәгән эше юҡ атаһының, тик өйҙә тормай шул.
Ҡаҙан шыжлай башланы. Мейес алдында оҙаҡ ултырып, ялан аяҡтары, арҡаһы өшөп киткән икән - ҡустыһының эргәһендә, йылы юрған эсендә ятып, йылынып алырға ла, әсәһе фермана ҡайтып уятҡансы йоҡлап алырға ла була хәҙер. Рәхә-әт, йылы-ы.
- Ишҡәле-е... Ишҡәле-еү... Тор, балам, һаман йоҡтап ятма. Кеше - меше килеп инер, оят булыр. Аңғарып ҡына төш урындыҡтан, яҙа баҫып ҡолап китмә...
Әсәһенең уятыуына Ишҡәле был юлы аптыраманы ла хатта. Ул гел иртә уятты өлкән улын. Оят була, ти ҙә уята ине.
Туҡта... Ҡолап китмә, тине ниңәлер әсәһе. Бында, моғайын, бер ғиллә барҙыр. Ишҡәле усы менән һәрмәләнеп, ултырған ерен, эргә - тирәһен аңларға тырышты һәм шаҡ ҡатты. Ул кушетканың иң ҡырында ғына ултырған! Ысынлап та, йығылып төшөр ине яҙа таянһа. Ҡолап төшһә, ҡайҙа тәгәрәп китер ине? Бейек бит ятҡан ере. Тағы күҙҙәре йәшләнде Ишҡәленең.
- Эй, әсәкәй генәм...
- Тор, балам, - тип, йомшаҡ ҡына өндәшеп уята ине иртәләрен уны әсәһе. Таңғы йоҡоға сос булды шуға Ишҡәле. Германияла өс йыл водитель булып хеҙмәт иткәндә лә, Якутияла ауыр йөк машинаһы менән руда ташығанда ла, уға еңелгә тура килде. Иртә торһаң, уңаһың, ти үҙе лә уландарына. Тимәк, ул өйрәнгән ошо ғәҙәте буйынса иртә уянған. Самалап ҡарағанда, таңғы биш тирәһелер. Бәлки, дүрттер. Өшөп, ҡыҫталып, алдараҡ та уянғандыр. Ҡалай булғанда ла тиҙҙән яҡтырырға тейеш. Йәйге таң күптән атҡандыр ҙа, тик бында - дөм. Шулай ҙа был ҡараңғылыҡ асылыр, моғайын. Әҙәм балаһы үлмәҫ элек ҡараңғылыҡта йәшәй алмай. Ә Ишҡәле тере, ул үлмәгән. Дарыу еҫтәренән, ятҡан кушеткаһынан үҙенең ҡайҙа ятыуын тоҫмаллай ул, тик был шиген уйҙарына яҡынлатаһы килмәй. Әсәһе янында бит, яңғыҙ түгел. Төңөлөргә ярамай.
Ишҡәлегә йән керҙе, күңеле күтәрелеп китте. Һаҡ ҡына ҡапшанып, ситтән шылып ултырҙы. Тағы ла йомарланды, тик был юлы башын, ҡолаҡтарын устары менән япты. Ҡолаҡ туңмаһын. Өҙөлөп төшһә, зонай булып ҡалыныр. Башты ла ҡәҙерләргә кәрәк. Быға тиклем уйлап та бирелмәгән - бармы ул баш, юҡмы ул? Ишҡәле башын һыйпап, һөйөп ҡуйҙы.
- Тәәк. Һалҡын аҡыл менән уйлап, берәй нәмә хәл итергә кәрәк. Ваҡыт күп. Үҙең менән үҙең һөйләшеп ултырырға ла була.
- Һалҡын аҡыл, имеш. Туң сүлмәк кеүек баштағы барлы - юҡлы мейе былай ҙа һалҡындыр. Аҡылы бар кеше бында ятамы?
Эсте Ишҡәле лә...Тик бер ҡасан да аҡылын юйыр сиккә еткәне булманы. Дәүһеҙ, дыуамал булһа ла, үҙен ҡулда тота белде. Сибәр, шаян, телгә бөткән Ишҡәле егеттәр менән үҙ - ара шаярып һөйләшкәндәге шикелле "ҡыҙҙарҙы тәләф итеп" йөрөмәне. Берәүҙе генә ғүмерлек йәр итеп һайланыы, ҡатыны үлгәс тә, уға тоғро ҡалды. Ике улын эйәле - башлы итте, ейәндәре өсөн үлеп бара. Улар исеменә күптән иҫәп асҡан.
- Тә-әк. Мин бында үҙ аяғым менән килеп инмәнем. Кисә килтергәндәр мине. Унан алда булһа, шыҡырайып инем. Уйла, уйла, Хәбирйәндең һылыу малайы.
