Йолоҡ ашы, йолоҡ туйы... Арыныу, таҙарыныу тигәнде аңлата был һүҙ. Боронғо йоланы тергеҙеп, Хәйбулла районы Кесе Арыҫланғол (Вәзәм) ауылы халҡы йәй башында, ҡырҙа шифалы үләндәр сығып һут йыйғас, "Йолоҡ туйы"на ҡырға сыға.
"Иҫке корһаҡ, яңы аш, ауырыуҙар минән ҡас!"- тип, шифалы тәбиғәт ризыҡтарынан ауыҙ итергә мөмкинлек биргән матур йола был.
"Быйыл да, Аллаға шөкөр, тәбиғәт беҙҙе һыйындырып, туйындырғаны өсөн рәхмәттәр әйтеп, доға ҡылып шифалы үләндәрҙән ауыҙ итергә насип булды. Батлырған, көпшә, кесерткән, ҡуҙғалаҡ, оҫкон, әсертке, йыуа үләндере кеше өсөн бик шифалы уләндәр. Бындай ашты йыл эсендә өс тапҡыр ашау кәрәк. Тәмле аш ашап, самауыр сәйе эскәндән һуң төрлө халыҡ уйындары, әйтеш, йомаҡ ҡойоп ярыштыҡ. Һуңынан Вәзәм йылғаһы буйында бит-ҡулдарҙы сайып, һыу һибешеп ямғыр теләнек,- ти мәҙәниәт йорто директоры Гөлназ Сурина.
"Тәбиғәт ҡосағында булып тәнгә сихәт, күңелгә рәхәтлек алып, ял итеп ҡайттыҡ. Алла бирһә, икенсе йыл да ла ошо урынға сығып тәбиғәт менән аралашып, таҙарынып, күңелһеҙ уйҙарҙан арынып ҡайтырға яҙһын, донъялар имен торһон!" - тип, изге теләктәрен еткерҙе ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәйсә Күскилдина.