Наилә ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Фәрит ағайҙы яратмау мөмкин түгел ине. Кешеләргә ҡарата һәр ваҡыт ихтирамлы һәм иғтибарлы булды. Миңә уның менән бергә радио һәм телевидение тапшырыуҙарын ғына түгел, ә бик күп, шул иҫәптән хөкүмәт концерттарын да алып барырға тура килде. Күңеле лә, үҙе лә, йырҙары ла матур ине. Ул замандарҙа шул тиклем талаптар ҡаты булды, телевидениела ғына түгел, сәхнәгә лә ҡағыҙ тотоп сығыу һирәк күренеш ине. Көндәр дауамында күләмле текстар ятларға тура килде. Эшләй башлаған саҡта, тәжрибәле кеше булараҡ, Фәрит ағай миңә төрлө ауыр хәлдәрҙән һиҙҙермәйсә сығырға өйрәтте. “Наилә, әгәр уҡып торғанда туҡталып, һиңә ҡараһам, тимәк, мин һүҙҙәремде онотҡан булам. Һин, бер ни булмағандай итеп, үҙеңдең тексыңды һөйләй башла”, – тип көлдөрөп тә ала торғайны. Шулай, бер-беребеҙгә терәк булып, ярҙам ҡулын һуҙа-һуҙа бергә эшләнек Фәрит ағай менән.
Сираттағы концертта Фәрит ағайҙың йырлауын ишетеп, хайран ҡалдым. Аҙаҡ ҡына уның сәнғәт училищеһының вокал класын тамамлауын белдем. Үҙен өҫтөн ҡуйыу, маһайыу кеүек холоҡ уға бөтөнләй хас түгел ине. Балам бәләкәй саҡта йыш ҡына үҙемдең урынға эфирға сығыуын һорарға тура килде, ул ваҡытта тапшырыуҙарҙы алдан яҙҙырыу юҡ, таңғы сәғәт 6-сы яртыла тороп эшкә килергә кәрәк. Әммә ул хәлемде аңлап, һәр ваҡыт ризалыҡ белдерҙе. Ышаныслы кеше булараҡ ихтирам ҡаҙанды. Кешелекле, ярҙамсыл, изге күңелле кеше генә шундай матур тормош юлы үтәлер. Фәрит Бикбулатов беҙгә лә, туғандарына ла, йырсыларға ла матур үрнәк булып ғүмер кисерҙе.
Гөлнур Ҡыуатова
"Йәшлек" гәзитенән.