Үҙ - үҙең менән һөйләшһәң дә еңел булып ҡала икән.
Ауылдағы бабайҙар уны "Хәбирйәндең һылыу малайы" тиҙәр ине. Ә Ишбирҙене "Хәбирйәндең йыраусы малайы," - тинеләр. Мәктәп балалары концерт ҡуйһа, Ишбирҙенең йырлағанын тыңлар өсөн генә бабайҙар клубҡа йөрөй ине. Үтә зарлы бала булғанға, ғүмере ҡыҫҡа булдымы икән әллә?..Йырҙы ла, көйөн дә бер ишеткәндән отоп ала ине Ишбирҙе.
- Талдыҡта һайрай һандуғас,
Тауышы бар, үҙе юҡ..
Үҙе юҡ Ишбирҙе. Йырҙары ғына йөрәктә.
Йәйҙәрен икәүләп ауылдың һарыҡ - кәзәһен көткәндә рәхәтләнеп йырлай ине ҡустыһы.
Ишҡәле туҙ сиҡылдатып, ҡош тауыштары сығара. Уларға туғайҙағы ҡоштар ҡушылып китә.
- Э-эй, Ишбирҙе.....
Һулҡ - һулҡ... Дөп - дөп... Тып - тын ҡараңғылыҡта Ишҡәле йөрәгенең тибеүен ап - асыҡ ишетте.
- Оһо! Һин дә бармы ни? Мотор эшләй! Булды былай булғас!
Тыныс, еңел булып китте. Тәрән - тәрән итеп һулап - һулап алды ла тубыҡтарын ҡосаҡлап, бөгәрләнеп кушеткаға ятты. Көтөргә, сабыр итергә булды. Яҡтырыр әле, моғайын. Шунда күҙ күрер.
- Ишҡәле-е...Тор әле, балам, тор. Берәү йөрөй тышта... Бар сыҡ әле, ҡара. Кем? - тип һора тәүҙә. Ишҡәле-еү... Ишҡәле уянманы, икенсе яғына әйләнеп ятты. Әсәһенең һүҙҙәре аңына барып еткәс кенә, күҙҙәрен асып, тороп ултырҙы. Тирә - яҡ яп - яҡты! Таң атҡан бит! Көн тыуған! Йәшәй былай булғас Ишҡәле.
Ҡыуанып өлгөрмәне ул, үҙенең кемдәр менән төн үткәргәнен, кемдәр араһында таң аттырғанын күреп, ҡото осто. Икенсе яруста ятҡан ул, аяғы шуға иҙәнгә теймәгән. Ә әсәһе ҡайҙа? Әле генә ошонда тауышы сыға ине бит... "Бар сыҡ, балам," - тип һөйөп уята ине. Таң атҡас, китергә булғандыр, ҡурҡыныс үтте, тиигәндер...
Аяҡ тауыштары ишетелде. Ишекте астылар. Аҡ халатлы ике ир Ишҡәленең янына килеп баҫты. Үлгән, тип килтереп һалған ирҙең тороп ултырыуына уларҙың бик үк иҫтәре китмәне лә, буғай. Бындай хәлдәрҙе күргәндәре бар, моғайын, һис тә аптыраманылар. Аяҡ бармағына бәйләнгән бирканы сисеп алдылар. Күптән таныш кешеләр кеүек һәйләшеп алып киттеләр.
- Шунан? Бара биреп ураныңмы теге яҡҡа, ағай?
- Әйҙә, бабай, әйберҙәрегеҙҙе бирәбеҙ. Мин дежурствоға килә инем, һеҙҙе күреп ҡалдым.
- Урам әпкәләйҙәренән һалдырып алдыҡ. Бик фырт ағай инегеҙ. Кейемдәрегеҙ затлы.
- Һеҙ бик даланлы кеше икән, бабай.
- Ә миңә...
- Йөрәгегеҙгә приступ булған, бабай. Шып туҡтаған да ҡуйған. Бында күсереп һалырға тура килгән..
- Ҡайҙа бара инегеҙ, ағай?
- Ауылыма ҡайтып бара инем. Туғандарым янына. Алыҫтан. Машинам менән. Йөрәгем ҡыҫа башлағас, сығып ултырғайным юл ситенә. Ә машинам?
- Телефонығыҙ буйынса хәбәр иткәйнек иртәнсәк, килеп алырҙар, бабай, борсолмағыҙ
- Бына, исмаһам, был мажара! Шулай бит, бабай?
- Ҡурсалап тороусы фәрештәгеҙ бик көслө икән, ағай.
Ишҡәле күҙ йәштәрен тыя алманы.
- Әсәй... Әсәкәйем.
Таңһылыу Ҡарасурина.